Беҙҙең проекттар

14.06.2017

Ҙур ҡала- ҙур мөмкинлектәр. Ҙур ҡала янындағы ауылдарҙа ла бар мөмкинлектәр. Әбйәлил районы, Асҡар ауылы. Силәбе өлкәһе менән сиктәш ятыуы был төбәккә ныҡ ҡулай. Асҡар һәм ғөмүмән Әбйәлил халҡының күпмелер өлөшө Магнитогорск ҡалаһына йөрөп эшләй. Эскелек бында һирәк күренеш. Алама ғәҙәт менән мауыҡҡандар менән айырым эш алып барыла. Ауылда ағинәйҙәр ҡоро, ҡатын- ҡыҙҙар советы эшләп килә. Асҡарға 1930 йылдың 20 авгусында нигеҙ һалына. Үҫешеү барышында ауыл тормошон яҡшыртыу, мәғәнәлерәк итеү, тәртиптә тотоу маҡсатында тотороҡло система барлыҡҡа килгән, йәғни, иң өлгөлө йорт, урам, ауыл кеүек ярыштар, ҡаҙ өмәһе, ҡарға бутҡаһы, килендәр һәм ҡәйнәләр, һабантуй, олатай- өләсәйҙәр байрамдары ойошторолоп тора.

14.06.2017

Республиканың йәнә бер гүзәл төбәгендә - Нуриман районы Яңы күл ауылында булып ҡайттыҡ. Тәү ҡарауҙан заманса, төҙөк йорт-ҡуралар, урамдарҙағы тәртип иғтибарҙы йәлеп итте. Ә инде ауыл халҡы менән аралашҡанда ауылдың ысын йөҙө тағы ла нығыраҡ асылды. Ауылдың киләсәге унда мәктәп булыу-булмауға туранан-тура бәйле. Был йәһәттән, Яңы күл халҡына борсолаһы түгел. Ауылда 2005 йылда ғына яңынан ике ҡатлы, ҙур мәктәп һалынған. Йыл да беренсе синыфка 15-20 уҡыусы килә. Яңы күл ауыл биләмәһендә 11 милләт вәкилдәре дуҫ-татыу ғүмер кисерә. Уларҙың барыһын да тыуған еренә ҡарата һөйөү, уны матурайтыу һәм һаҡлау теләге берләштерә.

22.03.2017

   Ауыл ерендә колхоз-совхоздар күптән бөтөрөлдө. Шуға күрә ауыл яҙмышы, урындағы халыҡтың көндәлек тормоштағы мәсьәләләрен хәл итеү, ярҙам күрһәтеү -  ауыл хакимиәте  иңенә төшә. Һыу, юл, йылылыҡ, урамдарҙы яҡтыртыу, таҙартыу, сүплектәр тотоу, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү кеүек бихисап мәшәҡәттәр ҙә уларға йөкмәтелгән, ҡыҫҡаһы - халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусылар. Иҡтисади хәле ҡыуанырлыҡ булмаһа ла, халыҡ ауыл киләсәген һаҡлау өсөн тырыша.  Беҙ иһә  республикабыҙ төбәктәренен   яҡтырта киләбеҙ. Был юлы  төрлө милләт вәкилдәре бер ғаилә кеүек көн иткән Шаран районы тормошо, яҡын киләсәккә уй-ниәттәре менән танышырбыҙ. 

22.02.2017

    Республикабыҙҙа ағинәйҙәр -  иң әүҙем йәмәғәт ойошмаһы. Улар башланғысы менән ауылдарҙа төрлө сара, осрашыуҙар үтә, халҡыбыҙҙың онотола барған йолалары тергеҙелә, халыҡ кәсебе менән ҡыҙыҡһыныусылар арта.  Илдең ҡотон һаҡлаусы ағинәйҙәр ауылға бәрәкәт, ырыҫ өҫтәү ниәтендә янып йәшәй. “Атайсал” тапшырыуында Әлшәй районының ағинәйҙәр эшмәкәрлеге аша төбәктәге  ауылдар йәшәйеше менән танышырбыҙ. 

01.02.2017

      Үзбәкстанда беҙҙең көслө рухлы, “милләтем, телем”  тип янып йәшәгән милләтәштәребеҙ көн итә. Уларҙың йәшәйеше менән яҡындан таныша барған һайын һоҡланып ҡуяһың. “Юлдаш” радиоһы ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ менән   күптән тығыҙ бәйләнеш булдырған.  Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге рәйесе урынбаҫары Рәлиә Ҡәрипова урындағы йәшәйеш, уңыш-ҡаҙаныштар, яңылыҡтар менән даими таныштыра килә. Бына был юлы ла "Атайсал"  сығарылышында Рәлиә Тәлғәт ҡыҙы Ташкентта үткән саралар, милләтәштәребеҙ йыйыны хаҡында ғорурланып һөйләне.  

 

17.01.2017

Фермер хужалыҡтары Бүздәк районы иҡдисадына тос өлөш индерә. Шул уҡ ваҡытта улар төбәктә мөһим социаль роль дә уйнай – халыҡты эш менән тәьмин итә, урындағы билмәләргә, мәктәптәргә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам ҡулы һуҙа. Фрунзе исемендәге колхоз 2005 йылда бөлгөнлөккә тарығас, ошо хужалыҡтың Яҡуп ауыл бригадиры Зөлфәт Камалов фермер хужалығын ойоштороп, хужалыҡ фермаһын үҙенә ала.

11.01.2017

    Донъя, илдәге хәлдәр, башҡа һыймаҫ ҡанундар, эскелек һәм эшһеҙлек арҡаһында элегерәк туйындырыусы һәм кейендереүсе һаналған ауыл бөлөп бара. Шулай ҙа тормош ауырлығы­на бирешмәй, тыуған ерендә атай-олатай нигеҙен ҡоротмай, һәүетемсә донъя көткәндәр ҙә юҡ түгел?! Саҡмағош районы Аблай ауыл халҡының көнитмеше менән  “Атайсал” сығарылышында танышырбыҙ. 

21.12.2016

    Урындағы үҙидара – халыҡҡа иң яҡын торған власть, ә биләмә башлығы – ауылдағы йәшәйеш, көндәлек тормоштағы мәсьәләләрҙе хәл итеү, ярҙам күрһәтеү  өсөн яуап биргән вазифалы кеше.  Халыҡтың бар йомошо – улар иңендә. Һыу, юл, йылылыҡ, урамдарҙы яҡтыртыу, таҙартыу, сүплектәрҙе тотоу, зыяраттарҙы тәртипкә килтереү кеүек мәсьәләләр ҙә ауыл биләмәһе рәйесенә йөкмәтелгән. Күптән түгел халыҡ мәнфәғәтен яҡлаусылар -  Салауат районының Арҡауыл, Малаяҙ, Мөрсәлим ауыл биләмәһе башлыҡтары менән осрашыу форсаты тейҙе.  Биләмәлә башҡарылған эштәр менән “Атайсал” сығарылышында яҡындан танышырбыҙ. 

07.12.2016

Ике йыл элек Нуриман районының Красный Ключ ауылында бығаса төбәктә генә түгел, тирә-яҡ райондарҙа ла һирәк осраған мағәриф комплексы сафҡа инде. 3 ҡатлы бина архитектураһы менән йыраҡтан иғтибарҙы үҙенә йәлеп итеп тора. Был уҡыу йорто киң коридорҙары, бейек түшәмдәре менән генә түгел, ә ҙур тамаша, спорт залдары, бай китапханаһы һәм иркен ашханаһы менән айрылып тора. Уның төҙөлөшөнә 300 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Мәктәптә әле 321 бала белем ала. Шулай уҡ бында үҙ бассейны булған 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы ла урынлашҡан. Ошо һәм райондағы башҡа социаль үҫеш яңылыҡтары менән "Атайсал" тапшырыуында таныша алаһығыҙ. Авторы Азамат Нуриев.

20.11.2016

  Урал тауының көньяғында урынлашҡан Күмертау халҡы эшкә  бик уңған, тормошта әүҙем, донъя көтөргә ихлас.  Шуға ла  ҡаланың үҫеше,  уның киләсәге тураһында һөйләгәндә  мәҙәни сараларҙы ла ситкә ҡуйып булмай. Башҡа төбәктәрҙәге кеүек Күмертауҙа ла ял итә беләләр,  мәҙәни-ижади эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн шарттар ҙә етерлек. 

    “Атайсал” сығаралышында күп милләтле ҡалала уңышлы эшләгән Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт халыҡ фольклор ансамбле менән яҡындан танышырбыҙ. 

02.11.2016

     Йәш быуынды тәрбиәләү йәһәтенән  ағинәйҙәрҙең  роле баһалап бөткөһөҙ: өләсәй кәңәше, олатай тәрбиәһе, сәсән һүҙе, ағинәйҙәр нәсихәте һәр урында әйтелер, уларҙың һүҙенә ҡолаҡ һалыныр булған. Әхлаҡ тәрбиәһен, милләтте үҫтереүҙе төп маҡсат итеп ҡуйған Хәйбулла ағинәйҙәр ойошмаһы  күптәргә өлгө булырлыҡ. Йолаларын онотмаған, уны ҡәҙерләп һаҡлаған рухлы халыҡ менән  “Атайсал” сығарылышында танышырһығыҙ. 

12.10.2016

   “Юлдаш” радиоһы коллективының сираттағы эш сәфәре Белорет районының  ҙур һәм боронғо ауылдарының береһе  Сермәнгә илтте.  Ауыл мәҙәниәт йорто алдында беҙҙе ихлас, дәртле йыр-моң менән “Хәтирә” ансамбле ҡаршы алды. Маҡсатыбыҙ Иҙел башы төбәгендәге тыңлаусыларыбыҙ менән осрашып, хәл-әхүәл белешеү һәм, әлбиттә, радио үткәргән бәйгелә еңеүсе ғаилә Солтан һәм Зифа Сиражетдиновтарҙы  тәбрикләү ине.  Ошо төбәктән әҙерләнгән тапшырыу менән "Атайсал" сығарылышында танышырһығыҙ. 

05.10.2016

Үҙ быуынын белгән кеше ата-бабаларының йолаһын, изге юлын дауам итә.  “Атайсал” сығарылышында шундай милләтәштәребеҙ  - Силәбе өлкәһендәге  рухлы, үҙ тарихына битараф булмаған Ҡорбанғәлиевтар нәҫеле менән танышырһығыҙ.

28.09.2016

      Йүнселдәр ниндәй генә кәсепкә тотонмай шул! Үҙ ихатаһында арымай-талмай эшләп, етештергән аҙыҡ-түлектең артҡанын һатып, ғаиләһен бар яҡлап тәьмин итерлек килем туплап йәшәй. “Атайсал” сығарылышында шундайҙарҙың береһе, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеүсе Ибраһимовтар ғаиләһе менән танышырбыҙ.

21.09.2016

Уҙған аҙнала Башҡортостандың ауыл хужлығы өсөн әһәмитәле ваҡиғаларҙың береһе булды. Стәрлетамаҡ районының Калинин исемендәге хужалығында, республиканың агросәнәғәт тарихында тәүге тапҡыр төбәк-ара кукуруз һәм көнбағышҡа арналған Баҫыу көнө уҙғарылды. Сараның үтеү урыны итеп был хужалыҡтың һайланыуы осраҡлы түгел. Ул республикала иң ҙурҙан һанала һәм алдынғылар рәтендә. Һөрөнтө ерҙәре 36 мең гектарҙан ашһа, һыйыр малы 7 меңгә етә. Унан һуң, бында кукукуруз үҫтереү һәм уны эшкәртеү буйынса яҡшы тәжирбә тупларға өлгөргәндәр. Баҫыу көнөндә Рәсәй ауыл хужалығы министрлығының департамент етәксеһе Петр Чекмарев, төрлө институт етәкселәре, әйҙәүсе ғалим-селекционерҙары, шулай уҡ ил төбәктәренән тармаҡ белгестәре – бөтәһе 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты.  Сара сиктәрендә Калинин исемендәге хужалыҡтың орлоҡ заводы һәм унда кукуруз...

07.09.2016

Уҙған шәмбе баш ҡалабыҙҙа шаулап-гөрләп Һөт фестивале үтеп ките. Был күркәм сараның маҡсаттары бихисап. Шуларҙың иң мөһиме - халыҡты, бигерәк тә үҫеп килгән быуынды һау-сәләмәт тормошта тәрбиәләү. Ә бының өсөн көндәлек тормошобоҙҙа шифалы үә файҙалы эсемлектәрҙе генә ҡулланыу шарт.  Һөт ризыҡтары был исемлектә, әлбиттә, беренсе урында. Ни тиһәк тә әҙәм балаһы донъяға килгәс тә иң тәүҙә ошо тәбиғәт уйлап тапҡан  ғәжәйеп эсемлекте тәмләй, уның ярҙамында үҫә, кеше була. Әммә баҙар шарттарына күскән бер мәлдә донъяны төрлө туҙға яҙмаған эсемлектәр баҫты, ә һөттө артҡы планға ҡалдырҙы, ә уның менән бергә халыҡтың сәләмәтлеге лә ҡаҡшай башланы. Ошондай шарттарҙа һөттөң абруйын кире ҡайтарыу, уға дан йырлау һәм ҡулланыуҙы популярлаштырыу маҡсатында "Һөт иле" фестивалдәрен үткәреү матур йолаға әйләнде. 

18.08.2016

Быйылғы август айы, моғайын, үҙенең температура рекордтары менән генә түгел, ә ураҡ йылдамлығы менән дә тарихҡа инер. Әлегеләй мул уңышлы һәм юғары темплы урып-йыйыу кампанияһы республикала күптән күҙәтелгәне юҡ ине. 17 августҡа алынған мәғлүмәттәр буйынса, ураҡ яҡынса 1 миллион 150 мең гектарҙа теүәлләнгән. Был бөтә майҙандарҙың 63 проценты тигән һүҙ. Шул уҡ ваҡытта республика буйынса гектар  ҡеүәте 20 центнер самаһы. Беҙ булып киткән Ауырғазы районында ла ураҡ эштәре дәррәү алып барыла – бында ла быйыл үҫтерлгән яҡынса 57 мең гектарҙың 44 мең гектарында ашлыҡ һуғып алынып, һандарға килгәндә, 60 процент кимәленә еткәндәр. Бураларға 75 мең тонна яҡшы сифатлы ауырғазы икмәге һалынған. Гектар ҡеүәте лә насар түгел – уртаса 22 центнерҙан аша.

20.07.2016

Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы биш йылға бер тапҡыр ғына уҙғарыла. Шуға ла бишйыллыҡты көтөп алыу, унда ҡатнашыу ҡурайсылар өсөн бик тулҡынландырғыс ваҡиға. Һәр   йыйын - бәйгеселәр өсөн яҙмыштың онотолмаҫ сағыу бер мәле. Республикабыҙҙа ун ике йыйын үтте, тимәк ун ике Гран-при яулаусы оҫта йәки остаз мәҙәниәтебеҙ тарихына үҙенең исемен яҙҙы. 

29.06.2016

      Йәш эшҡыуар Йәмил Баймырҙин кейеҙҙе эшкәртеү хаҡында яҡшы белә. Бөгөн Әбйәлил районы Асҡар ауылында крәҫтиән фермер хужалығын булдырып, бынамын итеп донъя көтә ул.  Был кәсепте Йәмил яҡындары менән бергә алып бара, уларҙың быйма баҫыу цехы районда уңышлы эшләй. “Атайсал” сығарылышында уның менән үҙенсәлекле кәсептең нескәлегенә төшөнөрбөҙ.   

18.05.2016

     Дүртөйлө районы - элек-электән алдынғы, абруйлы, мәҙәни һәм иҡтисади яҡтан үҫешкән  төбәк.  Бында  эшсән, уңған, ҡунаҡсыл, үҙ тыуған төйәген, тәбиғәтен яратҡан ихлас халыҡ йәшәй.  Уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәте, тырышлығы һөҙөмтәһендә район республикала алдынғы урындарҙы биләй. "Атайсал" сығарылышында райондың бөгөнгө йәшәйеше, көнитмеше менән танышырбыҙ.  

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 10..12°C
иртән 10..12°C
көндөҙ 13..15°C
кис 11..13°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.