Пилот - авиатор; вертолет, самолет, ракета йөрөтөүсе кеше.
Алдан уҡ аңлатып китәйек, летчик тип хәрби авиацияла, ә пилот тип граждандар авиацияһында эшләүселәргә әйтәләр. Бынан тыш, эксперименталь авиация летчиктары ла була. Улар заводтан яңы ғына сыҡҡан һауа караптарының яңы моделдәрен һынай. Самолеттың төрөнә һәм осоу шарттарына ҡарап экипаж составы билдәләнә. Йыш ҡына ул ике кешенән, йәғни беренсе һәм икенсе пилоттан тора. Пилоттар һауа карабының төҙөлөшөн, уның менән идара итеүҙе бик яҡшы белергә тейеш.
Осош алдынан пилот маршрутты, һауа трассаһын өйрәнә, аэродромдар менән бәйләнешкә инә, авиабелгестәр менән кәңәшләшә. Былар барыһы ла төрлө көтөлмәгән хәлдәр килеп сыҡмаһын өсөн эшләнә.
Рейс ваҡытында пилот приборҙ...