Главные вкладки

Һәр ерҙә тәртип кәрәк

- 13.08.17 -

Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығы сайтында белдерелеүенсә, Башҡортостанда ведомство күҙәтеүендә икмәк, кондитер изделиелары етештереү һәм әйләнеше буйынса 15 меңгә яҡын предприяие һанала. Санитар хеҙмәт белгестәре уларҙа 60-тан ашыу тикшереү уҙғарған, улар барышында обьекттарҙың 69 процентында ҡанун боҙоу осраҡтары асыҡланған. Улар санитар-техник хәлдең ҡәнәғәтләнерлекһеҙ булмауына, санитар торошҡа, тауарҙарға кәрәк булған документтар булмауына, продукцияны һаҡлау һәм транспортлауҙағы етешһеҙлектәргә, персоналдың гигиена ҡағиҙәләрен үтәмәүгә, яраҡлылыҡ ваҡыты уҙған тауарҙарҙы һатыу, ҡулланыусыларға тәғәйен мәғлүмәттәр күрһәтелмәүенә ҡағыла. Ҡағиҙә боҙоуҙар сәбәпле, 68 административ эш асылған, штрафтарҙың дөйөм суммаһы 398 мең һум.


ҡаралған: 14

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 12..14°C
иртән 13..15°C
көндөҙ 22..24°C
кис 19..21°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.