Беҙҙең проекттар

16.02.2018

Тапшырыуыбыҙҙың һәр сығарылышында ата-әсәйҙәргә балалары өсөн хәрәкәт итеүгә ҡоролған түңәрәк-секцияларға өҫтөнлөк бирһен ине, тип өндәшәбеҙ. Сөнки хәрәкттә - бәрәкәт, ти халыҡ. Беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ дзюдо секцияһына йөрөй. Кинйәбулатов Сәйетғәле 5-се класс уҡыусыһы. Әйҙәгеҙ, тыңлайыҡ егетте.

09.02.2018

Психологтар фекере буйынса, үҙ ҡулың менән ниҙер эшләү кешелә ғорурлыҡ тойғоһо уята, үҙеңде юғары баһалай башлайһың икән. Бер үк төрлө төрлө талғын хәрәкәттәр эшләп ултырыуҙы хатта тәрән медитацияға бирелеү менән тиңләргә мөмкин. Тормошта осраған күңелһеҙ хәлдәрҙе еңелерәк кисереү, ҡул моторикаһын үҫтереү, фекерләү ҡеүәһен арттырыу кеүек шәп сифаттар ҙа арта икән. 

Бөгөн беҙҙең тапшырыу ҡунағы "Илһам" студияһының ҡайма эшләү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе Дилара Таһирова. 

02.02.2018

Балағыҙ күберәк компьютер уйындарына әүрәп ултырырға яратамы? Уҡытыусы таҡта янына саҡырғанда баҙап ҡаламы? Сәхнәгә сығып йәки класс бүлмәһендә башҡалар алдында сығыш яһай алмайса ҡаушаймы? Улай икән - улығыҙҙы йә ҡыҙығыҙҙы еткәләгеҙ ҙә башҡорт театр студияһына юл тотоғоҙ. Бында балаға актер булараҡ үҙен һынап ҡарау мөмкинлеге асыласаҡ, оялсанлыҡ сифаттарынан арынырға ярҙам итәсәктәр. Беҙҙең тапшырыуҙың сираттағы геройҙары ла тап шул фекерҙә. Алтынай һәм уның әсәһе Рәйлә Күсемхановаларҙы тыңлайыҡ.

26.01.2018

Саңғы шыуыу һаулыҡты нығыта. Махсус секцияларға яҙылмайынса ла, бар ғаилә ағзалары менән бергә ел менән ярышып саңғыла елеп була. Бының өсөн һеҙгә ни бары саңғы, махсус аяҡ кейеме, ҡояштан һаҡлаусы күҙлектәр генә һатып алырға кәрәк. "Кластан тыш"тың бөгөнгө геройы саңғыла ҡышын ғына йөрөмәй, ә йәй миҙгелендә лә махсус саңғы роллерҙарында шөғөлләнә. Фәзилә Сәйетбатталова Өфө районыны Шамонон ауылы мәктәбенең 5-се класында белем ала. Мәктәптең саңғы түңәрәгендә шөғөлләнә. Бихисап призлы урындар яулауын дәлилләүсе миҙалдар хужабикәһе. Тыңлайыҡ.

29.12.2017

Быйылғы Әтәс йылында беҙҙең студияға килеп, әллә күпме уңған уҡыусылар яҙылды. Дәрестәрҙән һуң ҡыҙҙар һәм егеттәр йүгереп йөрөп төрлө түңәрәктәрҙә яңы һөнәрҙәргә өйрәнгән, спорт секцияларында шөғөлләнгән. Мәктәп уҡыусыларының тик 5% ғына түңәрәктәргә йөрөмәй икән, ә ҡалғандар бының мөһимлеген аңлай һәм уҡыуҙан тыш та өҫтәмә белем алырға ынтыла. Бөгөн беҙ телевидение һәм радио аша яҡшы таныш ағай һәм апайҙарҙың мәктәптә уҡыған осорҙа ниндәй түңәрәктәргә йөрөүен белештек. Улар: "Бала-саға", "Зирәк" тапшырыуҙарының алып барыусыһы Фәрхәт Ғәйнетдинов, "Тамыр" каналының баш мөхәррире Резеда Миндиярова, режиссер ассистенты Ләлә Йосопова, "Тау-тау хәбәр" тапшырыуының мөхәррире Айзилә Мөлөкова, өлкән мөхәририр Зөлфиә Даянова, "Тамыр"ҙың шаяртырға яратыусы мөхәррире Марсель Мөхәмәтйәнов.

22.12.2017

Көлөү ғүмерҙе оҙайта тиҙәр. Ә кешеләрҙең кәйефен күтәрә белеү өсөн һәләт тә, тырышлыҡ та кәрәк. Бөгөнгө тапшырыуҙың геройында был сифаттар етәрлек тип уйлайым. Диана Мөхәмәтйәнова Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында уҡый. Ике йыл рәттән "Шаяниум" тапҡырҙар һәм шаяндар командаһында уйнай. Үткән йыл был уйында "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле" номинацияһында еңеүсе тип табыла. Диананы бергәләп тыңлайыҡ. 

10.11.2017

Бөгөн беҙ ағас һырлаусы егет Айгиз һәм уның әсәһе Илмира Салауат ҡыҙы менән әңгәмә ҡорасаҡбыҙ.

20.10.2017

Әкиәт тигән тигән сихри донъя баланың фекерләү ҡеүәһен арттыра, үҙ-үҙенә ышаныс үҫтерә, яҡшылыҡҡа өндәй, насарлыҡтан ҡотолоу юлдары булыуға инандыра. Шулай уҡ әкиәт һөйләгәндә ата-әсә менән бала бергә булыу бәхетенә лә эйә.

Бөгөнгө тапшырыу геройы -  әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙе тыңлап ҡына ҡалмай, ә үҙе лә оҫта итеп әкиәт һөйләргә өйрәнеп, хәҙер инде төрлө конкурстар лауреаты булып киткән Алһыу Ғәбитова.

29.09.2017

Хөрмәтле, ата-әсәләр, рәсем аша балаларығыҙҙың күңелендә ни ятҡанын белеп була, ти психологтар. Рәсем яһау, рәсем түңәрәге хаҡында бөгөнгө тапшырыу.

22.09.2017

Баланың буш ваҡытын дөрөҫ бүлеү, кәрәкле йүнәлешкә ебәреү, уның һәләттәрен асырға ярҙам итеү - ата-әсәләр бурысы. Уҡыусыны мәктәптән һуң ниндәй түңәрәккә йәки спорт секцияһына йөрөтәргә һуң? Беҙ бөгөн балалар театр студияһы хаҡында һөйләйбеҙ.

15.09.2017

Замана ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, ир-егет үҙен һаҡлай һәм яҡлай белергә тейеш. Үҙ-үҙеңде һаҡлау өсөн бокс, каратэ, айкидо, көрәш секцияларына йөрөргә була. Әйткәндәй, бокс менән донъяның бөтә ир-егеттәре ҡыҙыҡһына: кемдер рингка ынтыла, икенселәр һаулыҡ өсөн генә шөғөлләнһә, өсөнсөләр көйәрмәндәр иҫәбенә инә. Был спорт төрө менән хатта ҡатын-ҡыҙҙар ҙа шөғөлләнә. 1999 йылда официаль рәүештә рингта ике енес араһында ла көс һынашырға мөмкин тигән ҡарар ҡабул ителә. Беҙҙең бөгөнгө геройыбыҙ Айнур Ғәбитов. Тыңлайыҡ.

16.06.2017

Самбо -  үҙ-үҙеңде ҡоралһыҙ һаҡлау тигәнде аңлата. Спорттың был төрө беҙҙең илдә 1938 йылдың 16 ноябрендә барлыҡҡа килгән. Самбо бик популяр көрәш төрө булып һанала. Унда алышыу алымдары йылдар үтеү менән арта ғына бара. Шулай уҡ үҙеңде ҡоралһыҙ һаҡлауҙан тыш, ул спортсыла яҡшы сифаттар үҫтереүгә лә булышлыҡ итә.  Самбо башҡорттарҙың көрәш, грузиндарҙың - чидаоба, бүрәттәрҙең -бухэ-барилдаан, молдавандарҙың трынта һәм башҡа халыҡтарҙың милли көрәш төрҙәренең алымдарын үҙ эсенә ала.

Самбо менән шөғөлләнеүсе Артур Юлсуринды тыңлайыҡ.

09.06.2017

Оригами - япон һүҙе, бөкләнгән ҡағыҙ тип тәржемә ителә. Оригами техникаһын ҡулланып, ҡағыҙ һындар эшләү ысын сәнғәт төрөнә әйләнеп китә. Ул тәүҙә Ҡытайҙа башланғыс ала. Оригами кешенең аң кимәлен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Әгәр баланың үҫеше тотҡарлана икән, тап ошо ябай шөғөл менән ауырыуҙы еңеп була икән. "Кластан тыш" тапшырыуының бөгөнгө геройы ла ошо фекерҙә. Дилара Таһированы тыңлайыҡ.

12.05.2017

Йыр тормошҡа мөнәсәбәтте көйләй. Әгәр дөрөҫ итеп йырлаһаң, тауыш аппараты эшмәкәрлеге яҡшыра, тауыш ярылары нығына һәм тауыш тембры матурая. Йырлау ишетеү һәләтенә лә ыңғай тәъҫир итә икән. Бер һүҙ менән әйткәндә, йырлап йәшәргә кәрәк. Тапшырыуҙың бөгөнгө геройы Айгүзәл Исхакова ла тап шул фекерҙә. Тыңлайыҡ уны.

28.04.2017

Ҡасандыр бар ғәләмде шаҡ ҡатырған роботтар менән хәҙер бер кемде лә аптыратып булмай. Көнкүрештә лә, төрлө завод-фабрикаларҙа ла роботтар оло ярҙамсы. Киләсәктә тағы ла хәтәрерәк роботтар уйлап табыр әле ғалимдар. Мансур Ғәлләмов менән танышайыҡ. Ул да роботтар яһау менән шөғөлләнә.

24.04.2017

Балалар һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн, иртән еңелсә физик күнекмәләр эшләтеү мотлаҡ. Шулай уҡ аҙнаһына ике-өс тапҡыр спорт секцияһына йөрөтһәгеҙ, ул һәм ҡыҙҙарығыҙ сәләмәт булып үҫәсәк. Түңәрәк һайлағанда шуны иҫтә тоторға кәрәк: ул баланың күңеленә хуш килергә тейеш. Бөгөнгө геройыбыҙ спорттың теннис төрөн һайлаған. Арыҫлан Хәмитов - Дим биҫтәһендә урынлашҡан 102-се башҡорт гимназияһының 5-се класында уҡый. Ул өҫтәл теннисы менән тәүге йыл шөғөлләнә. Тыңлайыҡ. (21 апрель эфирынан яҙма.)

14.04.2017

Ҡасандыр бар ғәләмде шаҡ ҡатырған роботтар менән хәҙер бер кемде лә аптыратып булмай. Көнкүрештә лә, төрлө завод-фабрикаларҙа ла роботтар оло ярҙамсы. Киләсәктә тағы ла хәтәрерәк роботтар уйлап табыр әле ғалимдар. Мансур Ғәлләмов менән танышайыҡ. Ул да роботтар яһау менән шөғөлләнә.

07.04.2017

Бейеү сәнғәте төрлө көндәлек эш барышы һәм эргә-тирәләге донъянан алған кисерештәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Тәүтормош кешеләре үҙ тормошоноң һәр миҙгелен бейеү аша сағылдырған: үлем, һуғыш, яңы башлыҡ һайлау, ауырыуҙың һауығыуын һәм башҡа тороштарын тап бейеү аша сағылдырған. Шулай уҡ ҡояш, ямғыр һорау ҙа бейеү аша башҡарылған. Ваҡыт үтеү менән бейеү художестволы элементтар менән тулылана барған, һәр халыҡтың үҙенә генә хас сифаттары ла өҫтәлгән һәм бейеү сәхнә сәнғәтенә әүерелеп киткән. Бөгөнгө геройыбыҙ Әҙилә Минәзева ла бейеүгә мөкиббән киткән ҡыҙ. Тыңлайыҡ уны.

31.03.2017

Думбыра - сәсәндәрҙең музыка ҡоралы тип иҫәпләнә. Ҡобайыр башҡарғанда йә йырлағанда ул әҫәргә йәм өҫтәй. Уйнағанда бар ҡылдарҙы ла бергә сиртәләр. Был музыка ҡоралы менән айырым да, ансамбль менән дә сығыш яһарға мөмкин. Оркестр өсөн сопрано, альт, бас төрҙәре лә бар.

Думбыра, ғәҙәттә, 800 мм. оҙондоғонда ағастан соҡоп эшләнә. Хәҙерге заман оҫталары бер-береһенә йәбештерелгән ағасты ҡулланырға тырыша.

Гөлгөнә Баһаутдинова 128-се дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы. Ә.Исҡужин ис. музыка мәктәбендә фортепиано класын тамамлап, хәҙерге көндә думбырала уйнау серҙәренә төшөнә.

 

24.03.2017

Балағыҙ китап уҡырға яратамы? Ә спектаклдәр ҡарарға? Көҙгө алдында берәй актерҙы һынландырып, ҡыланып баҫып торамы? Шулай икән, улығыҙҙы йә ҡыҙығыҙҙы етәкләгеҙ ҙә әҙәбиәт йә драм түңәрәктәренә юл тотоғоҙ. Беҙҙең тапшырыуҙың сираттағы геройы ла төрлө түңәрәктәргә йөрөп ҡараған. Әммә әҙәбиәт һәм драма түңәрәктәре минең өсөн иң шәбе, ти ул. Танышайыҡ - Айбулат Ғәйнуллин, Белорет ҡалаһының лицей-интернатында белем ала, әҙәбиәт һәм драма түңәрәгендә шөғөллөнә, ошо йүнәлештә төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша. Әйҙәгеҙ, үҙен тыңлайыҡ.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -14..-16°C
иртән -19..-21°C
көндөҙ -11..-13°C
кис -13..-15°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.