Беҙҙең проекттар

01.11.2018

Нимә ул ҡул?

14.10.2018

Сигеү өлгөләре борондан килә. Ауырғазы районы Үтәймулла ауылында йәшәүсе Роза Аҙнабаеваның ҡул эштәре күҙҙең яуын алмалы.

02.09.2018

Нимә ул флешмоб?

18.08.2018

Учалы районы ауылдарында мөгәзәй, йәғни магазин алтаҡталарына ырыуҙарының исемен яҙып элгәндәр. Мәҫәлән - ,,күбәләк","тиләү" тигәндәре лә бар. Сораман ауылындағы музейҙы ,күбәләк,, ырыуының исеме менән атағандар. 

04.08.2018

Ҡариҙел районы Абдулла ауылы топонимы

18.06.2018

Йорт- ерен ихтирам иткән, уның бөгөнгөһө һә киләсәге өсөн үҙ өлөшөн индергән Һәр кемдең күңелендә илһөйәрәлек йәшәй.  

02.06.2018

Һәр кемдең яҙмышында мәктәп тормошо, имтихандар, һынауҙар яҙылған. Мәктәптәге һынауҙарҙан үҙаллы тормоштоҡо башлана. Әйтәйек, йәш кешегә яҙма эштәр ҡайҙалыр уҡырға ингәндә лә, уҡыуын тамамлағанда ла, йыл дауамында ла эйәрә килә. Унан тыш, һуңғы йылдарҙа , нисә йәштә булыуыңа ҡарамаҫтан үҙ белемеңде тикшереп ҡарауҙа түләүһеҙ акциялар башланды. Мәҫәлән, башҡорт теленән белемеңде тикшереүҙә үҙ- үҙеңде һынауҙың бер алымы- региональ диктант яҙыу. У...

28.05.2018

Ҡырмыҫҡалы районындағы Бәпес ауылы төҙөк, иркен. Тәүҙә нигеҙ һалынғаны - Иҫке Бәпес, шул уҡ ауылдан айырымланған ауыл  да бар. Уныһы- Яңы Бәпес. Үҙҙәре Таш башы тип кенә  әйтә. Шулай өйрәнгәндәр.

19.05.2018

Нимә , йәки кем ул Шағанай тигәндә, Салауат районының Әлкә ауыл хакимиәтенә ҡараған ауыл булғанлығы билдәле. Белеүегеҙсә, 1941 йылдың 4 мартында, Малаяҙ районы – Салауат, ә Шағанай ауылы Юлай исемен йөрөтә башлай. ,,Рухиәт,, тапшырыуында үҙ заманында олоҫ старостаһы булған сәнәғәтсе исеменә бәйле бер - аҙ тарихи мәғлүмәт яҙылды.

05.05.2018

Бәпес тигән ер ҡайҙа икән?

07.04.2018

Нимә ул бута, йәки бутаҡан?

24.03.2018

,,Аҡ,, тигән һүҙгә бәйле йолаларыбыҙ ҙа, ер- һыу атамаларыбыҙ ҙа, кеше исемдәре лә байтаҡ. Аҡлыҡ, паклыҡ, таҙалыҡ тигән мәғәнәһе һәр кемгә мәғлүм. Яңы ауазын һалған сабыйҙың, йә уға тиңләп, йәш килен менән кейәү баланың маңлайына аҡ һөртөү йолаһы бар. Топонимдарға ла ,,аҡ,, тигән һүҙҙәр менән барлыҡҡа килгәндәре бихсап. "Рухиәт,, тапшырыуының сираттағыһы шул хаҡта яҙылды.

22.03.2018

 

Тыуған төйәгебеҙҙә үҙебеҙҙең телгә ят булған атамалар менән донъя тулған. Сәбәптәре лә билдәле.

     Мәҫәлән, райондарҙың урыҫ исемдәренә бәйлеләренән бишәүһе шулар иҫәбендә. Уларҙың береһе- боронғо Ҡобау ырыуы төйәкләгән Мәләгәҫ.

03.03.2018

Халҡыбыҙҙа сәй эсеү, йәки сәйләү йолаһы борондан килә. Сәй табыны артында матур әңгәмәләр ҡорола, уй- ниәттәр барлана, эш- йомош теүәлләнә, кәңәштәр берегә.
"Рухиәт"тапшырыуының сираттағы сығарылышы табын хужаһы- самауыр хаҡында. 

ҺҮРӘТТӘ:

З.Биишеваның музейында һаҡланған еҙ самауыр. ,,Кәмһетелгәндәр,, романы буйынса этнографик күргәҙмә ҡуйғайнылар. Миңә шул самауырҙы тотоп ҡарарға насип булды. Мораҡ. 2018й

17.02.2018

Бүздәк районы Аҡтау ауылы- Муллаян Халиҡовтың тыуған яғы. Быға тиклем дә Халиҡовтар нәҫеле хакимиәт вәкилдәре менән шәхестең эшмәкәрлеген данлаған. Район үҙәгендә һәм Аҡтауҙа шәжәрә байрамдары уҙғарылған. Был юлы бүздәктәр ,,100 йыллыҡҡа- 100 шәхес ,, проектына әүҙем ҡушылды.

03.02.2018

      Үтәймулла- Ауырғазы районындағы боронғо ауылдарҙың береһе. Тапшырыуҙа уның  ер- һыу атамалары тураһында ил ағалары һөйләй. Сығыштары йырындар, һыҙалар, ҡурғыларға бәйле.

20.01.2018

Бер- нисә исем менән йөрөтөлгән ауылдарыбыҙ һәр тарафта ла бихисап. Ауырғазы районында ла етәрлек улар. Тапшырыуҙа  шул тарафтың боронғо ауылдарының береһе Үтәймулла тураһында ҡыҫҡаса булыр. Табын ырыуыныкылар йәшәгән ауылдың килеп сығышы, ер-һыуы хаҡында танышырһығыҙ.

23.12.2017

Йыл дауамында барған "Рухиәт" тапшырыуҙарын йомғаҡлау .

06.11.2017

Нимә ул Көҙән? Ошо һорау торғанда, күптәр Зәки Вәлидиҙең тыуған ауылын әйтер. Ә Көҙән башҡорто тигәндә, һүҙ уның үҙе тураһында барғанлығы билдәле. Йыртҡыс йәнлектең дә көҙән икәнлеге һәр кемгә мәғлүм. Шулай ҙа кем, йәки нимә ул көҙән? Бәлки, батыр исемелер. "Рухиәт " тапшырыуы ошо һорауға яуап бирер.

02.11.2017

Боронғо төбәк меңле ырыуы еренең бер тарафы Благовар районы. Ҡәнзәфәр бей вариҫтары төйәкләгән Һарайҫа ауылы тарихи. Эргәһендәге ҡайһы бер  ауылдарҙың сығышы хаҡында байтаҡ мәғлүмәт тупланған.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -8..-10°C
иртән -11..-13°C
көндөҙ -10..-12°C
кис -12..-14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.