Главные вкладки

Бер кем дә онотолмаған

Бөйөк Еңеү көнө уңайынан “Юлдаш” каналы “Бер кем дә онотолмаған” тип аталған акция ойошторҙо. Уның барышында радио хеҙмәткәрҙәре, артистар һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙың туғандары Орел өлкәһенә барып ҡайтты. Бында Колпна районында 1943 йылдың ҡышында фашистар менән ҡаты бәрелештәр була. 12 февралдә район дошмандарҙан тулыһынса азат ителә. Советтар Союзының төрлө төбәктәренән 10 меңдән ашыу һалдат йәнен фиҙа ҡыла. Колпнала 40-тан ашыу туғандаш ҡәберлеге бар. Унда Башҡортостан яугирҙары ла ерләнгән.
Изге сәйәхәт барышында Колпна районы Ушаков, Маркин, Фошня, Ахтырка, Воронов ауылдарында булдыҡ. Бында һуғышта һәләк булған яугирҙарҙың ҡәберлектәренә бер ус тыуған ер тупрағы һалынды, Башҡортостандан килтерелгән ағастар ултыртылды, аяттар уҡылды һәм ҡурай моңдары яңғыраны. Колпна ауылында Еңеү көнөнә арналған тантана һәм “Үлемһеҙ полк” маршында ҡатнаштыҡ, концерт күрһәттек. Халыҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсүрина башҡарыуында башҡорт һәм рус телдәрендә йырҙар тыңланы, радионың тауыш режиссеры һәм популяр йырсы Сәйет Билалов ҡурайҙа уйнаны.Әйткәндәй, ҡурайҙы беҙгә халҡыбыҙҙың данлыҡлы  ҡурайсыһы Сәйфулла Дилмөхәмәтовтың улы Риф бүләк итте, ә ағас үҫентеләрен беҙгә Дүртөйлө һәм Иглин урман хужалыҡтары бүлде. Тыуған яҡ тупрағы һәм ултыртҡан ағастарыбыҙ яҡташ яугирҙарыбыҙҙың рухтарын тынысландырып, шаулап үҫерҙәр.

Бөйөк еңеүҙең ҡәҙерен беләйек, йәшәһен ерҙә тыныслыҡ!   

Динар Ғәниев фоторәсемдәре. 

 

 

Комментарий ҡалдырырға

Filtered HTML

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <blockquote> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Plain text

  • HTML-теги не обрабатываются и показываются как обычный текст
  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -8..-10°C
иртән -11..-13°C
көндөҙ -10..-12°C
кис -12..-14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.