Главные вкладки

Электр бағанаһына бәрелгән автобус пассажирҙары страховка аҡсаһын ала

- 12.02.19 -

Стәрлетамаҡта электр бағанаһына бәрелгән автобус пассажирҙары страховка аҡсаһын аласаҡ.  Милли страховкалаусылар  берлегенән  хәбәр итеүҙәренсә, маршрутты ойошторған компанияның страховка ойошмаһы менән килешеүе бар, шуға тейеш аҡсаны алыу өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Сумма алынған йәрәхәт кимәленә ҡарап иҫәпләнә. 1 мең һумдан  2 миллион һумға тиклем булыуы мөмкин. 8 февралдә Стәрлетамаҡта пассажир автобусы бағанаға бәрелә, 19 кеше, шул иҫәптән 3 бала зыян күрә. 15 пассажир дауаханаға оҙатыла. Был  хәл буйынса  енәйәт эше асылған.


ҡаралған: 39

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -7..-9°C
иртән -9..-11°C
көндөҙ -8..-10°C
кис -9..-11°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.