Беҙҙең проекттар

04.11.2018

Календарҙа 4 ноябрь, йәкшәмбе. Тимәк уҙып барған аҙна ваҡиғаларына йомғаҡ яһарға ваҡыт. Беҙҙең ижади төркөм йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәләренә бәйле иң ҡыҙыҡлы һәм мөһим темаларға туҡталып, уларға баһа бирергә тырышты. Шулай итеп был сығарылышта.

  • Берҙәмлектә - көс! Бөгөн илдә Халыҡ берҙәмлеге көнө билдәләнә.
  • Таш менән атҡанға... Республикала таш сығарыу карьреҙары тикшерелә. Ни өсөн файҙалы ҡаҙылмаларҙан килгән табыш ҡаҙнаны...
14.10.2018

Һәр аҙна аҙағында беҙҙең ижади төркөм йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәләренә бәйле иң ҡыҙыҡлы һәм мөһим темаларға туҡталып, уларға баһа бирергә тырыша. Шулай итеп был сығарылышта.

  • Яңы етәксе - яңы маҡсаттар. Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
  • Сәскә ат, тыуған яғым - Башҡортостан! Республика халҡы оло датаны билдәләне. Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеүгә 28 йыл ту...
07.10.2018

Яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрселәре үтеп барған аҙнаға байҡау яһай. Шулай итеп, бөгөнгө тапшырыуҙа: 

- Республикала 18 сауҙа үҙәге ябылды.

Сауҙа-күңел асыу үҙәктәре хәүефһеҙме? Сәриә Рамазанова асыҡланы.

 - Кооперативтар илде туйындыра аламы? Әллә улар ауыл хужалығы тармағындағы декорация ғынамы?

 - Үзбәкстан беҙҙән ит, һөт, иген һәм башҡа ауыл хужалығы продукцияһы алырға әҙер. Башҡортостанға унан ҡоро емештәр, туҡыма һәм...

30.09.2018

Сентябрь айын һәм уның һуңғы аҙнаһын йомғаҡлайбыҙ. Һәр аҙна аҙағында иһә беҙҙең ижади төркөм йәшәйешебеҙҙең төрлө өлкәләренә бәйле иң ҡыҙыҡлы һәм мөһим темаларға туҡталып уларға баһа бирергә тырыша. Шулай итеп ...

  • Яңы парламент - яңы йүнәлеш. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылышы беренсе ултырышҡа йыйылды.
  • Эшкә китә минең ватандаштар, Поезд вагонына тейәлеп. Республика Хөкүмәтендә миграция мәсьәләләре ҡаралды. Ни...
23.09.2018

Һәр аҙна аҙағында беҙҙең ижади төркөм йәшәйешебеҙҙең һәр өлкәһенә бәйле иң ҡыҙыҡлы һәм мөһим темаларға туҡталып уларға баһа бирергә тырыша. Шулай итеп ...

  • Уҡыусылар нимә ашай? Мәктәп ризығын Сәриә Рамазанова тәмләп ҡараны.
  • Ипотека. Проценттар артамы? Күсемһеҙ милек баҙарына Ирек Әхмәтшин күҙ һалды.
  • Сүп-сар сығарыу күмпегә төшә? Бәйтулла Фәтҡуллин хаҡтарҙы өйрәнде.
  • Башҡорт балы. Умартасылар кооперацияға бе...
16.09.2018

Һәр аҙна аҙағында беҙҙең ижади төркөм йәшәйешебеҙҙең һәр өлкәһенә бәйле иң ҡыҙыҡлы һәм мөһим темаларға туҡталып уларға баһа бирергә тырыша. Шулай итеп ...

  • Тауыш биреү тауышһыҙ үтте. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға депутаттар һайланды.
  • Лайыҡлы эш – лайыҡлы хеҙмәт хаҡы. Йәштәр эш һайларға өйрәнә. Өфөлә һөнәрҙәр фестивалдәре уҙҙы.
  • Һаҡланғанды – һаҡларымын. Республикала грипҡа ҡаршы вакцинация башланды.
  • Юл хаталар...
11.09.2018

Был сығарылышта:

  • Ер йәнә тетрәрме? Ғалимдар менән Бәйтулла Фәтҡуллин аралашты.
  • Икмәккә хаҡ артырмы? Ил бураларына Вадим Лаврентьев күҙ һалыр.
  • Ысыҡкүлдә ҡәрҙәшлек уйындары. Ҡырғыҙстанда күсмә халыҡтарҙың Бөтә Донъя уйындары тамамланды. Миҙалдарҙы Ирек Әхмәтшин барлар.
  • 40-тан ашыу  дәүләт  Америка долларынан  баш тартып, Рәсәй  менән  милли  валюталарҙа иҫәпләшергә теләк белдерҙе. Донъя ваҡиғаларын Илнар Әх...
02.09.2018

2018 йылдың  йәйен оҙатып ебәрҙек. Башҡа  йылдарҙағы  һымаҡ  үтә  ҡоро, дауыллы  һәм  көслө ямғырлы булманы ул. Ә уҙып барған аҙнала  иғтибарға алырлыҡтарына  килгәндә: 

- Америка сәйәсәте кәртә була алманы. Саксония менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек нығына. 

 

- Еңел түгел улар күтәргән портфель. Республика парламенты  депутаттарын  һайлауға теүәл бер аҙна  ҡалды, әле  әҙерлек бара.

 

...
27.08.2018

Яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрселәре үтеп барған аҙнаға байҡау яһай. Шулай итеп, бөгөнгө тапшырыуҙа:  

- Алтмышынсы урындан икенсегә. Башҡортостан бюджетҡа килем буйынса төбәктәр рейтингында икенсе баҫҡысҡа күтәрелде;

- Америка санкциялары һумды нығытырмы?

- Һөтлө малсылыҡта ниндәй мәсьәләләр бар?

- Һеҙҙе терапевт көтә! Рәсәйҙә диспансерлаштырыу бара.

- Халыҡ дәүләт йыйылышы депутаттарына ниндәй өмөт бағлай?

...

20.08.2018

Вашингтон, Линкольн һәм Франклиндың портреттары ҡыҙыҡһындырмай башлай. Долларға донъя валютаһы статусын юғалтыу хәүефе янай.
Белем – байлыҡ, йәки мәктәп һай кеҫәне яратмай. Балаларын яңы уҡыу йылына әҙерләгән ғаиләләр өсөн мәшәҡәтле көндәр.
Полиция рейдтары комендант сәғәтен боҙоу осраҡтарының күп булыуын күрһәтә.
Һәр эштә тәртип кәрәк. Ҡорбан салыу үҙәкләштерелде. Мосолмандар оло байрамға әҙерләнә.
Белгестәргә туйына...

27.05.2018

Майҙың һуңғы тулы аҙнаһын тамамлайбыҙ. Уҡыусыларҙың бер өлөшө йәйге каникулды көтә, 11-селәр менән 9-сылар имтихан тота. Ошондай осорға аяҡ баҫтыҡ. Йәйҙе ҡаршылағанда башҡа мөһим темалар - иҡтисади ваҡиғалар, социаль мәлдәр ҙә көн үҙәгендә:

Бензин 50 һумға яҡынлаша. Артабан ниҙәр булыр? Санкциялар менән көрәш шулай ғәмәлгә ашырыламы?

Мәктәбем, белем усағы. Хушлаштыҡ. Имтихан өсөн 100 саҡрым үтеп район үҙәгенә юл тоттоҡ. Һуңғы ҡың...

20.05.2018

Мосолман диндарҙар өсөн изге Рамаҙан айы башланды, илебеҙ Хөкүмәте тулы составта эшләй башланы, республикала сәсеү ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Сәйәсәт, иҡтисад, йәмғиәт һәм мәҙәниәт. Һәр аҙна аҙағында беҙҙең ижади төркөм йәшәйешебеҙҙең һәр өлкәһенә бәйле ҡайһы бер темаларға айырым туҡталып уларға баһа бирергә тырыша. Шулай итеп ...

  • Тоташтыра беҙҙе күперҙәр. Ҡырым менән Рәсәйҙе19 километрлыҡ күпер тоташтырҙы. Президент яңы объектты үҙе һын...
13.05.2018

Сираттағы 6 йыл. Владимир Путин яңы мөҙҙәтен тантаналы ант менән башланы. Яңы президент менән хөкүмәт тә яңырҙы. Тик сәйәсмәндәр әйтмешләй, Путинға ышанғас, ул ышанған премьерҙы тәғәйенләргә тейешбеҙ.

73-сө Еңеү яҙы. Прогрессив кешелек фашизмды еңеүҙең сираттағы йыллығын билдәләне.

Үлемһеҙлек полкы. Ата-бабалар портреттарын тотоп йөрөү акцияһы ауылдарға ла барып етте, океан аша үтеп, Америкаға сыҡты.

Нихау, Аньхой! Беҙҙең...

22.04.2018

Аралашыу - яҡшы ғәҙәт. Башҡортостан башлығы халыҡтың һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирҙе. Йорттар төҙөлә, дауаханалар һалына, юл-күперҙәр буласаҡ, урындағы түрәләр халыҡ өсөн эшләйәсәк, Шихандарға ҡағылыусы булмаясаҡ. Шундай яуаптар алды кешеләр.

Республикала алдашыусылар, тимәк, алданыусылар ҡалмаясаҡ. Алдағы 3 йылда. Һәр хәлдә унар йылдар буйы фатир көткәндәр шуға өмөтләнә ала.

Балтанан бутҡа, йәки үҫемлек майынан да сыр яһап...

15.04.2018

Был аҙнала йырҙарҙа йырланғанса яҙғы һыуҙар ярһып ташҡан мәлдә, ваҡиғаларҙың да төрлөһө булды. Беҙҙең ижади төркөм иһә ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып баһа бирергә тырышты. Шулай итеп ...

  • Ташҡынға ҡаршы торасаҡбыҙмы? Республикала юғары әҙерлек тәртибе иғлан ителде. 
  • Илде һаҡлай егеттәр. Башҡортостан хәрби комиссариаты 100 йыллығын билдәләй.
  • Буласаҡ гагаринсылар үҙебеҙҙә тәрбиәләнә. Косманавтика көнөндә Башҡортоста...
09.04.2018

Ҡарҙар ирей, һыу таша. Бәлки ташмайҙыр ҙа, әммә экологтарға уның таҙалығын даими тикшереп тороу бурысы артты.
Ҡар-битлекте һалабыҙ. Йәки, һаумы соҡорло юлдар.
Өрөп ҡабырға кәрәк. Республикала мал сирҙәрен иҫкәртеү-киҫәтеү күнекмәләре үтә.
Янғын миҙгелен ҡаршылап. Ҡар китеү менән ут сығыу осраҡтары ла арта. Әҙерлек нисек бара?
Йәйҙе сәләмәт ҡаршылайыҡ. Өфөлә медицина форумы үтте.

25.03.2018

Календарҙа яҙ булһа ла, ҡыш китергә ашыҡмай. Күрәһең, ҡышын яумаған ҡар, мартта нормаһын үтәргә булған. Шулай ҙа яҙ үҙенең хоҡуғын белдертә. Урамдарҙан гөрләүектәр аға, ҡыйыҡтарҙан тамсы тама. Миҙгел алмашына, тирә-яҡ үҙгәреш кисерә. Тәбиғәт тә генә түгел, ә ижтимағи-сәйәси тормошобыҙҙа ла ҙур үҙгәрештәр булмаҡсы. Ил халҡы киләсәк өсөн тауыш бирҙе – дәүләт башлығын һайланы. Уҙып барған аҙна ошо ҙур ваҡиғанан ғибәрәт булды, тиһәк хата булмаҫ. Ә...

04.03.2018

Халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу, юғары технологияларға өлгәшеү, беҙҙең менән һөйләшергә теләмәгәндәргә тел асҡысы табыу. Владимир Путин Федераль йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә эске һәм тышҡы сәйәсәттә аныҡ бурыстар ҡуйҙы. "Беҙҙең менән эшләгеҙ, беҙҙә эшләгеҙ!". Өфөлә үткән Сәнәғәт форумында төбәк башлығы бизнес вәкилдәрен әүҙем хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы. Башҡортостанда Башҡорт ғаиләһе көнөн билдәләнек. Байрам Республика фестивале статусын алды. Өф...

18.02.2018

Ниһайәт, ҡытайҙар ҙа яңы йылды ҡаршыланы, көнсығыш календары буйынса, ысын мәғәнәһендә, Эт йылы башланды. Беҙҙә февраль айы ҡарға һараныраҡ булһа ла, ижтимағи-сәйәси өлкәлә ваҡиғалар етерлек. Республикала министрлыҡ-ведомстволар йылға йомғаҡ яһай, төрлө форумдар үтеп тора. Беҙ ҙә уҙып барған аҙналағы мөһим һәм ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға айырым туҡталып, уларға баһа бирергә тырышайыҡ. Шулай итеп ...

  • Төбәктәргә инвестициялар – киләсәккә инв...
11.02.2018

Фәндәр тауының киртләс баҫҡыстары. Социаль һәм иҡтисади алға барыш унан башҡа мөмкин түгел. Был аҙнала фән көнөн билдәләнек. Өфөлә туризмды үҫтереү юлдары тикшерелде. Беҙҙең мөмкинлектәр ҙур тиелде унда Социаль етемлекте Ғаилә дәрестәре менән хәл итәбеҙ. Мәктәптәрҙә яңы фән уҡытыла башлай. Беҙ - һынау төбәге. Олимпиада-2018: Допигнлы Рәсәй, астмалы норвегтар. Миҙалдарға план ҡуйманыҡ, тип белдерәләр Рәсәй Олимпия комитетынынан. Хыял тормошҡа а...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 0..-2°C
төндә 0..-2°C
иртән -1..-3°C
көндөҙ 0..2°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.