Беҙҙең проекттар

16.11.2017

Донъяның күпселек дәүләттәре алдында етди һынау- урбанистика мәсьәләһе тора. Халыҡ яҡшы тормош эҙләп ҡалаға тартыла. Мегаполистар үҫә, ауылдар бушай бара, дисбаланс тыуа. Ана шуның өсөн хәҙер ауылдарҙың социаль-иҡтисади хәлдәрен яҡшыртыу буйынса төрлө саралар уйлап табыу, ғәмәлгә ашырыуға тырышып ятҡан көндәре. Властың да, бизнестың да, шул уҡ ауыл халҡының үҙенең дә. "Берҙәм Рәсәй" партияһы проекттарының береһе “Ауыл мәҙәниәт йорто” тип атала.2017 йылда 32 район ҡулланды поект менән.

09.11.2017

Күмер етештереү, йәғни яндырыу - иң боронғо кәсептәрҙең береһе. Тимерселәр файҙаланған уның менән. Рәсәйҙә ағас күмеренең тыуған төйәге тип беҙҙең Уралыбыҙҙы атайҙар. Сөнки Демидовтың тимер заводтары өсөн тап ошонда яндырғандар уны, шул иҫәптән беҙҙең ата- олатайҙарыбыҙ ҙа. Учалы эшҡыуары Азат Йәғәфәров та ошо кәсепте табышлы бизнес итә алған. Урманды яндырып ҡына ҡалмай, ҡырҡылған ағастары урынына ултыртып та бара.

02.11.2017

Күсемһеҙ милек, мөлкәт, ер, башҡалар - һәммәһе лә ҡулланылышта, йәғни, табыш килтерә, финанс мөнәсәбәттәрҙә тора, иҡтисадтың төрлө тармаҡтары. Уларҙы хосусилаштырыу, алыу-һатыу, мираҫҡа ҡалдырыу һәм башҡа операциялар өсөн башта мөлкәттең теркәлеүе мөһим. Сөнки һәр сутый ер иҫәпле. Теркәлмәгән ерҙән һалым килмәй.

26.10.2017

Советтар союзы осоронда һәр мәктәптең үҙ баҡсаһы булды. Хатта һыйыр аҫраған мәктәптәр бар ине. Һуңынан балалар көсөн ҡулланыу ҡанунға һыймай тигән демагогик фекер нығынды. Уның бер ниндәй ҙә эксплуатация түгеллеге аңлашыла, хеҙмәт аша тәрбиәне бер кем дә инҡар итмәй. Икенсенән, ошо эштән файҙа килә. Уҡыусыға ла, ата-әсәгә лә, мәктәпкә лә. Иҡтисади ҡатмарлы шарттарҙа көн итмеш даирәбеҙҙә уныһы ла мөһим фактор.

19.10.2017

Рәсәй агросәнәғәт комплексындағы эштәргә йыл һайын октябрь баштарында йомғаҡ яһап алына. Ил төбәктәренән етештереүсе, эшкәртеүсе предприятиелар Мәскәүгә йыйыла, ҡаҙаныштарын бер-береһенә, түрәләргә күрһәтә, башҡаларҙың тәжрибәһен ҡарап, күреп, үҙендә ҡулланып ҡарарға ниәт тотоп ҡайта. Башҡортостан унда йыл һайын ҡатнаша. Быйылғыһында алтын, көмөш, бронза - 313 миҙал, шулай уҡ күргәҙмәнең Гран-приһын алып ҡайтты республика аграрийҙары.

12.10.2017

2021 йылда "Апимондия" беҙҙә үтә, төрлө ҡитғаларҙан умартасылар килә республикаға. Конгресс республиканың иҡтисади үҫешенә лә ҙур йоғонто яһаясаҡ", - ти белгестәр. 10 мең самаһы кеше килеүе көтөлә.

05.10.2017

2015 йылда ШОС-БРИКС ойошмалары саммиттары икеһе бер юлы беҙҙә үткәйне. Ә ошо иҡтисади киңлектәрҙән кесе бизнес вәкилдәре Өфөлә шул йылдың көҙөндә - беренсе, былтыр - икенсе һәм быйыл өсөнсөгә йыйылды. Төбәк менән төбәк форматындағы форумда Рәсәйҙең ике тиҫтәләп төбәге, Ҡаҙағстан, Һиндостан, Үзбәкстан, Ҡытай, Бразилия, Көньяҡ Африка провинциялары вәкилдәре ҡатнашты.

28.09.2017

Республикала инде байтаҡ ваҡыт кооперация мәсьәләләре тикшерелә. Шәхси хужалыҡтарға үҙҙәре етештергән-үҫтергәнде һатыуҙа берләшеү, сеймалдан кибеткә барып етерлек әҙер продукция сығарыу - кооперацияның төп маҡсат һәм бурыстары. Күмәк хужалыҡ тип 1 быуат элек тә баш ватҡандар. Крәҫтиәнде артелгә, колхозға берләштереү ысын көрәш булған. 70 йыл шулай коллективта йәшәгәс, бер көн килеп, союз, уның артынса колхоз юҡҡа сыҡты. Хәлле крәҫтиән - фермер дәүере әйләнеп ҡайтты. Хәҙер уларҙы йәнә берләштерәбеҙ, йәнә кооперацияны данлаған көнөбөҙ. “Сыбыҡтарҙы берәмләп һындырыуы рәхәт, барыһын бергә һындырып булмай”, тигән мәҡәл йәнә актуалгә әйләнде.

21.09.2017

Благовар районынан Илфат Әхмәтшиндың крәҫтиән-фермер хужалығында 8 мең ҡаҙ, 2 мең ярым мускус өйрәк үҫтерелә, 120 мең бәпкәлек инкубатор, 1 мең гектарҙан ашыу һөрөнтө ере бар хужаның. Уның бәпкәләрен Ҡаҙағстандан да килеп алалалар.

14.09.2017

Беҙҙең халыҡта йылҡы борон-борондан хужалыҡта иң ҙур ярҙамсы булған. Ярҙамсы ғына түгел, ир-егеттең тоғро дуҫы, яуҙашы, тыныс тормошта иһә туйындырыусыһы ла. Легенда- риүәйәттәребеҙгә күҙ ташлаһаҡ, унда ла Йылҡысыҡҡан күл, Арғымаҡ, Толпар, Аҡбуҙаттарға тап булабыҙ. Ана шул быуаттар дауамындағы дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек, бер-береңде ҡурсалауҙың логик дауамы - Өфөлә Ат байрамы ойошторолдо. Төрлө мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Рәсәйҙә йылҡылар һаны 1 миллион 375 мең самаһы. Беҙ өсөнсө урында торабыҙ. Әйткәндәй, Рәсәйҙең төп аграр уҡыу йорто- Тимерязов исемендәге университетта Йылҡысылыҡ кафедраһы эшләп килә. Кем әйтмешләй, файҙалы булмаһа, уҡытмаҫтар ине.

07.09.2017

Республикабыҙҙа сәләмәт тормошто, экологик таҙа ризыҡты пропагандалау йүнәлешендә күп эштәр башҡарыла."Һөт иле" фестивале лә инде матур бер йолаға әүерелде. Быйыл ул етенсе тапҡыр уҙғарылды. Фестивалдә республиканың һөт эшкәртеүсе 25 эре предприятиеһы, 14 фермер хужалығы ҡатнашты. Сара үткән Салауат Юлаев һәйкәле янына килгән һәр кемде байрам майҙанына 1 стакан һөт эсереп үткәрҙеләр. Байрамға 52 мең кеше килде, улар 10 мең тонна һөт эскән. "Һөт иле"нең маҡсаты - халыҡ араһында үҙебеҙҙә етештерелгән һөттө пропагандалау, һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк биреүгә өгөтләү.

11.06.2017

Йәйҙең тәүге айының тәүге декадаһы тамам. Тик көндәр генә йәйгесә түгел. Хатта һаман да картуф ултыртмаусылар бар. Тегендә-бында ҡар, боҙ-борсаҡ яуып китә. Социаль сәхифәләрҙә йәшел төҫтәге ҡыш тураһында мәрәкәләр тулған. Хәйер, ундай ғына июндәрҙе күргән бар. Синоптиктар, ана, июлдә эҫе, ҡоро буласаҡ тип фаразлай. Синоптик тигәндән, был аҙнала Республика хөкүмәте менән Рәсәй Гидрометерология һәм тирә яҡ-мөхитте мониторингылау хеҙмәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был документ, әлбиттә, беҙгә сыуаҡ көндәр килтермәҫ, әммә һауа торошон теүәлерәк белеп барасаҡбыҙ, тип уйлайыҡ. Аҙналағы башҡа ваҡиғаларға килгәндә: •Тәбиғәтте һаҡлау йылындағы сараларҙың бер өлөшө - Экология форумы үтте. •Африкалылар һәм һиндтар Салауат батыр тәпәй баҫҡан ерҙәрҙе күрҙе. Төнъяҡ-Көнсығыш төбәктәрҙә фольклор б...

08.06.2017

Республика тауарҙары Рәсәй һәм Халыҡ-ара кимәлдә насарҙарҙан түгел. Сифат, хәүефһеҙлек, экологик таҙалыҡ һәм башҡа яҡтарҙан алдынғылар исемлегендә. Тик бер мәл -  нишләп беҙ донъя баҙарын яулап алмайбыҙ, һаман да үҙ ҡаҙаныбыҙҙа ҡайнайбыҙ? Санкция- эмбарго тәртиптәре лә ошоға ҡулай. Тик асылда...хатта кибет кәштәләрендә туҡмас-торттар, майонез һәм башҡалар күрше төбәктәрҙән килтерелә. 2 меңенсе йылдар башынан "Иң яҡшы 100 тауар" конкурсы уҙғарылып килә, көнкүреш тауарҙары, хеҙмәттәр, аҙыҡ-түлек, хатта китаптар ҙа ҡатнаша был сарала. Федераль конкурс быйыл 20-сегә уҙғарылды, ошо йылдар эсендә республиканың 3 мең ярым тауар-хеҙмәттәре лайыҡлы баһа алған.

01.06.2017

"Әгәр урта йәки кесе бизнес алдында 10 мәсьәлә тороп, уларҙың туғыҙын хәл иткәндә, унынсыһы барыбер үҫеш өсөн кәртә буласаҡ. Шуға күрә мәсьәләләрҙе системалы хәл итә барырға кәрәк".(эшҡыуар ауыҙынан). Төрлө сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Рәсәй буйынса 4 миллион ярым хужалыҡ итеүсе субъект бар. Республикала уларҙың һаны 136 мең самаһы. 2-3 йыл элек был һан 147 мең тирәһе ине. Властарҙан ярҙам булмаған хәлдә, иң мөһиме- ҡамасауламаһындар. Икенсенән, белем, тәрбиә, мәғлүмәт биреү. Йәнә бер мәсьәлә - үҙ эшҡыуарҙарыбыҙҙың абруйын күтәреү, уларға ышаныу, яуаплылыҡтарын арттырыу. Урындағы инвесторҙы ла күрергә кәрәктер бит.

25.05.2017

Башҡортостанда нефть химияһы өлкәһендәге өҫтөнлөклө проекттарға 200 миллиард һум һалынасаҡ. Өфөлә үткән газ һәм нефть сәнәғәтселәре форумында шулай тип белдерелде. Рәсәй нефть сәнәғәтенең 3 проценты өлөшө - беҙҙең республиканыҡы. Нефть эшкәртеүҙә иһә был һан 9 процентҡа етә. Рәсәй бензинының - 12, дизель яғыулығының 14 проценты ла Башҡортостандыҡы булыуын да иҫәптән сығарырға ярамай. Йәғни, беҙ- нефть продукцияһы буйынса илдең терәк төбәге статусын ныҡлы тотоп торабыҙ. "Нефть.Газ.Технологиялар" форумы Өфөлә йыл да уҙғарыла. Быйылғыһында 400 самаһы компания ҡатнашты. Рәсәйҙең 37 төбәгенән вәкилдәр килде.

18.05.2017

Рәсәй үҙенең иҫәпләшеү системаһын яйға һала. Әлегә тиклем беҙ "Мастер кард", "Виза"лар менән ҡулланабыҙ. Хәҙер Рәсәйҙең үҙенеке - "Мир" тигән пластик карта менән ҡулланасаҡбыҙ. Рәсәйҙә “Мир”ға башта тулыһынса бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре күсә. Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙән тыш, стипендия, пенсиялар ҙа Мир аша башҡарыла. Быйылдан пенсия ала башлаусыларға “Мир” карталары бирелә. Башҡа түләү системалары менән ҡулланған пенсионерҙар иһә 2018 йылдың 1 июленә тиклем Рәсәй “Мир”ына күсергә тейеш - банкоматтар һәм терминалдар ошо картаны хеҙмәтләндереүгә көйләнә.

04.05.2017

Ағиҙелдә боҙ китеп өлгөрмәй, Өфө урамдары ауыр рюкзак йөкмәгән инәйҙәр менән тула - баҡсасылар байкерҙарҙан ҡалышмай, үҙ миҙгелдәрен асып ебәрә. Баҡсасы булыуҙың уңай яҡтары күп инде. Пенсионерҙар өсөн. Йәй буйы саф һауала, тәбиғәт ҡосағында. Икенсенән, физик эш, физик шөғөл – үҙе бер фитнес. Өсөнсөнән, түтәл менән мәшғүл булып, сир тураһында онотола - поликлиникаларҙа сират кәмеп ҡала, дүртенсенән, бишенсенән... Һәм иҡтисади отошто ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайыҡ - Рәсәй буйынса миллиондарса кеше үҙ түтәлендә үҫтерә бит йәшелсә-емеште, дәүләттең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге програмаһына етди өлөш индерә. Картуф, кишер, кәбеҫтә, ҡабаҡ, ҡыяр һәм башҡаһы: берәүҙәре тоҙлана, икенселәре турамаға китә, өсөнсөләре мөгәрәптәргә төшөп ята.

27.04.2017

Кооперация хәрәкәте актуалгә әйләнде. Сәбәптәре байтаҡ. Мәҫәлән, барыһы ла үҙенә яуаплылыҡ алып, бизнесҡа барырға теләмәй. Яуаплылыҡ - бер. Икененән, администартив кәртәләрҙе, һалым ауырлыҡтарын яңғыҙ үтеүе ауыр. Бер йүнәлештә эшләгән ваҡ хужалыҡтар берләшә, туплана ала. Мәҫәлән, умартасылар, малсылар, һөт етештереүселәр, йорт төҙөүселәр һәм башҡалар. Бер-береңә ышаныу, хөкүмәт ярҙамы - кооперацияның төп нигеҙе.

13.04.2017

Һәр ауылда, айырыуса район үҙәге йәки ҡалаға яҡыныраҡ урындарҙа кешеләр үҙенән артҡанды һатып аҡса эшләй ала. Эш юҡ, мал аҫырауы ҡиммәт һәм ауыр, ауылды ҡарамайҙар,тип зарланыусылар ғына күпселектә түгел. Эйе, заманалар ул тиклем рәхәттән түгел. Шул уҡ ҡош-ҡорт еменә иген бөтә урында ла юҡ. Бесән саптырыу, ташытыу ҙа арыу ғына суммаға барып баҫа. Шулай ҙа яйын тапҡан йүнселдәр сығымдарын түгел, килемдәрен һанай.

06.04.2017

Матурлыҡ, тышҡы ҡиәфәт тураһында мәҡәл-әйтемдәр күп халҡыбыҙҙа. Мәҫәлән “Ағас күрке- япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк” һәм башҡалар. Икенсе өлөшөн, аҡылға ҡағылышлыһын төшөрөп ҡалдырғанда, кешене лә бит кейеменә ҡарап ҡаршылайҙар. Өфөлә үҙ ательеһын булдырған Сайма Хәсәнова, милли үҙенсәлектәрҙе заманса кейемдәрҙә файҙалана. Игеҙәк ҡыҙҙар Әлфиә менән Гөлфиә Хамматовалар Өфөлә сервис академияһын тамамлаған. Улар ҙа милли костюм һыҙаттарын алып, заманса кейем тегә. Әбйәлил районы Яңауыл ауылынан Илүзә Һибәтова иһә тарихи милли кейемдәре менән ҡыуандыра.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

кис 1..3°C
төндә 0..2°C
иртән 0..-2°C
көндөҙ 3..5°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.