Главные вкладки

Ауылдарға сүп-сар тейәү машиналары барып етә алмай

- 09.11.18 -

Туймазы ҡалаһында ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн яуаплы төбәк операторҙары менән үткән кәңәшмәлә ошо турала әйтелде. Ҙур ҡалалар һәм улар эргәһендәге ауылдарҙа хеҙмәттәр 100 процентҡа күрһәтелә, ә алыҫ һәм төпкөлгә машина барып етә алмай. Халыҡты айырыуса сүп-сар өсөн тариф суммаһы борсой. Квитанцияларҙа яңы бүлек киләһе йылдың февраленән барлыҡҡа килә. Күҙаллауҙар буйынса, күп фатирлы йортта йәшәгән бер кеше айына - 140 һум, ә шәхси йортта тороусы – 200 һум түләйәсәк.

"Төбәк операторҙары тәүге айҙарҙа түләүҙәрҙең суммаһын төшөрөргә лә әҙер", - ти “Тәбиғәт” компанияһы етәксеһе Рөстәм Ғәбитов.

Төбәк операторҙары халыҡтан сүп сығарыуға бәйле һорауҙар ҡабул итә. Республикала дүрт зона билдәләнде. Һәр зона буйынса “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонын республика хөкүмәте сайтында ҡарарға мөмкин.


ҡаралған: 56

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 0..-2°C
төндә 0..-2°C
иртән -1..-3°C
көндөҙ 0..2°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.