Главные вкладки

Халыҡҡа иң яҡыны - Урындағы үҙидара

- 21.04.17 -

Бөгөн Урындағы үҙидаралыҡ көнө. Ошо уңайҙан Өфөлә тантаналы ултырыш үтте. Унда алдынғы муниципаль райондар, ауыл биләмәләре, чиновниктарҙың халыҡҡа иң яҡын торған категорияһынан иң яҡшылар тәбрикләнде. Ауыл хакимиәтәре власть структуралары араһында халыҡҡа иң яҡын торғаны. Халыҡ та һәр төрлө ярҙам һорап башта урындағы властарға мөрәжәғәт итә. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тантанала сығыш яһап, муниципалитеттар вәкилдәрен тәбрикләне. Республикала иң яҡшы муниципаль ауыл биләмәһе тип Йылайыр, иң яҡшы ҡала округы тип Октябрьский танылды. Конкурста шулай уҡ муниципаль хеҙмәткәрҙәр, рәсми сайттар, урындағы үҙидаралыҡ үҫешен яҡтыртҡан журналистар асыҡланды. Башҡортостанда урындағы үҙидара органдарында 8 меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләй, депутаттар корпусында 9 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Муниципаль учреждение һәм предприятиеларҙа тағы ла тиҫтәләгән мең кеше һанала.


ҡаралған: 20

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 5..7°C
иртән 5..7°C
көндөҙ 18..20°C
кис 14..16°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.