Беҙҙең проекттар

15.02.2018

Ҡул өшөһә, усты бер-береһенә ышҡыйҙар. Бармаҡтарға массаж эшләһәң дә, ҡул йылынып китә. Мейес  йә батарейка янында ла тоторға була, тик  уларға ҡулды тейҙерергә ярамай. Сөнки өшөгән тире бер нәмә лә тоймай, шуға күрә мейестең эҫеһен һиҙмәйсә, бешеп ҡуйыуың бар. Шулай уҡ, ҡул өшөһә, йылы һыу ағып торған кран аҫтында тоторға кәрәк.

Аяҡ өшөгәндә йылы һыуҙан ванналар бик яҡшы. Һыуға гәрсис тә ҡушып ебәрһәң, аяҡтарҙы ҡыҙҙып ебәрә.

Һыуыҡта кеше үҙендәге йылыны һаҡларға тейеш. Ә йылыны нисек һаҡлайҙар, беләһегеҙме, бәләкәстәр?

Беренсенән, һауа торошона, температураһына ҡарап, ярашлы итеп кейенергә кәрәк.

Ҡышҡы кейем йәбешеп тормайса, саҡ ҡына бушыраҡ булһа, йылыраҡ була. Аяҡ кейеме лә әҙерәк кенә ҙурыраҡ булырға тейеш. Сөнки кейем араһындағы һауа йылыны һаҡлай.

Ө...

06.02.2018

Коньки өс мең йыл элек барлыҡҡа килгән. Иң тәүге конькиҙар һөйәктән булған. Уларҙы аяҡ кейеменең табанына бәйләп ҡуйғандар һәм ҡулдарына осланған таяҡтар тотоп шыуыр булғандар. Ә 13 быуатта Исландия һәм Голландия тигән илдәрҙә конькиҙы ағастан эшләй башлағандар. Бындай конькиҙың шыуа торған  ҡырын үткерләнгән  металдан яһағандар. Боҙҙа шыуырға яратыусылар  500 йыл буйы шундай конькиҙа йөрөгән. 18 быуатта конькиҙарҙы тулыһынса  ҡоростан эшләй башлағандар.

Конькиҙа ҡышын туңған йылға һәм күлдәрҙең боҙонда шыуғандар. 18 быуатта  Нидерланд йәштәре конькиҙа уҙышыу буйынса ярыштар ойоштора башлай. Был ярыштарҙан һуң боҙ өҫтөндә йыш ҡына бейеүҙәр башланып китер була. Улар һуңынан хәҙерге спорт төрҙәренә — конькиҙа уҙышыуға һәм фигуралы шыуыуға әүерелә.

Йылға –күлдәрҙең боҙо шыма ғына булмағас,  конькиҙа у...

25.01.2018

Бөтә нәмә лә Ергә төшә. Сөнки уларҙы Ер үҙенә тарта. Был – Ерҙең тартыу көсө тип атала.

Был көстө билдәле инглиз ғалимы Исаак Ньютон асҡан. Легенда буйынса, ул алмағастан өҙөлөп төшкән алманы күреп: “Ниндәйҙер көс уны ергә төшөргә мәжбүр итә бит!”- тип уйлаған һәм Ерҙең тартыу көсө законын  асҡан.

Был көс бөтә нәмәгә лә тәъҫир итә. Шуның өсөн бөтә әйберҙәр ҙә ергә төшә.

Әйберҙәр бер-береһенә лә тартыла. Әйбер ни тиклем ҙурыраҡ һәм ауырыраҡ  булһа,  шул тиклем нығыраҡ көс менән тарта.  Ҡояш та планеталарҙы үҙенә тартып тора. Шуға ла улар тәгәрәп китмәй.

Беҙ бөгөн Факиһа Туғыҙбаева апай ижад иткән “Кем иң матур?” тигән әкиәт тыңлайбыҙ.

18.01.2018

Светофор – зебраның өс күҙле ярҙамсыһы. Машиналарҙан алдараҡ барлыҡҡа килгән. Ул ваҡытта ҡала урамдары буйлап ат егелгән кареталарҙа елгәндәр. Һәм авариялар булып торған. Сөнки йәйәүлеләр ҡайҙан теләй, шунан йөрөгән. Авариялар булмаһын өсөн урамдарҙа һәм юлдарҙа тәртип булдырыу кәрәклеге тыуған. Шул ваҡытта светофор уйлап тапҡандар ҙа инде.Ул бик ябай булған. Ике генә төҫтән  һәм бер уҡтан торған. Уҡты махсус кеше йә ҡыҙыл, йә йәшел төҫкә күсергән. Тик ике генә төҫтән торған светофор бик уңайһыҙ булған, кешеләр хәрәкәтте ҡасан башларға аңламай ҡалған һәм буталып бөткән. Шунан һуң светофорға өсөнсө төҫ өҫтәгәндәр.Һары төҫ - әҙерләнергә тигәнде аңлата.

Балалар, юлды махсус  урындан – зебра һалынған урындан сығырға кәрәк икәнде һеҙ беләһегеҙ. Юл хәрәкәте тәртипте ярата. Тәртип булғанда ғына ул хәүефһеҙ.

...
29.12.2017

Тышта ҡояшлы, ләкин сатлама һыуыҡ көндәр торған. Балалар Яңы йылды көткән, сөнки улар был байрамда тылсымлы бүләктәр аласаҡтарына ышанған һәм йыл буйына үҙҙәрен бик тәртипле тотҡан,  тырышып шиғырҙан ятлаған, матур йырҙар өйрәнгән.

Ҡыш бабай тылсымлы  урманда йәшәгән. Унда юлды бары ҡырағай кейек-ҡоштар ғына белгән. Ҡыш бабайҙың Яңы йыл алдынан эше күп икәнен  беләһегеҙҙер, бәләкәстәр?

Тик  һуңғы көндәрҙә ул йорто тирәһендә күренмәгән. Мейесенән төтөн дә сыҡмаған. Бер көндө Ҡыш бабайға Аҡҡуян ҡунаҡҡа килгән. Йәнлектәр шулай бабайға ҡунаҡҡа килеп йөрөгән. Артабан нимә булғанын әкиәтте тыңлағас белерһегеҙ.

18.12.2017

Быйма - үҙе йылы, үҙе йомшаҡ, үҙе дауа. Уны һарыҡ йөнөнән баҫалар. Шулай уҡ дөйә йөнөнән дә быймалар була. Ә йөн һыҙланғандан бик файҙалы. Бигерәк тә быуындар һыҙлағанда шифалы. Быйманы  мең ярым йыл элек мал-тыуар аҫыраусы күсмә ҡәбиләләр уйлап тапҡандар. Улар монголдар һәм төрки халыҡтар. Быймалар тиҙ тишелмәһен өсөн табанын  күн менән ҡаплағандар, аҙағыраҡ резина табан яһағандар йәки галуш менән кейгәндәр.

Әкиәттәге ҡуян ҡыҙы башта әсәһе алып биргән быйманы кеймәй ҡарышҡан.Шунан ни булғанын "Ҡуян ҡыҙы" тигән әкиәтте тыңлағас белербеҙ. 

                            

12.12.2017

Ҡул өшөһә, усты бер-береһенә ышҡыйҙар. Бармаҡтарға массаж эшләһәң, ҡул йылынып китә. Мейес  йә батарейка янында ла тоторға була, тик  уларға ҡулды тейҙерергә ярамай. Сөнки өшөгән тире бер нәмә лә тоймай, шуға күрә мейестең эҫеһен дә һиҙмәйсә, бешеп ҡуйыуың бар.Шулай уҡ, ҡул өшөһә, йылы һыу ағып торған кран аҫтында тоторға кәрәк. Аяҡ өшөһә, тасҡа йылы һыу һалып, аяҡты шунда тығып ултырһаң, тиҙ генә йылынып китәһең. Өшөгәндә йылы һыуҙан ванналар бик яҡшы. 

Һыуыҡта кеше үҙендәге йылыны һаҡларға тейеш. Ә йылыны нисек һаҡлайҙар, беләһегеҙме? Һауа торошона, температураһына ҡарап, ярашлы итеп кейенергә кәрәк. Ҡоро һалҡында кеше бик өшөп бармай. Ә бына ҡар яуғанда  кеше тиҙерәк өшөй. Сөнки ҡар яуғанда -1 С ҡына һалҡын, ләкин һауа еүеш була. Еүеш һалҡын кешене тиҙерәк өшөтә.

Малайҙар, ҡыҙҙар, ҡышҡы...

08.12.2017

Бесәй - йорт хайуандарынан кешегә иң һуңғы булып эйәләшкән. Бесәйҙе кеше торлағына сысҡандар алып килгән. Бер заман ҡомаҡтар үрсеп китә һәм кеше йәшәгән урындарға һөжүм итә башлай, бойҙайҙарын, аҙыҡ-түлеген урлап ашай. Ә бесәйҙәр сысҡан-ҡомаҡ ярата. Шуларҙы ауларға тип улар ҙа кеше йәшәгән урынға килә. Шулай итеп, бесәйҙәр кешегә эйәләшеп китә.

Беҙ бөгөн "Һоросай менән Ҡарасай" тигән башҡорт халыҡ әкиәтен тыңлайбыҙ.

06.12.2017

Бөгөн  "Иләү"ҙә  4 йәшлек  Нурсолтан Хәсәнов тәтелдәй.  Ул бик етди егет, брейк-данс менән шөғөлләнә, һылыуы Сәлимәне  ҡараша. Һәм, иң мөһиме, үҫкәс ғалим булырға хыяллана. 

Нурсолтанды бергәләп тыңлайыҡ.

04.12.2017

Ҡар бөртөктәре һауала һыу быуынан барлыҡҡа килә. Бик юғарыла ныҡ һыуыҡ  һәм һыу туңа. Иң тәүҙә саң бөртөгөнә ваҡ ҡына боҙ киҫәктәре йәбешә. 

Һыу, башҡа матдәләр кеүек үк, молекуларларҙан тора. Һыу молекулаһы бер һауа атомынан һәм ике водород атомынан тора. Химия фәнендә һыу молекулаһы Н2О тип яҙыла.

Шулай итеп, һыу шыйыҡ хәлдә була һәм уның молекулалары тәртипһеҙ рәүештә хәрәкәт итә.

Һыу туңып  ҡаты хәлгә күскәс, молекулар командаға буйһонған һалдаттар шикелле билдәле бер тәртиптә сафтарға теҙелә. Уны кристалл рәшәткәһе тип йөрөтәләр. Һыу кристалы рәшәткәһе алты мөйөшлө.

Буласаҡ ҡар бөртөгөнөң ниндәй булыуы һауа шарттарына бәйле. Һауа шарттары бер туҡтауһыҙ үҙгәреп тора, шуға ла ҡар бөртөгө йә киңлеккә, йә оҙонлоҡҡа үҫә, йә уның нурҙары үҫеп сыға. Шуның өсөн...

30.11.2017

Ни өсөн ағастар ҡышҡылыҡҡа  япраҡтарын ҡоя, тик шыршы ғына йәшел көйө ҡала? - тип һорай минән балалар.  Ағастар углекислый газды йотоп, кислород бүлеп сығара. Ишеткәнегеҙ барҙыр, бәләкәс дуҫтарым?  Был фотосинтез тип атала. Ләкин фотосинтез өсөн ҡояш нурҙары һәм һыу етәрлек булырға тейеш.  Ағастар  һыуҙы япраҡтары аша быуға әйләндерә. Ә ҡышын һыу туңа, ергә һеңмәй өҫтә ята, ҡояш та аҙ йылыта, көндәр ҡыҫҡара. Шуға ла улар япраҡтарын ҡоя һәм йылы яҙҙы көтә. Әгәр ҙә ағастар ҡышҡыһын япраҡта ултырһа, уларға  ҡар йәбешеп, ағастарҙың көсө етмәй ботаҡтары һыныр ине.

Шыршыға ла ҡар йәбешә. Тәбиғәт  ылыҫлы ағастарҙы иҫ киткес үҙенсәлектәр менән яралтҡан. Уларҙың энәләренең майҙаны бәләкәй генә, шуға дымды быуға әйләндермәй тиерлек. Етмәһә,  энәләр йоҡа ғына балауыҙ менән ҡапланған. Был да дымды тотҡарлай...

29.11.2017

"Иләү" гә һөнәрҙәрен күрһәтергә тип малайҙар һәм ҡыҙҙар йыш килә. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта 4 йәшлек Риана Динисламова.

Ул сағыу буяуҙар менән матур-матур һүрәттәр төшөрә, туғаны 2 йәшлек Сафина менән уйнарға ярата, шиғырҙар, әкиәттәр һөйләй, йырлай. Тыңлайыҡ үҙен.

20.11.2017

Температура 0 С-тан түбән булғанда һыу туңа һәм боҙға әйләнә. Ваҡ ҡына боҙ бөртөктәре болоттарҙа ярала. Улар унда ҙурая һәм ҡар бөртөктәренә әйләнеп киренән ергә яуа. Шулай итеп, боҙ менән ҡар - ҡаты хәлдәге һыу. Шулай уҡ һыу күҙгә күренмәй торған хәлдә лә була. Ул - быу. Шул быу юғарыға күтәрелеп һыуына һәм йә һыу тамсылары, йә ваҡ ҡына боҙ бөртөктәренән торған болоттарға әйләнә. Болоттарҙағы һыу ямғыр йә ҡар булып киренән ергә яуа. Был күренеш һыу әйләнеше тип атала.Шулай итеп, һыу шыйыҡ, ҡаты һәм быу хәлендә була.

Беҙ бөгөн Азат Хәлилов яҙған "Йыл миҙгелдәре" тигән әкиәт тыңлайбыҙ.

16.11.2017

Бөгөн “Иләү”гә үҙенең һөнәрҙәрен күрһәтәм, “Сәңгелдәк”тә ҡатнашам, тип бик шәп, һөнәрле ҡыҙ килде. Йәмилә Миңлеғоловаға 4 йәш. Өфөлә йәшәй. Ата-әсәһе уны яратып Йәмиләкәй тип кенә йөрөтә.

Йәмиләкәй шиғырҙар һөйләй, тыңлайыҡ.

13.11.2017

Ҡолаҡтың эсендә сера тигән матдә була. Ул ҡолаҡҡа ваҡ сүп-сар, туҙан, һыу кермәһен өсөн кәрәк. Балалар йыш ҡына ҡолаҡтарына төрлө әйберҙәр, мәҫәлән, төймә, борсаҡ, көнбағыш тығалар. Ҡолаҡҡа берәй нәмә керһә, малайҙар һәм ҡыҙҙар, уны бармаҡ менән соҡорға һис тә ярамай, сөнки соҡоған һайын ул төпкәрәк китәсәк. Ата-әсәгеҙгә әйтергә кәрәк. Улар һеҙҙе ҡолаҡ табибына алып барыр. Ҡолаҡҡа яҡын килеп ҡысҡырыу, һыҙғырыр ҙа зыянлы - ҡолаҡ эсендәге йоҡа ғына ярының йыртылап ҡуйыуы бар. Ҡолаҡҡа һалҡын үтмәһен өсөн, һыуыҡта баш кейеме кейергә кәрәк. 

Бөгөн беҙ Нажиә Игеҙйәнова апай яҙған Оҙонғолаҡ исемле ҡуян балаһы хаҡында әкиәт тыңлайбыҙ.

09.11.2017

4 йәшлек Ҡадир Садыҡов Жуково ауылында йәшәй. Бик һөнәрле, уңған малай ул: һүрәт төшөрә, самокатта, велосипедта елдерергә ярата, Гром исемле этен ашата, ҡустыһы Таһир менән уйнай. Һәм, әлбиттә, шиғыҙар, әкиәттәр һөйләй. Тыңлайыҡ Ҡадирҙы.

02.11.2017

Кеше кәүҙәһен умыртҡа бағанаһы тотоп тора. Ул арҡаның ҡап уртаһында урынлашҡан. Айырым һөйәктәр дисктар ярҙамында йәбешеп тора, шуға ла умыртҡа бағанаһы һығылмалы. Кәүҙәне дөрөҫ тотмаһаң, ул һығылмалылығын юғалта. Әгәр ҙә өҫтәл артында арҡаңды дуғаландырып ултырһаң, китаптар һалынған сумкаңды һәр ваҡыт бер яҡ ҡулыңа тотоп йөрөһәң, арҡа бер яҡҡа кәкрәйә.

Тура, дөрөҫ кәүҙә үҫмер саҡта формалаша. Шуға ла кәүҙәне бәләкәйҙән дөрөҫ тоторға, зарядка эшләргә кәрәк.

25.10.2017

Терпе – бөжәк ашаусы бәләкәй генә урман йәнлеге. Бәләкәй булһа ла бик уҫал. Терпенең аяҡтары ҡыҫҡа һәм нескә генә, шәп йүгерә  алмай.  Тештәре лә ваҡ ҡына. Шуға күрә энәләре уның берҙән-бер һаҡланыу ҡоралы. Терпенең энәһе элек энә булмаған.  Ә башҡа хайуандарҙың йөнө кеүек йомшаҡ булған. Ләкин, ваҡыт үтеү менән, ул энәгә әйләнгән. Терпеләрҙең ҡайһы бер төрҙәре һаман да йомшаҡ тунлы. Мәҫәлән, гимнура тигән йәнлек. Ул йылы яҡтарҙа йәшәй, күберәк ҡомаҡҡа оҡшаған.

Терпенең энәләре сәс һымаҡ – һәр энәнең үҙ төбө бар. Энәләрҙең эсе ҡыуыш, ә тышы шыма була. Һәр бер энә йылдан ашыу үҫә. Улар алышынып тора – ҡойолған энәләр урынына яңылары сыға.

Кәрәк булғанда энәләрен йә тырпайта, йә төшөрә. Энәләрен төшөргән саҡта, терпе сәнсмәй, уны хатта ҡул менән һыйпап була. Ә инде энәләрен тырпайтһа, улар т...

18.10.2017

Бөгөн, бәләкәс дуҫтарым, башҡорт яугирҙәре һәм уларҙың ҡоралдары хаҡында һөйләшәбеҙ. Башҡорттар борон-борондан хәрби хеҙмәткә үҙенең ҡоралы, кейеме һәм аты менән барған. 1812 йылда Напалеон ғәскәрҙәре баҫып ингәс,  батша хөкүмәте башҡорттарҙан полктар ойошотороу хаҡында фарман сығара. Француз яуына барған башҡорттар мылтыҡ, пистолет, ҡылыс, һөңгө, уҡ-һаҙаҡ менән ҡоралланып, Ватан һағына баҫа. Һуғышҡа ирҙәре менән ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар ҙа китә. Был хаҡта Василий Зефировтың "Йәнтүрә хикәйәләре" тигән әҫәрендә бәйән ителә. Бергәләп тыңлайыҡ.

17.10.2017

Ҡышын айыу йоҡлай. Ә бүре, төлкө, ҡуян ни өсөн йоҡламай икән? Ысынлап та, ҡышты йәнлектәр төрлөсә уҙғара. Күпселек ҡоштар көҙ етеү менән йылы яҡтарға ашыға. Хатта ҡайһы бер бөжәктәр ҙә йылы яҡҡа китә. Эйе, осһыйырымдардарҙың ҡайһы бер төрҙәре ҡышҡылыҡҡа йылы яҡтарға күсенә. Ә ҡайһы бер йәнлектәр йәй буйы ашап, май йыялар ҙа ҡышҡылыҡҡа йоҡоға тала.Шулай итеп, айыу, бурһыҡ, терпе ҡышты йылы өңдәрендә йоҡлап уҙғара. Ә сысыҡандар ҡар аҫтында тотош ҡалалар төҙөй икән. Ҡар уларҙы һыуыҡтан да, йыртҡыс ҡош-ҡорттан да һаҡлай.

Беҙ бөгөн, кескәй дуҫтарым, Нажиә Игеҙйәнова инәй яҙған "Айыу ниңә йырламай" тигән әкиәт тыңлайбыҙ.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -14..-16°C
иртән -19..-21°C
көндөҙ -11..-13°C
кис -13..-15°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.