Беҙҙең проекттар

14.04.2017

Яҙғы ташҡын башланды. Мәҫәлән, Белорет район Ғәбдүк ауылын һыу баҫа. Унда Инйәрҙә боҙ тығыны килеп сыҡҡан. Әлшәй районында һуңғы 15 йылда иң көслө ташҡын килеүен фаразлайҙар. Был һынауҙа бер беребеҙгә ярҙам итәйек, ихтирамлы булайыҡ. Хатта кесе дуҫтарыбыҙға ла. Мазай бабай кеүек.  Беҙҙең арала Мазайҙар бармы? Яҙғы ташҡында кемгә ярҙам иткәнегеҙ булды?

13.04.2017

Яуап таба алмағандарға ҡарағанда, яуап алырлыҡ һорау тапмағандар күберәк, тиҙәр. Бөгөн Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов халыҡ биргән һорауҙарға яуап бирәсәк. Ә һорауҙар төрлө. Ярҙам һорап та, ҡайһы бер закондарға асыҡлыҡ индерергә теләп тә яҙалар. Рөстәм Хәмитовҡа ниндәй һорау бирергә теләгәнегеҙҙе яҙығыҙ.

12.04.2017

Айға Рәсәй футболсыларын осорһаң, ракета айға эләкмәй, ҡыйыш оса, тиҙәр. Ә ҡәйнәңде ебәрһәң, бер-нисә көндән марсиандарҙан "Алып ҡайтығыҙ" тигән хат килеп төшә. Ә һеҙ йыһанға "бер яҡлы билет" менән кемде осорор инегеҙ?

11.04.2017

Бөгөн Ҡырым Республикаһының конституцияһы көнө. Беҙҙең Ҡырымды күптәр ожмах менән сағыштыра. Беренсенән, уның хозурлығына ҡарап. Икенсенән, уның барлығына бөтәһе лә шатлана, әммә бөтәһе лә эләгә алмай. Ҡасан был тарафтарға барғанығыҙ булды, нисек үтте ундағы көндәр?

10.04.2017

Бөгөн төрлө илдәрҙә бер туғандар көнө билдәләнә. Апалы-һеңлеле, ағалы-ҡустылы булғандар байрамы. Ағаһын күреп эне үҫер, апаһын күреп һеңле үҫер, тиҙәр. Әйткәндәй, гел ҡыҙ йәки гел ул үҫтергән атайҙарҙы ювелирҙар, йәғни, беҙҙеңсә әйтһәң, зәргәр, тиҙәр. Гел ҡыҙҙар, йә гел малайҙар тыуған ғаиләләр нисек йәшәй?

07.04.2017

Яңыраҡ булған хәсрәтле ваҡиғалар интернетта ла сағылыш тапты. Кемдер башҡа ҡалаларҙа ла теракттар көтөлә тигән имеш-мимеш сығарған да, интернет үҙ эшен эшләгән. Артыҡ ышаныусан кешеләр "спамды" мәж килеп таратты. Хатта терроризмға ҡаршы милли комитет та ҡыҫылырға, асыҡлыҡ индерергә мәжбүр булды.  "Спам", йәғни күпләп таратылған хаттарға ышанаһығыҙмы?

06.04.2017

Бала-саҡта беҙҙе "убыр әбейҙәр" һәм "бапаҡтар" менән ҡурҡыта торғайнылар, ә хәҙер "авитаминоз" тип ҡурҡыталар. Һуңғы яңылыҡтарҙан: ғалимдар әйтеүенсә,  авитаминоз - ул уйҙырма. Табиптар ҙа, әйткәндәй, "авитаминоз" тигән һүҙҙе яратмай.  Авитаминоз уйҙырмамы, юҡмы?

05.04.2017

Сит ил егетенә кейәгә сығыр өсөн ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй ауырлыҡтарға ғына бармай. Улар хатта эшкә урынлашырға ла әҙер. Донъялар, үҙгәрә, сиктәр юйыла. Хәҙер халыҡ-ара статусына эйә булған ғаиләләр күп. Шундайҙарҙы бөгөнгө һөйләшеүгә саҡырабыҙ ҙа. Сит илдән килгән кейәү йә килен менән йәшәү нисегерәк була?

04.04.2017

Боҙ киҫәгендә йөҙөп барған балыҡсылар вертолет менән килгән ҡотҡарыусыларҙы ҡыуа икән. Балыҡты ҡурҡытып йөрөмәгеҙ, тип. Тиҙҙән боҙ китә. Беҙ ҡармаҡларға яратҡан тыңлаусыларыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу маҡсатында бөгөнгө эфирҙы алып барабыҙ.  Һеҙҙең менән балыҡта булған мажаралар, ҡыҙыҡлы һәм ғибрәтле хәлдәр тураһында һөйләгеҙ.

03.04.2017

Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, беҙ илай беләбеҙ, һеҙ генә илата белмәйһегеҙ. Күҙ йәштәре лә бит төрлө була. Әммә "егеттәр иламай" тигәне бөтәһенә лә ҡағыла. Ҡыуаныстан да, ҡайғынан да беҙҙең иларға хоҡуғыбыҙ юҡ. Ир-егеттәр илаймы?

31.03.2017

Беҙҙең тыңлаусыларыбыҙҙы нисегерәк алдағандары бар? Ниндәй көн яҡынлашып килгәнен яҡшы беләбеҙ. Бер-беребеҙгә үҙенсәлекле алымдарҙы өләшәйек.

30.03.2017

Сит илдә ата-әсәләр балаларын "Диснейлендҡа" алып барһалар, беҙҙең ата-әсәләр беҙҙе өләсәйлендҡа алып бара торған ине. Каникулдың тап уртаһы, хәҙер балалар ҡайҙа икән? Йәғни, өләсәй-олатайҙарға барыу ҡалдымы? Ҡыҫҡаһы, "Өләсәйленд" тураһында ҡыҙыҡлы фекерҙәрегеҙҙе еткерегеҙ.

29.03.2017

Яҙғы саҡырылыш башланырға тора. Хәрби комиссарҙарҙың сәстәре салланыр, йәш егеттәрҙеке ҡойолор инде. Дәүләт думаның оборона комитеты саҡырылыу йәшен 30 йәшкә тиклем арттырырға теләй. Арттырырға кәрәкме, юҡмы? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, дуҫтар?

28.03.2017

Кисә театрҙа эшләгән барлыҡ кешеләр һөнәри барйамдарын билдәләне. Ә беҙ һеҙгә үҙегеҙҙе театр тәнҡитсеһе итеп хис итергә мөмкинлек бирәбеҙ. "Һеҙ ҡараған иң уңышлы һәм иң уңышһыҙ спектаклдәр"

24.03.2017

Әрмән халҡы вәкиле беҙҙең республикала таксила китеп барғанда "Йүрүҙән" йырын ишетеп ҡалған. Таксистан "Был әллә Ереван тураһындағы йырмы?" тип һораған. Таксист аптырамаған, "эйе" тигән. Әрмән ире туған яғы тураһында йыр тыңлағас, аҡсаһын күберәк түләп сыҡҡан. Ә беҙҙе сит яҡтарҙа беләләрме? Шәхестәребеҙҙе, бал һәм ҡымыҙ кеүек брендтарыбыҙҙы таныйҙармы? Әллә картаға төртөп күрһәтә лә алалармы?

22.03.2017

Улар сатраш таҡтанан айырылмай, тик ат менән бер ҡасан да йөрөмәйҙәр. Машинала ғына. Бөгөн - халыҡ-ара таксистар көнө. Таксиға бәйле мажаралар, һеҙҙең яҡтағы был хеҙмәттең сифаты тураһында һөйләгеҙ.

21.03.2017

Ағас ултыртыу ир башҡарырға тейеш булған  3 бурыстың иң еңеле булһа ла, ниңәлер иғтибарһыҙ ҡала. Сөнки уны етди эш тип һанамағандар күп. Бөгөн халыҡ-ара  урмандар көнө. Ағас ултыртаһығыҙмы, дуҫтар?

20.03.2017

Бөгөн төндә күргән төш 3 йылдан һуң ғына тормошҡа аша ти. Ә һеҙ, хөрмәтле дуҫтар, төрлө әйтем-һынамыштарҙы һынап тормошоғоҙҙо, көн торошон һынап ҡарағанығыҙ бармы?

17.03.2017

Бер аҡыл эйәһе шәкерттәренә лаҡап һөйләгән. Шәкерттәр көлгән. Аҡыл эйәһе көләмәсен ҡабат һөйләгән. Берәү ҙә көлмәгән. Шул саҡ остаз былай тигән: "Бер шаяртыуҙан ике тапҡыр көлмәгән кеүек, бер ауырлыҡҡа ҡабат-ҡабат зарланмағыҙ". Зарланырға йыйынмайбыҙ ҙа, ә бына көләмәстән баш тартмаҫ инек. Һеҙҙең ауылда, ҡалала, районда ниндәй ҡыҙыҡлы хәлдәр булды?

16.03.2017

"Ярты еңгә -ҡәйнештеке" ти мәҡәл. "Таңда атҡан ал гөлгөнәм, бергенәм, ҡоҙасам" - тип йырлағандар, бөгөнгө көндә еңгә-еҙнәйҙәргә, ҡоҙаларға күҙ атыусылар бармы икән?

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 5..7°C
иртән 5..7°C
көндөҙ 18..20°C
кис 14..16°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.