Беҙҙең проекттар

11.06.2016

Туҡ-Соран башҡорттарының тарихы бай. Тамырҙары Дим, Өршәк, Ҡыҙыл, Иҙел түбәне башҡорттарына барып тоташа. Ят- бауырҙарҙы күпләп ултыртып, ерҙәрҙе ҡыҫырыҡлай башлағастары күсенергә мәжбүр булалар. Күсенеү мәсьәләһен 5- 6 йыл буйы хәл иткәндәр. Рөхсәт булмаған. Йөҙәр- йөҙәр саҡрымға, ялан яғына күсенеп китергә мәжбүр булған башҡорттарҙың яҙмышын бер кем дә оноторға тейеш түгел. Сит ергә сығып китмәй улар. Ата- олатайҙарының көтөүлөк еренә барып...

10.06.2016

Ҡорама- ҡолой башҡорттары- Ҡолой ҡантон вариҫтары. Уларҙың бер вәкиле Спартак Ильясов менән әңгәмә тыңлағыҙ.

06.05.2016

Тормошобоҙҙоң айырылғыһыҙ бер өлөшө- радио. Бигерәк тә юлда, эштә, ялда тыңлауға уңайлы. Үҙ телеңдә яңғырап торған тапшырыуҙарҙы, йырҙарҙы тыңлау, яңылыҡтар, реклама ишетеү- рухи үҫеш. Шул үҫеште интернет селтәре аша киңәйтеп ебәреү мөмкинлеге бар. Шулай ҙа, олатайҙарыбыҙҙың үҙ заманында, өйҙәге стеналарға ҙур ҡара тәрилкәләр ҡуйыуҙарын, һуңынан шул ҡумтанан матур хәбәр ишетеп мөғжизәгә тиңләүҙәрен тарихтан белергә тейешбеҙ. Ләкин, күп тә үтмә...

08.04.2016

Республикабыҙ БАССР-ҙың 100 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнә.

25.03.2016

Силәбе өлкәһенә ҡараған ҡалаларҙың береһе Магнитогорск башҡорттары хаҡында һөйләргә йыйынабыҙ.Әтәс (рус. Атач, карталарҙа -гора Магнитная)тауына һалынған ҡала – Башҡортостанға иң яҡыны, ул да олатайҙарыбыҙҙың боронғо ерендә. Хәҙер был ҡалала төрлө сәбәптәр арҡаһында тирә яҡтан йыйылған көллөһө лә көн итә. Милләттәштәребеҙ ҙә етәрлек. Һуңғы йылдарҙа шул ҡалаға яҡын тирәнән күсеп барыусылар иҫәбенә артҡан , күрше райондан йөрөп эшләүселәр ҙә етә...

11.03.2016

УРАЛ тауҙары, шул ТӨБӘКТЕҢ АҪАБАЛАРЫ тигәндә, әлбиттә, халҡыбыҙ тураһында һүҙ бара. Ул-боронғо еребеҙ. Ә яңырыу осоро тип ҡағыҙға тәү теркәлеүе- бынан өс быуат  элек кенә, олатайҙарыбыҙ еренә яттарҙың ҡаҙна заводттары һала башлаған мәле. Ауыр эшкә аҫабаларҙы ла, ҡол итеп ҡырҙан ят- бауырҙарҙы ҡыуып килтереүҙәр ҙә тарих ҡулсаһы өсөн бик әҙ генә арауыҡ. Кеше ғүмере менән иҫәпләгәндә лә, олатайҙарыбыҙҙың аталары заманы, йәғни 18 быуат башы ғына....

29.02.2016

Алыҫ Кемерово тигәндә оло быуын кешеләренә ни тиклем ауыр булһа ла, күбеһе үтуән быуаттың ата- әсәһенең 30 –сы йылдарҙағы ауыр хәтирәләрен яңырта. һәр кемдең тейерлек ошо өлкәгә ҡағылышлы яҙмышлы туғаны, ауылдашы булып, республикабыҙҙың тиҫтә- тиҫтә мең кешеһенә бәйле. Өлкәнең ҡайҙалығын яҡынса күҙ алдына килтереү өсөн Мәскәүҙән автомобиль юлы буйлап 3 601 саҡрымда ятҡанын да әйтәйек. Ваҡыт айырмаһы 2 сәғәт 20 ҡаланың береһе-Ле́нин-Кузне́цк —...

12.02.2016

Германия тигәндә өлкәндәр әле лә Ярман йәки Алман иле, тип һөйләй. Нисәмә быуын ата- олатайҙарыбыҙҙың яҙмышына яҙылған ошо ил. Тарих битенә күҙ һалғанда дуҫлыҡ- туғанлыҡты үҫтергән йылдар ҙа теркәлгән, төрлө килешеүҙәр төҙөлгән, йәғни яҡшы яғы ла бар, онотомаҫлыҡ яра һалған мәлдәр ҙә етәрлек. Заманында олатайҙарабыҙ уларҙы үҙ иленең дошмандарынан азат иткән, әрсәләгән, ҡоллоҡтан да ҡотҡарған. Күпмелер арауыҡта үҙҙәре лә уларҙа ҡол булған. Емер...

Әлибай Мәнишев
30.01.2016

Халҡыбыҙҙың боронғолоғон, ҙур тарихлы, тәрән мәҙәниәтле милләт икәнлеген иҫбатлар шәхестәребеҙ, азатлығын һаҡлаған ғәййәр ирҙәребеҙ һәр заманда ла булған. Мәҫәлән, әлеге Хәйбулла районы Әлибай ауылы халҡының да тарихы күрше өлкәләргә, сит тарафтарға барып тоташа.Түңгәүер затынан булған уҙаман Әлибай Мәнишев 19 быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән. Ул да үҙ заманының ғәҙелһеҙлек ҡорбаны.

27.01.2016

Йыл тамамланыуға барып, һәр кемдең эш- йомоштарын барлар мәл етте. Ил, төбәк, ойошма, ғаилә кимәлендә барһа ла, эш барышын йомғаҡлау- ҙур яуаплылыҡ талап итә. Сөнки, ҙур өйөңдә ни кәрәк, бәләкәйендә шул булыр тигәндәй, ойоштороу барышы ла шул уҡ. Тик бәләкәй сарала эш барышы әҙерәк, оло байрамдарҙа- күберәк, ә донъя кимәлендә барғаны- күмәртәле. Халҡыбыҙ өсөн быйылғыларының йыл аҙағында ойошторолған сараларҙың иң мәртәбәлеһе- Дүртенсе Бөтә дон...

27.01.2016

Борондан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең үҙ- ара осрашыу сәбәптәре бихисап булып ҡорға йыйылғандар, йыйын ойошторолған. Йорт- ил яҙымышын хәл итерҙәй ваҡиғалар теркәлгән, уй- ниәттәр барланған, маҡсаттар ҡуйылған. Шул йолалар хәҙер замансалаштырып байрам төҫөн дә ала. Был йәһәттән, күрше өлкәлә йәшәгән милләттәштәребеҙҙән- Ырымбурҙар сираттағы ҡорға йыйылып өлкә башҡорттарының мәҙәниәт көндәрендә күреште. Беҙ ҙә ҙур сараға шаһит булып, элекке таныштарыбы...

26.01.2016

Ырымбур, Свердловск, Һамар, Һарытау өлкәләре, Пермь крайы һәм Ҡурған – башҡорттар тығыҙ йәшәгән төбәктәр. Бөгөн республикабыҙҙа һәм унан ситтә, алыҫ ҡитғаларҙағы бауырҙаштарыбыҙҙы Ҡурған тарафындағы төп халыҡтың көнитмеше, һөйләше, ер- һыу атамалары менән таныштырырбыҙ. Сығыштар кемгәлер яœылыҡ та булмаҫ, бәғзе берәүҙәрҙә ҡыҙыҡһыныу уяныр, үҙе шул яҡта тыуып үҫкән тыңлаусыбыҙҙың күңелен күтәрер.

26.01.2016

Күрше тарафтағы, шул иҫәптән Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең дә йәшәйеше, тормошо хаҡында киң мәғлүмәт сараларында бермә- бер яҡтыртыла, тапшырыуҙарҙа бәйән ителә килә. Үҙ халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хисе бермә-бер артҡандай ҙа була, уйланырлыҡ саралары, хәл итер эштәр етәрлек икәнлеге лә күренә. Боронғо башҡорт ерендә ғүмер итеп, ауылдарҙы бөтөрмәй, унда йәшәп, тырышып донъя көткән рухлы, берҙәм һәм сәмлеләр йәшәй ул яҡта. Тапшырыуҙа...

26.01.2016

Башҡортостандың төньяғындағы, әлеге Асҡын, Тәтешле тарафтарына сиктәш булып йәйелгән Пермь крайы тураһында һүҙ сыҡҡанда, башҡорт ҡәбиләләре араһында иң боронғоларҙан һәм күп һанлыларҙан иҫәпләнгән ғәйнә башҡорттары күҙ алдына баҫа. Кемдәр ул ғәйнәләр тигән һорауға илһөйәрҙәр үҙе үк яуап таба. Ә бөгөн көнитмештәре нисек тип ҡыҙыҡһынғанда башҡалабыҙға килгән милләттәштәребеҙ аша ла белергә мөмкин. Башҡорттар күпләп төйәкләнгән Барҙа районынан...

26.01.2016

Силәбе өлкәһенең Арғаяш яҡтары электән данлыҡлы кешеләре менән билдәле. Тапшырыу заманына күрә уҡымышлы, алдынғы ҡарашлы, ғилемле, үҙ халҡының рухи лидерҙарынан кантон начальнигы Ҡорама батыр, Наполеон яуындағы башҡорт түрәһе Ҡолой кантонды биргән төбәк хаҡында.

26.01.2016

Ырымбур тигәндә, һәр кемдең икһеҙ-сикһеҙ киң яланлы, күҙ күреме етмәҫ далалы төбәк күҙ алдына баҫа! Офоҡҡа, ер менән зәңгәр күк ҡушылған кеүек булып торған яҡҡа, бараһың да бараһың, сикһеҙлеккә етергә йыйынғандай, йәнә дала буйлап юлыңды дауамлайһың. Шундай бер илаһи тарафта Үрге Ильяс, йәки Тәңес тигән ауыл бар. Ул - арҙаҡлы башҡорттар төйәге. Мөхәмәтша һәм Мәжит Буранғоловтарҙың һәм башҡаларҙың тыуған ауылы. Әлеге тапшырыу күренекле башҡортт...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 5..7°C
иртән 5..7°C
көндөҙ 18..20°C
кис 14..16°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.