Беҙҙең проекттар

11.05.2018

 «Кикрикүк»

–Йөкләмәбеҙҙе үтәнек!

Кикрикүк! Тантана!

Тауыҡ һалған йомортҡаға

Әтәс шулай маҡтана.

«Бөйөклөктөң сере»

Ҡарҡылдай башланы ҡарға,

Күтәрелеп бик бейек.

Бейектә «һайрағас» ни ул–

Һандуғастан да бөйөк!

Борай районынан сыҡҡан егеттең тәүге шиғырҙары ун дүрт йәшендә үк ташҡа баҫыла.  Хәҙер Марсель Шайнур улын  Башҡортостанда,  Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә яҡшы беләләр.  30-ҙан ашыу  китабы бар. Улар 50-ләп телгә тәржемә ителгән.  Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте тигәндәй, исем-дәрәжәләрен һанап бөтөрлөк түгел! Етмәһә, беренсе булып Донъя халыҡтарының юмор йәмғиә...

04.05.2018

Республикабыҙҙа ҡатын-ҡыҙ яҙыусылар араһынан депутат булып үрләгәндәр бармаҡ менән һанарлыҡ. Шулар араһынан  бөгөн  хаҡлы ялдағы әҙибәләребеҙ – Башҡортостандың   халыҡ шағиры Г.Юнысова-Иҙелбаева менән  Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Гүзәл Ситдиҡова. Уларҙың тормошонда көтөлмәгән хәлдәр байтаҡ булған. .

02.02.2018

Һеҙҙең арала төш күрмәгән кеше бар микән?! Төштәрҙең бит ниндәйе генә юҡ! Тертләтеп уята торғандары ла,  шатландырғандары ла бар. Бигерәк тә таңғы төш осор була, дөрөҫкә сыға, тиҙәр. 

Немец ғалимы Зигмунд Фрейд 1899 йылда уҡ «Төштәрҙе аңлатыу» тигән китап яҙған. Шул психоаналитик әйтеүенсә, төштәр ул – тәрән аң (подсознание). Ә төш күреү – теләктең бойомға ашыуы.

Беҙҙең әҙиптәр ҙә төшкә иғтибарлы. Мәҫәлән, яҙыусы Гөлнур апай  Яҡупованың ошо хаҡта китабы ла бар... (Әнисә Муллағолова)

24.11.2017

Л.Абдуллина  Ҡырғыҙстан, Эстония, Ҡабарҙы – Балҡар, Ҡаҙағстан иле халҡы  "Урал батыр" эпосын, Салауат Юлаев, З.Вәлиди, Зәйнулла Рәсүлев һ.б шәхестәребеҙҙе башҡорттарҙың  милли паспорты урынына күреүен бәйән итә.     

 

 

 

 

10.11.2017

Халҡыбыҙҙың аҫыл улы Юлай Ғәйнетдиновты япон зыялылары үҙ итеп Юрайсан тип йөрөтә. Уның ҡурай моңонан арбалған  япондар Юрайсандың тыуған ауылына ла килеп китә… 

13.10.2017

Педагогия фәндәре кандидаты Вәкил ағай Хажин 60-сы йылдар аҙағында бөгөн билдәле шәхестәр - Рауил Ниғмәтуллин, Әхәт Вилданов, Илдус Бүләков, Әхмәт Дәүләтҡолов, Марат Муллағолов, Йәркәй Яҡшыдәүләтов һ.б менән бер төркөмдә уҡыған. «Әҙәби кисәләрҙе, ҙур концерттарҙы ҡалдырмай инек. Татарстандың халыҡ артисы  Илһам Шакировтың башҡорттоң оҙон йырҙарына  ихтирамы онотҡоһоҙ булды»,–  ти ул...

13.10.2017

Әминә Исмәғилева, оҙайлы хеҙмәт юлымда бер пациент,  мәрйә әбейе, ришүәт - долларҙар тәҡдим итте, тип көлөп хәтерләй...    

 

13.10.2017

1990-сы йылдар башы. Илдә ауыр мәлдәр. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ла саҡ тын ала, шул мәлдә З.Ғ.Ураҡсин мине көтмәгәндә-уйламағанда  Мәскәүгә стажировкаға ебәрҙе, – ти Гөлнур Рәүил ҡыҙы. Унда аспирантурала уҡыу ғына түгел, М.Горький ис.Әҙәбиәт институтында З.Бураҡаева, А.Хөсәйенов һ.б. төркөмөн уҡытыу бәхете лә тейҙе, - тип һүҙен дауам итә ул...

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 19..21°C
кис 18..20°C
төндә 13..15°C
иртән 14..16°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.