Беҙҙең проекттар

26.05.2018

Гөлназ Ғәлимуллина Мәскәүҙән һағынышлы сәләмдәр еткерә һәм һеҙҙе Үҙәк телевидение продюсеры Айрат Мусин менән ҡыҙыҡлы осрашыуға саҡыра. 

24.02.2018

Режиссер Айнур Асҡаров менән Рәсәй һәм башҡорт кинематографы, режиссер һәм продюсер эше тураһында һөйләшәбеҙ. 

25.01.2018

Мәскәүҙәге дискотекаларҙың береһендә нисек итеп башҡорт ҡыҙы менән танышырға, өйләнергә һәм яратҡан башҡорт бейеүҙәрен башҡарыу өсөн нисек итеп ансамбль төҙөргә? "Алтынай" ансамбле етәксеһе, бейеүсе Нәзир Байегетов ошолар һәм башҡалар тураһында һөйләшәбеҙ. 

 

25.11.2017

Санкт-Петербург һәм Мәскәү ҡалалаларында танылып өлгөргән рәссам Радик Мусин брендреализм жанрында ижад итә. 

28.10.2017

Заказ буйынса яҙылған мәҡәлә донъя күреү менән Салауат Хөрмәт улы Президент администрацияһы етәксеһе вазифаһынан китә. Мәскәүгә күсә һәм күп тә үтмәй унда Рәсәй Федерацияһының һалымдар һәм йыйымдар министры урынбаҫары булып эш башлай. 71 йәшендә лә ул хеҙмәт
эшмәкәрлеген дауам итә. Фәнни-тикшереү үҙәген етәкләй. 

03.09.2017

Мәскәүҙә йәшәүсе табип, сығышы менән Учалынан булған 51 йәшлек Ғәлиә Ғүмәрова Рәсәйҙең һәм Европаның иң бейек нөктәһенә менгән. Хатта унда башҡорт көйөнә, милли кейемдә "Заһиҙә"не бейеп күрһәткән. 

26.08.2017

Ул Удмурт Республикаһында тыуған. Ислам динен ҡабул итеп, башҡорт егетенә кейәүгә сыҡҡан. Телебеҙҙе өйрәнә, башҡортса йырлай. "Винтаж" төркөмөнөң элекке, "Заман" төркөмөнөң хәҙерге солисы Елена Созыкина - талантлы замандашыбыҙ. Радмир Мөфтәхин - Нижневартовск егете. Магнитогорск симфоник оркестры вәғәҙә иткән уңышлы карьераны Мәскәүҙәге тормошҡа алыштырған кеше. Илебеҙ баш ҡалаһында ул "Заман" төркөмөн төҙөй. Композитор һәм аранжировкалау оҫтаһы Айҙар Хәмзинға ла Мәскәүҙә ерегеп китеү еңелдән булмай, уға бында ҡалыу өсөн поп-корн һәм ҡәхүә һатырға тура килә. Александр Попов, Ислам Илембәтов, Ришат Рәхимов - "Заман" этнотөркөмөнөң һәр бер ағзаһы тураһында бик күпте һөйләргә мөмкин. 

30.07.2017

Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың ярҙамсыһы Марсель Вәхитов менән әңгәмә. 

01.07.2017

Илдар атаһына планшет бүләк иткәс, атаһы "ә бында башҡорт хәрефтәре ҡайҙа һуң?" тип һорай. Йәш программист юғалып ҡалмай, махсус программа яҙа. Хәҙер инде меңәрләгән кеше смартфон-планшеттарҙан яҙышҡанда башҡорт клавиатураһы менән ҡуллана. Илдар бының менән генә туҡталып ҡалмай, Skype , "Бәйләнештә" социаль селтәрен башҡорт теленә тәржемә итә. Башҡорт теленең он-лайн һүҙлеген төҙөй. Бөгөн ул Мәскәүҙә уңышлы эшләп йөрөй. Илдең баш ҡалаһы уны тәүге тапҡырҙан уҡ ҡолас йәйеп ҡаршы алмай. "Мәскәү һөйләй" тапшырыуының сираттағы сығарылышы Илдар Кинйәбулатов тураһында. Проект авторы Гөлназ Ғәлимуллина "Илдарҙы күптәр белә, әммә геройым көтөлмәгән яҡтан да асылыр", ти.

20.05.2017

Хәбәрсе Гөлназ Ғәлимуллинаның ҡунағы боксер Илфат Әмиров. 

 

29.04.2017

Тыуған ереңдән ни тиклем алыҫыраҡ, шул тиклем ватаныңа көслөрәк береккәнеңде аңлайһың. Башҡорт көй-моңдары яңғыраған, бейеүҙәре гөрләгән урындарҙы эҙләйһең. Композитор Айҙар Хәмзин Мәскәү йондоҙҙары өсөн генә түгел, алыҫ араларға ҡарамаҫтан Башҡортостан өсөн дә ижад итеүен дауам итә. Үҙемә лә Айҙар менән эшләү бәхете тейҙе. New York film festivals конкурсында  еңгән фильмыма музыканы, әйткәндәй, Айҙар яҙған ине. Тамыр студияһына сираттағы ТЭФИ кубогын алып килгән “Шүлгән” телевизион әкиәтенең композиторы шулай уҡ Айҙар Хәмзин. “Пастели”, “Ҡырағай” фильмдарының титрҙарында ла башҡорт егетенең фамилияһын күрәсәкһегеҙ.

Айҙар Хәмзин – халыҡ артисы Ғәли Хәмзиндың улы. Йондоҙ булып таныла башлағанда ғына ул ҙур ҡала – Мәскәүгә юллана. Нимә әйҙәй уны, нимә көтә? Самолеттан төшөү менән сағыу софит...

25.03.2017

Программаның авторы - Гөлназ Ғәлимуллина. 

 

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 17..19°C
кис 19..21°C
төндә 15..17°C
иртән 15..17°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.