Беҙҙең проекттар

14.06.2017

 "Урал батыр вариҫтары" ярыштары республикабыҙҙың барлыҡ башҡорт гимназиялары һәм лицейҙарын берләштерҙе. Унда бөтәһе 800-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Спартакиаданы ойоштороусылар һәм унда ҡатнашыусылар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Марат Ғилманов, спартакиадала көрәш турнирының абсолют батыры исемен алған егет, Р.Ғарипов ис. 1-се гимназия-интернаты уҡыусыһы Иҙел Дәүләтбирҙин һәм Ҡ.Дәүләтҡилдиев ис. республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты уҡыусыһы Алһыу Абсалиҡова бөгөн беҙҙең студия ҡунаҡтары.

08.06.2017

Һуңғы ваҡытта төрлө жанрҙа башҡортса  төшөрөлгән фильмдар ҡарап шатланабыҙ. Уларҙы, әлбиттә, үҙ эштәренең оҫталары, махсус белемле режиссерҙар, операторҙар төшөрә. Һәүәҫкәр кино төшөрөүселәр ҙә артҡандан-арта бара. 

Әленән-әле һәүәҫкәрҙәр төшөргән фильмдар өсөн төрлө-төрлө бәйге-фестивалдәр ойошторолоп тора. Бөгөн һүҙебеҙ шундай фестивалдәрҙең береһе - "Толпар" балалар-үҫмерҙәр һәм йәштәр теле-кинофестивале тураһында. Һәм беҙҙең студияла ошо фестивалде ойоштороусылар һәм ҡатнашыусылар: фестивалгә нигеҙ һалыусы, ойоштороу комитеты етәксеһе, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы 2-се курс студенты Рәфис Ҡойбағаров, фестиалдең 2015 йылғы еңеүсеһе, Гран-при хужаһы, Нефть-техник университеты студенты Илназ Мостафин, фестивалдең 2016 йылғы лауреаты, Башҡорт дәүләт университеты студенты Зәриә Моста...

31.05.2017

Шау-гөр килеп торған мәктәптәр тынды, балаларҙың каникулдары башланды. Һәм ошо йәмле миҙгелдә барыбыҙҙы ла балаларыбыҙҙың хәүефһеҙлеге борсой.Бөгөнгө әңгәмәбеҙ ҙә каникулдар мәлендә балаларҙың хәүефһеҙлеге тураһында. Был хаҡта беҙ психолог Рәйлә Минихәй ҡыҙы Сабитова менән һөйләшәбеҙ.

25.05.2017

 25 майҙа, ғәҙәттәгесә, Республикабыҙ мәктәптәрендә һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ. Бөгөн беҙҙең студияла ҡунаҡта, әлбиттә, 11-селәр: Республика инженер лицей интернаты егеттәре Сыңғыҙ Нәҙерғолов менән Нургиз Усманов, Р.Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһынан Дилә Рәсембәтова һәм Өфөнөң 128-се мәктәбе һылыуы, "Тамыр" каналының "Тау-тау хәбәр" тапшырыуы алып барыусыһы Гөлгөнә Баһаутдинова. (24 май тура эфирынан яҙма.)

18.05.2017

Мәктәпте тамамлаусылар башкөлләй уҡыуға сумған, улар Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнә. Бөгөн һүҙебеҙ нәҡ ошо имтихандар хаҡында.  Беҙҙең студия ҡунаҡтары Республика инженер-лицей интернатынан Рима Нуритдин ҡыҙы Иманғолова һәм 11-се класс уҡыусылары, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназияһынан Гөлнара Яхина, Ҡ.Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернатынан Ильяс Рафиҡов.

10.05.2017

Бөгөн беҙҙең студия ҡунаҡтары Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Абдулла Ноғман улы Ваһапов, уның килене, Мостай Кәрим ис. 158-се башҡорт гимназияһының инглиз теле уҡытыусыһы Тәнзилә Дәүләтбай ҡыҙы Сәғитова менән ейәнсәре Азалия.

04.05.2017

"Йәш төҙөүсе",  "Башҡортостан пионеры", "Йәншишмә" ... Был исемдәр радио тыңлаусыларыбыҙға яҡшы таныш. Бөгөн беҙҙең студия ҡунағы "Йәншишмә" гәзитенең баш мөхәррире Мирсәйет Ғүмәр улы Юнысов.

( 3 май тура эфирынан яҙма.)

27.04.2017

Әлеге мәлдә "Тамыр" телеканалы үҙенең 25 йыллыҡ юбилейына арнап "Бейеклектәр яулайбыҙ" тип аталған концерт уҙғара. Сара Башҡортостан дәүләт концерт залында гөрләй. Меңдән ашыу тамашасы, 25 концерт номеры, фойела "Тамыр" яулаған Тэфи һәм башҡа дәрәжәле приздар, дипломдар күргәҙмәһе, сағыу ҡурсаҡтар, Стәрлетамаҡ комбинатынан килгән тәмлекәстәр, бүләктәр, уйындар - барыһы ла күңелгә хуш килеп тора. Ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында концертҡа килә алмағандар өсөн был йәнле кисәнән репортаж тәҡдим итәбеҙ.(26 апрель тапшырыуынан яҙма.)

20.04.2017

Яҙҙың тәүге байрамы - "Тамыр"ҙың тыуған көнө. 2 мартта беҙҙең яратҡан "Тамыр"ыбыҙға 25 йәш тулды. Юбилей айҡанлы радио-телетапшырыуҙар шәлкеме, ҡотлауҙар, концерттар һәм башҡа саралар йыл дауамында уҙғарыласаҡ.

25 йыл эсендә тиҫтәләгән телевизион һәм радиопроекттар донъя күрҙе. Уларҙың ҡайһылары тиҫтә йылдар дауамында йәшәүен дауам итһә, икенселәре, заманға яраҡлаштырылып, яңы форматта донъя күреп, тамашасыларҙы шатландырыуын шулай уҡ дауам итә. Бөгөн беҙҙең студияға ҡасандыр "Сәңгелдәк" тапшырыуын алып барыусы Батырша Күсемханов һәм уның әсәһе Рәйлә Нурислам ҡыҙы килде. (19 апрель эфирынан яҙма.)

13.04.2017

Экология -  тәбиғәттә йәшәйеш ҡанундары хаҡында фән. Уның маҡсаты кешелектең тәбиғәттә булған байлыҡтарҙы уға зыян килтермәйенсә ҡулланыуында. Бөгөнгө тапшырыуыбыҙҙың ҡунағы экология һәм биология үҙәгендә эшләүсе Әлфиә Ҡаһарман ҡыҙы Һөйөндөкова.(12 апрель тура эфирынан яҙма.)

06.04.2017

Бөгөн беҙ быйылғы шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеһе "Шаяниум"дың Гран-приһын яулаусы егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы саҡырҙыҡ. Танышайыҡ: 102-се башҡорт гимназияһының "Етегән+1" командаһы уйынсылары Диана Шиһапова, Арыҫлан Хәмитов, Тимур Әбдрәхимов һәм уларҙың етәксеһе Рита Инсаф ҡыҙы Усманова.

31.03.2017

Борон башҡорттар ир балаға 3 йәш тулыу менән атҡа атландырған, әҙерәк үҫә төшкәс, уҡ-һаҙаҡ тотторған. Ат та, уҡ-һаҙаҡ та башҡорттоң ғүмерлек юлдашына әүерелгән. Кәрәкһә, атҡа атланып, уҡ-һаҙағы менән тыуған ерен һаҡлаған, ә тыныс ваҡытта ярыштарҙа мәргәнлеген күрһәткән. 

Ә әлеге ваҡытта йәштәребеҙ араһында мәргән уғатарҙар бармы икән? Бөгөн һүҙебеҙ тап ошо хаҡта, "Тамыр" телеканалы күбогына ойошторолған уҡ атыусылар ярышы "Уғатар" тураһында барасаҡ. 

Беҙҙең студияла ошо бәйгене ойоштороусыларҙың береһе, "Тамыр" телеканалы режиссеры Ләйсән Мәзитова. (29 март тура эфирынан яҙма.)

23.03.2017

Урамда тып-тып тамған тамсыларға, йырлап аҡҡан гөрләүектәргә ҡарап илһамланып, нисек инде шиғыр яҙмайһың. Әлбиттә, күңелдән шиғыр үҙенән-үҙе урғыла. Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта йәш хәбәрселәр, шағирәләр Лидия Дилмөхәмәтова менән Гөлназ Ишемғужина һәм ҡыҙҙарҙы дәртләнреүсе, шиғырҙар ижад итергә әйҙәүсе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыҡсыһы  Гөлсәсәк Салауат ҡыҙы Ҡылысова. (22 март тура эфирынан яҙма.)

16.03.2017

Башҡортостаныбыҙҙың күп милләтле республика тигән абруйлы исеме бар. Ысынлап та, бөгөнгө көндә статистика буйынса беҙҙә 160 милләт вәкиле йәшәй. Уларҙың балалары дөйөм белем биреү мәктәптәренә йөрөй, тимәк башҡорт телен өйрәнә. Сөнки быны закон талап итә. Республикабыҙҙа ике тел: рус һәм башҡорт теле - дәүләт теле. Рәсәй Конституцияһы буйынса дәүләт телен белеү мотлаҡ.

Бөгөнгө тапшырыуыбыҙҙың темаһы - урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнеү. Ошо теманы асыр өсөн Өфө ҡалаһы Совет районы 96-сы дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡытыу һәм тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, башҡорт теле уҡытыусыһы Розалия Миңлеғәли ҡыҙы Ниғмәтуллинаны, ошо мәктәптә белем алған 7 класс уҡыусыһы Анжелика Рузмәтованы һәм республикабыҙ кимәлендә уҙғарылған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан 51-се лицейҙың 11 класс уҡыус...

02.03.2017

"Тамыр" балалар студияһы асылыуға 25 йыл. Ошо уңайҙан 2 март  мәктәп уҡыусылары өсөн "Өфө уттары" күңел асыу комплексының "XI клубы"нда тәүге шәп дискотека уҙғарыла. Унда Хан һәм Фатих атлы диджейҙар, Илнур Рамазанов, Сабина Кучаева, Ғайсар Миңлеғолов, Айгөл Әминева, Рәил Өмөтбаев, Динис Илсебаев, Гәлсәр Байғусҡарова, Ләйсән Мәзитова, Фәрхәт Ғәйнетдинов, "Бирешмә" төркөмө, RNT көтөлә. Бөгөн "Күпер" тапшырыуында ошо хаҡта һөйләрбеҙ. Ҡунаҡтарыбыҙ: дискотеканы алып барыусыларҙың береһе Марсель Мөхәмәтйәнов, йырсы Сабина Кучаева һәм йәш хәбәрсе Батырхан Шәйхетдинов. (1март тура эфирынан яҙма.)

27.02.2017

23 февралдә беҙ Ҡыҙыл Армия, аҙаҡ Совет Армияһы һәм хәҙерге көндәрҙә Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләйбеҙ. Беҙҙең Армия данлы хәрби юл үткән, шулай уҡ интернациональ бурысын да үтәгән көслө Армия. Бынан 28 йыл элек, 1989 йылдың 15 февралендә, 10 йыл буйы барған һуғыш туҡталып, Совет ғәскәрҙәре Афғанстандан сығарыла. Һәм бөгөн беҙҙең студияла Афған һуғышы ветераны, "Хәрби бәрелештәр ветерандары берләшмәһе" етәксеһе Тимерйән Рәжәп улы Рәжәпов һәм Чечен Республикаһында хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусы Айрат Сабир улы Бикбаев. (22 февраль тура эфирынын яҙма.)

16.02.2017

Күптән түгел Силәбелә шаулап-гөрләп үткән "Осҡон" башҡорт видеобәйгеһе тураһында тыңлаусыларыбыҙ ишеткәндер. Һүҙебеҙ Силәбе башҡорт йәштәре иттифағы эшмәкәрлеге, улар оәошторған видеобәйге тураһында буласаҡ.Әммә бәйгелә ҡатнашыусы конкурсанттар, бында эштәрен ебәреүселәр һәм хатта жюри-баһалама ағзалары Башҡортостан йәштәре. Бөгөн беҙҙең студияла бәйгелә Башҡортостандан ҡатнашыусы һәм төрлө номинацияла еңеүсе йәштәр Рөстәм Шәйхетдинов, Алмас Бәширов, Наҙгөл Солтанова һәм бәйгенең жюри ағзаһы, "Тамыр" телеканалы режиссеры Ләйсән Мәзитова. (15 февраль тура эфирынан яҙма.)

09.02.2017

Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 85 йыл. Ошо айҡанлы Рәми Ғарипов ижадын яратыусылар, күңел түрендә уның шиғырҙарын йөрөтөүселәр араһында видеобәйге иғлан ителде. Бөгөн беҙ бәйгене ойоштороусыларҙың береһе Башҡортостан республикаһының "Салауат вариҫтары" төбәк йәмәғәт ойошмаһының йәштәр бүлеге рәйесе, Башҡорт дәүләт аграр университетының 1 курс студенты Алмаз Шәмсетдинов, Р.Ғарипов ис. республика башҡорт гимназияһы уҡыусылары Инсаф Сәйфуллин, Дилә Рәсимбәтова, Азалина Ҡотлоюлова менән ошо сара хаҡында әңгәмә ҡорабыҙ.(8 февраль эфирынан яҙма.)

02.02.2017

Бик күп ата-әсәләр балаларының өйгә эштәрҙе эшләп өлгөрмәүенә зарлана, уҡытыусылар өйгә эште бигерәк күп бирә тигән фекерҙә. Шуға ла беҙҙең бөгөнгө һөйләшеү мәктәп уҡыусыһы һәм өйгә эш тигән темаға арнала. Студия ҡунағы Рәйлә Минихай ҡыҙы Сабитова, һөнәре буйынса психолог. (1февраль тура эфирынан яҙма.)

26.01.2017

1930 йылдан - "Йәш төҙөүсе", 1959 йылдан - "Башҡортостан пионеры", ә инде 1991йылдан алып "Йәншишмә" исемен йөрөткән үҫмерҙәр өсөн был баҫма әллә күпме йәш хәбәрселәр тәрбиәләүсе, буласаҡ журналистарҙы үҫтереүсе лә. Бөгөн беҙҙең студияла йәш хәбәрсе исеменә ошо айҙа лайыҡ булыусы Лидия Динмөхәмәтова һәм Гөлназ Ишемғужина. (25 ғинуар тура эфирынан яҙма.)

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 12..14°C
иртән 13..15°C
көндөҙ 22..24°C
кис 19..21°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.