Беҙҙең проекттар

18.12.2018

 

  Трактор ремонтлаусыларҙың ярышын ойошторайыҡ!

 Хәҙер илебеҙ ауыл хужалығы йылын тамамлап,  1938 йылда сталинсел  7-8 миллиард  бот урожай өсөн көрәштең  тәүге этабына инде. 1938  йылда сталинсел юғары  урожай өсөн көрәшкә  әҙерлектә, хәҙерге көндә, тракторҙарҙы ремонтлау эше иң мөһиме булып тора. МТС һәм МТМ директорҙары  быйыл 1550 тракторҙы капиталь ремонттан, 2235 тракторҙы  урта  ремонттан үткәреүҙе 1938...

17.12.2018

 

          Башторгта ҡоротҡостар.

  15 ноябрҙә сыҡҡан “Башҡортостан” газетаһында Башторгта хөкөм һөргән ҡоротҡостар тураһында яҙылғайны. …Башторг директоры Ҡәҙермәтев аппаратҡа Кризовский, Буранғолов кеүек халыҡ дошмандарын ҡабул итеүе, үҙенең эшлекһеҙлеге арҡаһында Башторгтың  эшен аяҡтан йығыуы һәм башҡалар өсөн партия сафынан сығарылды. Шулай уҡ ул ҡулға алынды.

 Яры...

16.12.2018

   

   Районда  50 дана ғына газета.

    Көйөргәҙе районында йәшәгән халыҡтарҙың күпселеген башҡорттар тәшкил итәләр. Шулай  булғас, әсә телендә сыҡҡан газеталар бында күп кенә  һанда таралырға тейеш ине, ләкин районда  ни бары 50 дана ғына  “Башҡортостан” газетаһы тарала.  Райком хеҙмәткәре Ғафаров  һәм район  бшҡарма комтеты  секретаре  Иҙрисевтәргә  “учреждение өсөн  исмаһам бер генә дана булһ...

15.12.2018

   

  Йомағужа.  12 декабрь бығаса булмаған күтәренкелек менән үтте.  Һайлаусылар ойошҡан хәлдә тәртипле колонналар менән һайлау участкаларына  килделәр.  18 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙарҙан  алып,   иң ҡарт һайлаусыларға тиклем бөтәһе лә иң яҡшы  байрам кейемдәренә кейенгәндәр, бөтәһе лә шат  күңелле.  Иштуған һайлау участкаһына 95 йәшлек Андреев бабай, 86 йәшлек  Ибраһимова әбей һәм башҡалар килделәр һәм улар совет халҡының  иң  яҡшы улда...

14.12.2018

 

   Өфө трамвай юлында ошо йылдың ноябрь айында 817 мең 292 кеше ташылған.  Был айлыҡ планға сағыштырғанда 124,9 процент.

   Өфө трамвай юлында  өс веткаға 13 вагон бар. Был  билдәле хеҙмәтсәндәрҙе  трамвай юлында йөрөүгә булған киң  һорауҙарын тултыра алмай.  Трамвайҙа йөрөүселәрҙең  һаны арта.  Һуңғы ваҡыттарҙа вгондарҙа ныҡ тығыҙлыҡ һиҙелә.  Был бигерәк тә типографияға тиклем булған юлда осорай.  Етмәһә был юлда  бар...

13.12.2018

 

                                   Өсөнсө участка.

 Дәүләкән, ун икенсе декабрь. Район үҙәгендәге 3-сө һайлау участкаһына сәғәт биштән үк   һайлаусылар йыйыла башланы.  Тимер юл эшселәре ойошҡан рәүештә килделәр. Һайлауҙар нәҡ сәғәт алтыла башланды. Участкала культура эштәре  яҡшы ҡуйылған.  Ял итеү  залында шахмат, шашка кеүек төрлө уйындар, патефон һәм башҡаһы бар.  Бер яҡта медпунтк һәм балалар бүлмәһе эшләй...

12.12.2018

 

  Коммунистар  һәм  партияһыҙҙарҙың  блогы кандидаттарына бер күңелдән тауыш бирәйек.

 Башҡортостан хәҙер большевиктар партияһы етәкселеге аҫтында сәскә атыусы социалистик республикаға әүерелде...1925 йылдан алып 1936 йывлға тиклем Башҡортостан промышленносына 547 миллион һум сумма һалынды.  Һуңғы ун йыл эсендә 79  фабрика һәм завод төҙөлдө. ..Башҡортостандың ауыл хужалығы ҡайтанан ҡоролдо.  Башҡортостанда 107...

11.12.2018

 

   Гражданин һайлаусыға кәңәштәр.

Элек һинең телең дә юҡ ине -

Хәҙер һин – хоҡуҡлы гражданин.

Ленин, Сталин һине кеше итте,

Бәхетле яһаны тыуған ил!

Элек һинең һү-ҙең юҡ ине,

Булманы ватаның, тауышың.

Һайлау хоҡуғының ҡәҙерен бел!

  Иртәгә – 12 декабрҙә, һайлауға килерҙән алда, партия Үҙәк Комитетының  һәм профессиональ союздар Үҙәк Сове...

10.12.2018

 

  Мәләүез. 7  декабрҙә  эшселәр поселогының кинотеатр бинаһында ВКП(б) тарихен өйрәнеүселәргә ярҙамға партияның Башҡортостан Өлкә комитеты лекторы иптәш Әхмәрев, В.И.Лениндең “Халыҡ дуҫтары” нәмә ул һәм улар социал-демократияға ҡаршы нисек көрәшәләр?”  тигән әҫәре тураһында лексия уҡыны. Лексияла 440-гә яҡын кеше ҡатнашты, уларҙың  күпселеге  Мәләүездәге партияһыҙ интеллигенция булды.

  Ағас әҙерләү....

09.12.2018

 

   Хроника.

 Иптәш Н.И.Ежов, үҙенең  һорауы буйынса, Һыу транспорты Халыҡ комиссары итеп ҡалдырылып, Эске  эштәр халыҡ комиссары вазифаларынан бушатылды. СССР Эске эштәр Халыҡ комиссары булып  иптәш Л.П.Берия раҫланды. (ТАСС).

  Бөтә Союз халыҡ переписенә әҙерлек.

                             Массовый эштәр көсәйтелә.

Байҡыбаш районында ...

08.12.2018

     

   Сталин Конституцияһы –бөтә халыҡ байрамы.

    Яңауыл.  Бында  митинг булды.  Конституцияның ижадсыһы бөйөк Сталин   хөрмәтенә   ура тауыштары стадионда яңғыраны.

  Хасан күле районында булған һуғыштарҙа  ҡатнашыусы орденлы Сибәғәтуллин, Шакиров, Заһретдинов, Муллаяров, Воробьев иптәштәрҙең  сығыштарын митингта ҡатнашлыҡ итеүселәр көслө алҡыштар ...

07.12.2018

 

  Һайлауҙар көнөнә – 12 декабргә биш кенә көн ҡалды. Был көндәрҙе кандидаттар өсөн – ватаныбыҙҙың  иң яҡшы кешеләре өсөн агитацияны  тағы ла киңерәк йәйелдереү,  бөтә һайлаусыларҙың да һайлауға  берҙәм рәүештә  килеүҙәрен тәьмин итеү өсөн  файҙаланайыҡ. 

……

  Һайлаусыларҙы  культуралы хеҙмәтләндереү, Ҡалдар(Йомағужа районы) һайлау участкаһында  күсмә кинотеатр килеп, һайлаусыларға  тауышлы “Һуңғы көн” кинокартинаһын күрһ...

06.12.2018

 

    Башҡортостан  хеҙмәтсәндәренең үҙ матбуғаты бар.

   Батша Россияһы  ваҡытында хеҙмәтсәндәрҙең, шул иҫәптән Башҡортостан хеҙмәтсәндәренең дә, матбуғат азатлығы һәм үҙ матбуғаты юҡ ине.  Тик октәбрь социалистик революцияһы ғына уларға  матбуғат азатлығы бирҙе һәм үҙ матбуғатын үҫтерҙе.  Хәҙер Башҡортостан хеҙмәтсәндәренең үҙ әсә телдәрендә  матбуғаты бар.

  Башҡортостанда башҡорт, рус, татар телдәрендә...

05.12.2018

   

          Бөтә халыҡ байрамы.

 1936 йылдың 5 декабрендә Советтарҙың  Ғәҙәттән тыш 8-се Бөтә Союз съезы СССР-ҙың  яңы Конституцияһын ҡабул итте. Беҙҙең халҡыбыҙ ул Конституцияны уны ижад итеүсенең исме менән – Сталин Конституцияһы тип атаны.

    5 декабрь көнө  шул  ваҡыттан алып  бөтә халыҡ  байрамына әүерелде, сөнки был көндө эшселәр һәм  крәҫтиәндәрҙең социалистик  дәүләтенең, капи...

04.12.2018

 

     “Башҡортостанда Пушкин  көндәре алдынан” тупланмаһынан.

   Дүртөйлө. Район көтөпханаһы, рустың бөйөк шағиры Пушкиндең  үлтерелеүенә йөҙ йыл тулыуға ҡарата  шағирҙең әҫәрҙәренән һәм уның тураһында яҙылған материалдарҙан күргәҙмә ойошторҙо.  Көтөпхана егерменсе декабрҙә күргәҙмәгә һәм көтөпханаға килеүселәргә Пушкин әҫәрҙәрен ҡысҡырып уҡыуҙы үткәрҙе.

     Б.Моҡамай....

03.12.2018

 

   Бер радиоузел тураһында.

   Ауырғазыла  район радиоузелы мөдире Заярный теләгән ваҡытта трансляцияны туҡтата йә үҙе һөйләй башлай. Бер көн Башҡортостан яҙыусылары радио аша үҙ әҫәрҙәрен уҡыған ваҡытта ла Заярный кинәт трансляцияны өҙә лә, урамдан шоферҙы алып инеп гармон уйнатырға ҡуша. Ул үҙе теләгәнен эшләй, шуны күреүсе юҡ.

    Рафиҡов.

(“...

02.12.2018

     

            Тәржемәсе-редакторҙар әҙерләү курсы.

   Маркс, Энгельс, Ленин әҫәрҙәрен, шулай уҡ художество  әҙәбиәте классиктарын СССР  халыҡтары теленә тәржемә итеүселәр  - редакторҙар  һәм  эре милли  газеталар  өсөн редакторҙар әҙерләү өсөн, ВэКаПэ(бэ) ҡарары  буйынса  Мәскәүҙә өс  йыллыҡ үҙәк  курс ойошторола. Курсты  тамамлағандар  юғары белемле ВэКаПэ(бэ) ағзалары  итеп ҡабул ителәләр.

…...

01.12.2018

  

 Спекуләнткалар.

  Өфө ҡалаһы Сталин урамы номер бишенсе йортта тороусы, “Россия”  ресторанында эшләүсе  Латыйпова Нәфисә һәм әсәһе Хәмәҙиева Хәбибъямал систематик рәүештә мануфактруа һәм башҡа промтоварҙар  менән сауҙа иткәне өсөн, Башҡортостан милиция идараһының   енәйәтте  эҙәрләү  бүлеге  тарафынан  Енәйәт ҡанунының  йөҙ ҙә етенсе матдәһе буйынса Ғәйепләнеп енәйәт яуаплылығына тар...

30.11.2018

 

  Белдереү.

  26 декабрҙә киске сәғәт алтыла, Комсомол йортонда(Карла Маркс урамы, корпус номер алты) ҡатын-ҡыҙ трактористкалар, комбайнеркалар һәм ярҙамсы комбайнеркалар һәм шоферҙарҙың  беренсе бөтә Башҡортостан кәңәшмәһе асыла.

  Кәңәшмәгә мандат һәм саҡырыу билеттары буйынса индерәләр.

 ВКП(б) һәм ВЛКСМ Өлкә Комитетенең ауыл хужалығы бүлеге, Башнаркомзем. ...

29.11.2018

           

    Хәбәрселәребеҙ диҡҡәтенә.

 

  “Башҡортостан” редакцияһы һәр бер хәбәрсеһенең  тиҙ арала тулы һәм асыҡ итеп яҙылған адресын, фамилияһын, үҙенең, атаһының  исмен яҙып ебәреүен һорай. Унһыҙ хәбәрсегә гонорар аҡсаһы ебәреү эштәре ҡыйынлаша. 

    Шулай уҡ яңы яҙыша башлаған һәм беренсе тапҡыр хәбәр яҙған иптәштәр  ҙә быны иҫтә тоторға тейештәр.

   Редакция....

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -8..-10°C
иртән -11..-13°C
көндөҙ -10..-12°C
кис -12..-14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.