Главные вкладки

Именлегебеҙ — улар ҡулында

- 14.06.18 -

Бөгөн миграция хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Рәсәйҙең тәүге президенты Борис Ельцин указы менән 1992 йылда федераль миграция хеҙмәте ойошторола. Уның барлыҡҡа килеүе илдә барған сәйәси ижтимағи һәм иҡтисади үҙгәрештәргә бәйле була. Башҡа дәүләттәрҙән килгән кешеләрҙе рәсми теркәү, ҡабул итеү, урынлаштырыу, күсеп килеүселәр менән эш итеү, яңы структураға – Рәсәй федерацияһының федераль миграция хеҙмәтенә йөкмәтелә. 1999 йылда был хеҙмәт – федерация эштәре, милли һәм миграция сәйәсәте буйынса министрлыҡ тип үҙгәртелә, 2002 йылдың 23 февраленән миграция мәсьәләләре Рәсәй Эске эштәр министрлығына йөкмәтелә. Бөгөн иһә Рәсәй Миграция хеҙмәте башҡарма властың үҙ аллы федераль органы булып тора. 2007 йылдың 4 июнендә Рәсәй президенты Владимир Путин миграция хеҙмәткәре көнөн булдырыу тураһындағы указға ҡул ҡуя.


ҡаралған: 26

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 17..19°C
кис 19..21°C
төндә 15..17°C
иртән 15..17°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.