Беҙҙең проекттар

15.12.2017

Күсемһеҙ милек баҙары макроиҡтисадтағы хәлгә бәйле, тип иҫәпләнә килде. Әммә күп кенә белгестәр һуңғы осорҙа был баҙар айырым йәшәй, үҙ ҡанундары нигеҙендә үҫешә, тип билдәләй. Яңы ысынбарлыҡҡа күсә барабыҙ. Асылда төҙөлөш бизнесында яңы модель хасил булды, ти Рәсәйҙең аналитика үҙәге эксперттары. Көрсөк башланғас та күсемһеҙ милек туҙҙырылған умарта күсе кеүек геүләп алды. Хәҙер ул тынысланды һәм төҙөй башланы. 

Яңы йыл алдынан фатир йәки йорт алыу отошломо? Ҡуртым баҙарында хәлдәр нисек? Риелтор Гөлгөнә Ғайсина менән ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирербеҙ. 

14.12.2017

    Мәскәүҙә Рәсәй президенты Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы тамамланды.  

Ил башлығының журналистар менән ошондай форматта аралашыуы традицияға әйләнде. 2001 йылда конференцияла 502 һөнәрҙәшебеҙ ҡатнашһа, быйыл уларҙың һаны – 1640.

Һәр журналист үҙ төбәгендәге проблемаларҙы хәбәр итә алды.

Бөгөнгө “Асыҡ студия”ла матбуғат конференцияһында әйтелгәндәр тураһында фекер алышырбыҙ.

Әңгәмәселәребеҙ: фәлсәфә фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы Фәнил Фәйзуллин, иҡтисад фәндәре докторы Зифҡәт Сәйетғәлиев һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Рәмзиә Кәримова

 

 

 

...
13.12.2017

Бөгөн беҙҙең иғтибар үҙәгендә юлсылар – водителдәр һәм йәйәүлеләр.

Башҡортостан буйынса юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығының өлкән автоинспекторы Линар Зиннуров менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә. 

 

Хөрмәтле тыңлаусылар, һеҙ ҙә “Ҡайышыңды эләктер”  Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнаша алаһығыҙ. Бының өсөн автомобилдә ултырып һәм хәүефһеҙлек ҡайышын эләктереп селфи төшөргә кәрәк. Фоторәсемде пристегнись Россия хэштегы менән социаль селтәрҙәргә һалығыҙ. 

#ПристегнисьРоссия

...
12.12.2017

Бөгөн иғтибар үҙәгендә малдар һәм уларҙың һаулығы, аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге һәм беҙҙең именлек.

Әңгәмәсебеҙ - Башҡортостан республикаһы ветеринария идаралығының ветеринар күҙәтеү бүлеге етәксеһе Линар Йыһаншин. Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

11.12.2017

2018 - Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы буласаҡ. Был турала ил Президенты Владимир Путин иғлан итте.

Башҡортостан ирекмәндәре ниндәй эштәр менән шөғөлләнә? Кем ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушыла ала? Ошо турала фекер алышырбыҙ.

Студия ҡунаҡтары:

Республиканың волонтерҙар хәрәкәте һәм йәштәр башланғыстарын хуплау үҙәге етәксеһе Илшат Биҡҡолов, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусыларға эшкә урынлашырға булышлыҡ итеү үҙәге мөдире Айбулат Хөсәйенов, ирекмәндәр – Сәмсура Гордеева, Гүзәл Муллабаева һәм Таһир Латипов.

Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

08.12.2017

Тапшырыуҙың темаһын “Бөгөнгө йәмғиәттә атайҙар” тип билдәләнек.

Беҙҙең студияла ҡунаҡта өс  атай: философия фәндәре докторы, профессор Урал Вилданов, ғалим, уҡытыусы һәм етәксе Зәки Әлибаев, танылған музыкант Миңлеғәфүр Зәйнетдинов. Әңгәмәне Зөһрә Арсаева алып бара. 

06.12.2017

2018 йылға газета-журналдарға яҙылыу дауам итә. Халыҡҡа ташҡа баҫылған һүҙ кәрәкме? Бөгөн ошо турала фекер алышырбыҙ.

  Ҡунаҡтарыбыҙ:

Киске Өфө газетаһының баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева һәм “Шоңҡар” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин. Әңгәмәне Зөһрә Арсаева алып бара. 

05.12.2017

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтендә яңы рәйес. Гөлнур Ҡолһарина менән әңгәмә. 

04.12.2017

Илебеҙҙә Әсәлек капиталы программаһы 2021 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтыла. Уны ҡулланыу мөмкинлектәре арта. Дәүләт йәш ғаиләләргә лә ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итә.

Был саралар тыуымды арттырырға булышлыҡ итерме? Бөгөн ошо турала фекер алышырбыҙ.

Әңгәмәселәребеҙ - ике бала әсәһе, Өфө ҡала хакимиәтенең йәмәғәт именлеген һаҡлау үҙәге белгесе Әлмирә Исхаҡова һәм иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов. Тапшырыуҙы Зөһрә Арсаева алып бара. 

01.12.2017

Спидҡа ҡаршы бөтә донъя көрәш көнөндә белгес менән әңгәмә. 

30.11.2017

 Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Документта республиканың алдағы йылдарға үҫеш йүнәлештәре билдәләнде.

Унда күтәрелгән мәсьәләләр буйынса бөгөнгө тапшырыуҙа фекер алышырбыҙ. 

Студия ҡунаҡтары -

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова, Башҡортостан Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сәнәғәт, инновацион үҫеш һәм эшҡыуарлыҡ комитеты рәйесе Рәшит Хәйруллин, иҡтисад белгесе, Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы консультация үҙәге етәксеһе урынбаҫары Ринат Мамаев.

28.11.2017

Социаль туризм, пособиелар, жкх түләүҙәрендә ташламалар, башҡа бик күп һорауҙарға яуаптар
Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең бүлек начальнигы Венера Ҡотлоғилдина менән әңгәмәлә.

27.11.2017

Баш ҡалабыҙ Мәскәүҙә Рәсәй журналистар берлегенең XII съезы үтте. Унда Рәсәйҙең 80 төбәгенән 700-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.

Форумда ойошманың яңы редакциялағы уставы ҡабул ителде.

25 йылдан ашыу союзды Всеволод Богданов етәкләне. Ул үҙ сығышында атҡарылған эштәргә байҡау яһаны, журналистарғың социаль статусын күтәреү, мәғлүмәт сараларына ышанысты арттырыу, ойошманы модернизациялау кәрәклеген билдәләне.

 

      Журналист -  хәүефле һөнәрҙәрҙең береһе. Халыҡ-ара журналистар федерацияһы сәркәтибе Энтони Беланже билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа ғына донъяла 58 журналист үлтерелгән. Уларҙың икәүһе Рәсәйҙән.

2018 йылда Мәскәү ҡалаһының тап уртаһында һуңғы 20 йылда йәне ҡыйылған хеҙмәттәштәребеҙгә һәйкәл ҡуйыласаҡ.

 Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй журналист...

24.11.2017

26 ноябрҙә Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә география буйынса диктант үтә. Масштаблы акция ил президенты Владмир Путиндың башланғысы менән ойошторола. 

Беҙҙә ҡунаҡта Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе ғилми сәркәтибе, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, география фәндәре кандидаты Зәкирә Латыпова.  Әңгәмәне Зөһрә Арсаева алып бара. 

 

23.11.2017

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Эльвира Айытҡолова менән хоҡуҡтар һәм закон тураһында. 

22.11.2017

Мәктәп автобусы. Барыһына ла етәме ул? Төҙөкмө ул? Ни өсөн әленән-әле уҡыусыларҙы транспорт менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр килеп сыға? Бөгөн ошо турала фекер алышырбыҙ.  

Башҡортостан Мәғариф министрлығының дөйөм белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәте бүлегенең әйҙәүсе белгесе Гөлназ Искәнйәрова менән Зөһрә Арсаева әңгәмәләшә. 

21.11.2017

Йәрәхәттәр. Һаҡланыу. Иҫкәртеү. Өфө ҡалаһының баш травматологы Әхтәм Фәйзуллин менән әңгәмә. 

20.11.2017

Иртәгә Бөтә Донъя телевидение көнө. Ошо уңайҙан студияға һөнәрҙәштәребеҙҙе саҡырҙыҡ. 

Беҙҙә ҡунаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһының яңылыҡтар хеҙмәтенең баш белгесе Гөлдәриә Йосопова, күңел асыу тапшырыуҙары редакцияһы һәм “Ҡурай” телеканалы етәксеһе Рита Өмөтбаева. 

 

17.11.2017

Хәүефле селфи. Түңәрәк өҫтәл. Закондар ғына бәләнән ҡурсалай алырмы? 

16.11.2017

Башҡортостан Эске эштәр министрлығының Наркотиктарҙы күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәре Мәҙинә Хөсәйенова менән әңгәмә. 

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -8..-10°C
иртән -9..-11°C
көндөҙ -6..-8°C
кис -10..-12°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.