Беҙҙең проекттар

30.11.2018

Ғилман Иҙрисов һүҙҙәре, Феликс Әбдрәшитов көйө.

 

23.11.2018

Флёра Шәрипова һүҙҙәре һәм көйө.  

- Был йырым татыу, булдыҡлы ғаиләләргә арнала. Үҙем матур ғаиләлә үҫтем. Тыңлаусыларыбыҙға именлек, мөхәббәт теләйем. 

 

16.11.2018

Рәмил Сурағолов һүҙҙәре, Ризуан Хәкимов көйө.  

Рәмил Сурағолов:

- 90-сы йылдар. Халыҡ та төшөнкөлөккә бирелеп тора. Эшһеҙ кешеләр барлыҡҡа килә башланы. Заводтар ябылды. Шул саҡта халыҡтың рухын күтәреү өсөн шиғыр яҙҙым. 

Ризуан Хәкимов:

- Был йырҙы махсус рәүештә Айҙар Ғәлимов өсөн яҙҙым. Беҙ йәш саҡта гармун уйнап, киске уйындарға сыға торғайныҡ. Халыҡ асылын юғалтмаһын ине, тигән мәғәнә һалдыҡ.  

 

...
02.11.2018

 Рәйсә Вәлиева һүҙҙәре, Наил Ғәлиев көйө. 

   Композиторҙың улы Вячеслав Голов:

- Күптәр  “Бөрлөгәнем” йырын халыҡ йыры тип иҫәпләй. Был әҫәрҙе Николай Афанасьевич Голов яҙған. Йыр сәнғәтен яратыусылар уны Наил Ғәлиев тип белә. Милләте буйынса урыҫ, йөрәге һәм күңеле  менән башҡорт булған атайым бөтә ғүмерен музыкаға бағышлай. Йырҙарында мөхәбәтте, яҡташтарыбыҙҙы һәм  тыуған еребеҙҙе данлай. “Бөрлөгәнем” йырында “һин бит минең бе...

26.10.2018

 Абрар Ғабдрахманов һүҙҙәре һәм көйө.

                 Композиторҙың ҡыҙы Миләүшә Иҙрисова:

- Атайым ижад иткән “Төнгө серенада” яңғырай. Уны ҡасан ғына тыңлаһам да, һис кенә лә ялҡытмай. Ул йырға атайым иң саф тойғоларын һалған. Серенада оло һөйөү, яҡты өмөт һәм матур хыялдар менән һуғарылған. Был йыр мине һөйөклө кешемдең тыуған яғы – Учалы районы Науруз ауылына алып ҡайта. Атайым менән әсәйемдең йәшлек йылдары күҙ...

19.10.2018

 Кәүсәриә Шафиҡова һүҙҙәре, Наил Шәймәрҙәнов көйө.

Наил Шәймәрҙәнов: 

- Кәүсәриә апайҙың был шиғырын уҡыным да, күңелдә шунда уҡ көй тыуҙы. Мин дә ҡоштар яратам. Кәүсәриә апай 3 йәшенән хәрәкәт итә алмаған. Ғүмер буйы арбала ултырырға мәжбүр булды. Ҡоштар кеүек ҡанатланып осорға, һауаларҙы иңләргә хыялланғандыр, күрәһең. Уның ҡоштарға арналған йырҙары бихисап. Был йыр тыуған яҡ, атай нигеҙе, уның тартыу көсө тураһында. Яратып баш...

12.10.2018

Франгизә Илбәкова һүҙҙәре, Салауат Низаметдинов көйө.

Әллә көлөп алаһы,

Әллә илап алаһы,

Йөрәккенәм ярһыуынан

Әллә йырлап алаһы? 

Франгизә Илбәкова:

- Был йыр минең тормош иптәшем Ишморат Илбәковҡа арналған. Үҙенә лә оҡшай. Йыр саф мөхәббәт хистәре менән һуғарылған. Мөхәббәт утында янып-көйгән мәлдә тыуҙы ул...

 

 

 

05.10.2018

 Дилә Булгакова һүҙҙәре, Риф Арыҫланов көйө.

 

 

28.09.2018

 Уран Кинйәбулатов һүҙҙәре, Феликс Әбдрәшитов көйө.

 

21.09.2018

Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәре, Салауат Низаметдинов көйө.

Зөһрә Ҡотлогилдина:

- Тыуған көнөм ине. Иртә менән бергә уҡыған егеттәр килеп кергән. Ҡулдарында байрам бүләге - гөлләмәләр. Был йыр шунан һуң тыуҙы. 

 

14.09.2018

Буранбай Исҡужин шиғыры, Юлай Үҙәнбаев көйө. 

Алһыу Бәхтиева:

- Сибай драма театрына эшкә ҡайттым. Беренсе спектаклем Буранбай Исҡужин әҫәре буйынса ҡуйылған "Һуңғы аҡсарлаҡ" драмаһы булды. Мин Әсифә ролен башҡарҙым. "Һуңғы аҡсарлаҡ" йыры ошо спектаклдән. Буранбай Исҡужиндың шиғырына бер нисә композитор көй яҙып ҡараны. Был конкурс ине. Спектакль өсөн Юлай Үҙәнбаевтың көйөн һайланылар. Башҡарғандан һуң йыр халыҡ араһында популяр...

07.09.2018

"Күҙ нурым". Таңһылыу Ҡарамышева һүҙҙәре, Салауат Низаметдинов көйө. 

Таңһылыу Ҡарамышева: 

- Радионы асып ебәрһәм, йыр яңғырай. Минең һүҙҙәремә яҙылған йыр. Аптырап киттем. Салауат Низаметдиновты белмәй инем. Дуҫтарым уның менән таныштырҙы. "Күҙ нурым" тигән шиғырым йәшлек мөхәббәтемә арнала. 

 

 

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -8..-10°C
иртән -11..-13°C
көндөҙ -10..-12°C
кис -12..-14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.