Беҙҙең проекттар

23.06.2017

Мөбәрәк булһын Рамаҙан айының изге ғәйете. Бөгөнгө тапшырыуҙың ҡунағы - Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе, мөфтөй Нурмөхәмәт Ниғмәттулин.

16.06.2017

Рамаҙанда әҙәм балалары гонаһлы эштәренән һәм боҙоҡлоҡтан тыйыла, күңелдәрен сафлай, шул сәбәпле улар өсөн Йәһәннәм ҡапҡалары ябыла, Йәннәт ҡапҡалары асыла.Шайтандар һәм ҡәнәғәтләнеү белмәҫ нәфсе ихлас мосолмандырҙың тәҡүәлек сиптәренә бығаулап ҡуйыла.

09.06.2017

Изге айыбыҙҙы сабырлыҡ менән тотҡан ураҙаларыбыҙ, игелекле эштәребеҙ, матур уй-хыялдарыбыҙ биҙәй.

02.06.2017

Бөгөнгө "Иман" тапшырыуында Ураҙа тотоу тәртибе тураһында фәһемле мәғлүмәттәр белерһегеҙ.

26.05.2017

26 май, ҡояш байыуға, иншәә Аллаһ, Рамаҙан айы башлана, тәүге тәрауих намаҙы уҡыла һәм 27 май - ураҙа тотоуҙың беренсе көнө.

19.05.2017

Шәғбән айыбыҙ, яҡынлашып килгән изге Рамаҙан айыбыҙ мөбәрәк булһын!

28.04.2017

Нимә ул иң ҙур гонаһ? Төрлөһө төрлөсә әйтә,аңлата. Бөгөнгө "Иман" тапшырыуының әңгәмәһе ошо турала.

21.04.2017

"Ҡаф" сүрәһенең 18-се аятында Аллаһы Тәғәлә: "Әҙәм балаһының ауыҙынан сыҡҡан бер генә һүҙ ҙә күҙәтеүсе тарафынан яҙылмай ҡалмай", - тине. Йәғни, фәрештәләр һәр һүҙебеҙҙе яҙып тора, Йәһәннәмгә инеүселәрҙең дә күбеһе - тел гонаһы аша. Үҙ телмәребеҙгә иғтибарлы булайыҡ.

Миғраж кисәһендә лә күп итеп ғибәҙәттәр ҡылайыҡ. Бөгөнгө тапшырыу ошо хаҡта.

17.03.2017

  Ислам пак дин – сафланығыҙ, күңелегеҙ, тәнегеҙ, кейемегеҙ, йорт-ерегеҙ, үҙ-ара мөнәсәбәттәрегеҙ, мөғәмәләгеҙ ҙә таҙа булһын. Сөнки, Йәннәткә пак кешеләр генә инә аласаҡ.

10.03.2017

Йә, Раббым Аллаһ! Халыҡтарыбыҙ яңылышмай тура юлдан барырға ярҙам ит! Моңһоҙлоҡтан, ғәмһеҙлектән, ҡурҡаҡлыҡтан, ялҡаулыҡтан һаҡла! Ҙур хаталарҙан, фетнәнән, биҙғәттән йыраҡ тот! Амин!

03.03.2017

Бөгөнгө тапшырыуҙа имам-мөғәллим Джамал хәҙрәт Ғарифуллиндың дәрес-нәсихәтен тыңларға тәҡдим итәбеҙ. 

17.02.2017

Сираттағы тапшырыуыбыҙҙа Бөрйән районы мосолмандарының тормошо менән таныштырабыҙ.

10.02.2017

Мосолмандар ни өсөн араҡы эсмәй? Йәки, хәмер һаҙлығынан нисек ҡотолорға? Бөгөнгө "Иман" тапшырыуында һүҙ ошо хаҡта барыр.

27.01.2017

Ислам диненең биш нигеҙенең береһе булған хаж ғәмәле айырым бер өйрәнеү, әҙерлек талап итә. Ошо хаҡта Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратындағы Хаж бүлеге етәксеһе Илшат хажи Хафизовтың кәңәш-нәсихәттәрен тыңларға саҡырабыҙ.

20.01.2017

Ғибәҙәтхананың төп йәлеп итеү көсө  - юғары кимәлдә ойошторолған йома вәғәҙҙәрендәлер. Теләһә ҡайһы ауылда ихлас йөрәктән сыҡҡан, ғилем һәм аҡыл ярҙамында ҡулланылған илаһи һүҙ ғафил күңелдәрҙе лә уятып, мөғжизә тыуҙырырға һәләтле.

Ауылға мәсеттең йоғонтоһо, дин тәрбиәһе "Иман" тапшырыуының бөгөнгө сығарылышында тыңлағыҙ.

13.01.2017

Кеше белергә теләмәй, тип әйтеү дөрөҫ түгел. Ҡыҙыҡһыныу һәм Яралтыусыға тартылыу әҙәм балаһының тәбиғәтенә һалынған, күңелдең ошо эҙләнеүенә хаҡ йүнәлеш биреү, мәсет-мәҙрәсәләрҙә дәрестәрҙе мауыҡтырғыс итеп ойоштора белеү мөһим. 

Ошо хаҡта "Мәҙинә" мәсетенең мәситенең мөғәллиме Хәбир Хаҡыев һөйләй.

06.01.2017

Етенсе ғинуар насараниҙар Раштыуа көнөн билдәләй. Был иһә, Ғайса пәйғәмбәрҙең, ғәләйһиссәләм, тыуған көнө.

Ғайса ла, Ибраһим да, Исмәғил, Муса пәйғәмбәрҙәр кеүек үк Хаҡ Тәғәләнең хәҡиҡәтен халыҡҡа еткереүсе илсеһе ине.

Һәр пәйғәмбәр Ислам дине менән килде, хәҡиҡәтте һөйләне, яҡшылыҡҡа саҡырҙы.

30.12.2016

Иман - ул үтә лә тәрән инаныс, күңелеңдә бер үҙгәреш кисермәйенсә, бармаҡ шартлатаһың да - динле булаһың, ҡайҙалыр яңылыш баҫҡан өсөн генә диндән сығып китәһең, тигән һүҙ түгел. Эйе, диндән бик тиҙ сығып китеү ҙә мөмкин, был турала хәҙистәр, аяттар бар, ләкин ул да инанысҡа бәйләнгән. Һуңынан, табыныу һүҙен дөрөҫ аңлайбыҙмы һуң?

23.12.2016

"Иман" тапшырыуының бөгөнгө сығарылышында йәш хәбәрсе, М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты Азалия Юлдыбаеваның яҙмаларын тыңларға саҡырабыҙ.

16.12.2016

Учалы районы Рафиҡ ауылындағы Әбдрәхим мәсетендә көн һайын аҙан тауышы яңғырай.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 13..15°C
иртән 16..18°C
көндөҙ 21..23°C
кис 18..20°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.