Главные вкладки

Башҡортостан Хөкүмәтендә Стратегик комитет ултырышы уҙҙы

- 12.07.18 -

Яңы орган Көрсөккә ҡаршы комиссия урынына булдырылғайны. Ултырышты Республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов алып барҙы. Унда төбәктең яҡын һәм алыҫ киләсәккә социаль-иҡтисади үҫеш планы ҡаралды. Документ дәүләт башлығы Владимир Путиндың “Рәсәйҙең 2024 йылғаса үҫеше тураһында”ғы указда күрһәтелгәндәренә йүнәлтелгән булырға тейеш. Ошонан сығып, республика бюджеты проекты әҙерләнә, дәүләт программаларына ла үҙгәрештәр индерелә. Республиканың социаль-иҡтисади үҫеш планы октябрь аҙаҡтарына тулыһынса әҙер булырға тейеш, тине Рөстәм Мәрҙәнов. Стратегик комитет составына Республика Хөкүмәте ағзалары, федераль ведомстволарҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре, предприятие-ойошмалар етәкселәре инә. Комитет республиканың йылдам социаль-иҡтисади үҫеш буйынса комплекслы планын тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы.


ҡаралған: 98

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 0..-2°C
төндә 0..-2°C
иртән -1..-3°C
көндөҙ 0..2°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.