Беҙҙең проекттар

09.10.2017

Асылыкүл  тәбиғәт паркы

 1993 йылда ойошторолған.  Дәүләкән, Әлшәй, Бәләбәй, Бүздәк райондарында 47 мең ярым гектар ер биләй.   Башҡортостандағы иң ҙур  һыу ятҡылығы  – Асылыкүлде үҙ эсенә ала, Бәләбәй ҡалҡыулығында һәм Ағиҙел буйы тигеҙлегендә урынлашҡан.  Парктың күп өлөшө  ҡылғанлы, ҡыуаҡлы һәм туғай далаларына тура килә. Урмандарында имән, йүкә үҫә, бер нисә йылға буйында ҡайын һәм уҫаҡ ҡатнаш реликт ҡарағайлыҡтар бар. Һаҙлыҡтар һәм тал, ҡайын үҫкән һаҙланған урындар ҙа һаҡланған. Парк ландшафтында Берғаҙан-Ҡамыш һаҙлығы айырым урын биләй.

Күлдең тирә-яғы тереклеккә бай: бында хайуандарҙың, ҡоштарҙың да, үҫемлектәрҙең  дә бихисап төрө төйәк тапҡан, һирәк осрағандары ла күп. Ҡыҙыл китапҡа ҡылғандар, кәкүк ситегенең һәм әремдең берәр төрө  ҡарай. Һирәк...

01.10.2017

          Башҡорт дәүләт  тәбиғәт ҡурсаулығы

   Башҡортостанда  ойошторолған тәүге ҡурсаулыҡ, Советтар Союзының  да беренсе  ҡурсаулыҡтары иҫәбендә. Майҙаны 49 мең 609 гектар.  Бөрйән, Әбйәлил һәм Белорет райондарында урынлашҡан.    Европа менән  Азия   тоташҡан  урман-таулы төбәктең  үҙенсәлекле  тәбиғәтен артабан да тәләфләүҙән, хайуандар, үҫемлектәр  байлығын юҡҡа сығыуҙан һаҡлау  һәм  өйрәнеү зарырурылғы тыуа.  Шул маҡсатта 1930 йылда  Башҡорт дәүләт  тәбиғәт ҡурсаулығын төҙөү тураһында Башсовнарком ҡарар сығара.

    Ҡурсаулыҡта   810-гә яҡын  үҫемлек төрө  бар, уларҙың йөҙ ҙә бише  -     Көньяҡ Уралда  һирәк осраусы төрҙәр, байтағы Башҡортостандың  һәм Рәсәйҙең “Ҡыҙыл китабы”на индерелгән.  Орхидеяларҙың  һирәк төрҙәре  өҙлөкһөҙ  иғтибар үҙәгендә. Ҡурсаулыҡың  фаунаһы  ла бай: 202 төр...

15.09.2017

             “Алтын солоҡ” дәүләт зоологик(энтомологик)  тәбиғәт тыйыулығы

  Ландшафт райондары киҫелешендә урынлашҡанға һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге  самалы булғанға күрә,  хайуандар донъяһы, шул иҫәптән бөрйән бал ҡорто популяцияһы, ҡорттарға етәрлек аҙыҡ, солоҡ ағастары һәм солоҡсолоҡ яҡшы һаҡланған. Шул ыңғай шарттарға таянып, “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы бөрйән солоҡ ҡортон ҡурсыу буйынса махсус тыйыулыҡ булдырыу мәсьәләһен күтәрә.  Ул  1997 йылда ойошторола, 90 мең 680 гектар ер биләй. Нөгөш йылғаһы үренең таулы өлөшөндә  һәм  Ағиҙел менән  Нөгөш араһында урынлашҡан. Үҙәге  булып бейеклеге  1 мең 40 метр тәшкил   иткән  Мәсем тауы тора. “Алтын солоҡ” – республикала иң ҙур тыйыулыҡ,  имән, саған...

12.09.2017

Әсебар  дәүләт зоологик тәбиғәт тыйыулығы                 

    2001 йылда хайуандар донъяһын һаҡлау маҡсатында төҙөлгән.  Майҙаны 7 мең 687гектар. Ағиҙелдең ҡушылдығы- Бетерә йылғаһы бассейнында, Яңы Усман ауылынан 5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

     Бейек булмаған тауҙарҙы ҡарағайлыҡтар һәм ҡайын урмандары биләй, көнбайышҡа табан улар япраҡлы ағастар менән ҡатнаша. Тигеҙлектәрҙә – туғайҙар, ә битләүҙәрҙә урыны менән далалар осрай. Тыйыулыҡта ҡор һәм һуйыр  һаҡлауға алынған. Йылға буйҙарындағы тәбиғи  тоҙло  тупрағы ла бына тигән. Һунар-кәсеп хайуандары  бай һәм күп төрлө. Тоҙло  тупраҡтарҙа  һәм ҡышҡы туплауҙарҙа   тояҡлы хайуандар  йыйыла. Фаунала һирәк төрҙәр бихисап: бөркөт, шоңҡар, сапсан, ябалаҡ һәм башҡа йыртҡыс ҡоштар,  ҡыҙыл балыҡ, бағры балығ...

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -1..-3°C
иртән -1..1°C
көндөҙ 4..6°C
кис 3..5°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.