Главные вкладки

Бөрйән хәҙер төпкөл түгел

- 17.05.18 -

“Бөрйән” кластерын эске туризмды үҫтереү буйынса федераль программаға индереү ҡарала. Ошо турала Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова белдерҙе. Мәскәүҙә Федерация Советында Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Сафонов менән осрашыу үтте. Ведомство етәксеһенә мөрәжәғәт итеп, Лилиә Ғүмәрова эске туризмды үҫтереү программаһы мөһимлеген билдәләне. Төбәктәр сит илдән туристарҙы күберәк йәлеп итеп бюджеттарын тулыландыра ала. Бөгөнгә ил субъекттары 470 миллиард һумға төрлө проекттар тәҡдим иткән. Федераль ҡаҙнанан эске туризм үҫеше өсөн 387 миллиард һум ҡаралған. Төбәктәр программа менән айырыуса ҡыҙыҡһына. Республика сенаторы “Бөрйән” туристик кластеры тураһында һөйләне. Бында үҙенсәлекле тарихи, тәбиғәт һәм мәҙәни ҡомартҡыларҙы күрергә була. Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Олег Сафонов “Бөрйән” кластеры менән таныш һәм был проекттың ҙур мөмкинлектәргә эйә булыуын белдерҙе.


ҡаралған: 108

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 2..4°C
төндә 2..4°C
иртән 4..6°C
көндөҙ 11..13°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.