Главные вкладки

Дмитрий Медведев Шанхайҙа Башҡортостан тәм-томдарын тәмләне

- 09.11.18 -

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведев Шанхайҙа Башҡортостан тәм-томдарын тәмләп ҡараны. Ошо көндәрҙә Ҡытайҙа импорт тауарҙар халыҡ-ара күргәҙмәһе эшләй. Унда 130 илдән компаниялар ҡатнаша. Рәсәй вәкилдәре айырым экспозиция әҙерләгән һәм партнер-дәүләт булараҡ сығыш яһай. Унда Башҡортостан исеменән Туймазы ҡалаһынан "Тәм-томдар фабрикаһы" ҡатнаша. Дмитрий Медведев күргәҙмә буйлап йөрөгәндә, беҙҙең республика етештереүселәре менән аралашты, ризыҡтарҙы ауыҙ итте. Бөгөн шәхси эшҡыуар Ләйсән Дәүләтшина Япония, Вьетнам, Ҡытайға 500 мең долларға тауар оҙата. Форум барышында Туймазы етештереүселәре Ҡытай эшҡыуарҙары менән 100 мең долларға килешеү төҙөгән.


ҡаралған: 32

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 0..-2°C
төндә 0..-2°C
иртән -1..-3°C
көндөҙ 0..2°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.