Беҙҙең проекттар

21.07.2017

Тәм-том яратмаған кеше бик һирәктер ул. Берәүҙәргә бәлеш оҡшай, икенселәрҙең бауырһаҡ, сәк-сәк тип иҫе китә. Өсөнсөләр тортты килолап ашарға әҙер. Ә кемгәлер шул тәмлекәстәрҙе бешереү оҡшай. Шундай уңғандар беҙҙең тыңлаусыларыбыҙ араһында күпме икән? Тапшырыуҙа шуны асыҡларға тырыштыҡ..

20.07.2017

Салауат районы Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан.  Ул Силәбе өлкәһе менән сиктәш. Район 1935 йылда Үрге Ҡыйғынан бүленеп сығып, үҙ аллы Малаяҙ районы булып ойоша. Ә 1941 йылда башҡорт халҡының  милли геройы Салауат Юлаев исемен мәңгеләштереү маҡсаты менән район Салауат исеменә үҙгәртелә. Йәмле Йүрүҙән, Әй йылғалары, данлы Янғантау, Ҡорғаҙаҡ шишмәһе, халҡыбыҙҙың бөйөк улы, шағир һәм батырҙың тыуған яғына радиотыңлаусыларыбыҙ менән бергә сәфәргә сыҡтыҡ.

19.07.2017

Үҙенсәлекле бала... Физик йәки психик сәләмәтлеге буйынса мөмкинлеге сикле бала тураһында бөгөн йыш ҡына шулай тиҙәр. Үҙенсәлекле балаға тейешле белем биреү, уны оло тормошҡа әҙерләү – йәмғиәтебеҙҙең төп бурыстарының береһе булып тора. “Самауыр янында” ошо мәсьәләләр хаҡында  ,,Әсә йөрәге,, төбәк йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Гөлшат Ибраһимова менән һөйләшәбеҙ.

18.07.2017

Балаларҙың йәйге ялын ойоштороуҙың төрлө формалары бар: ҡала ситендәге лагерҙар, балалар шифаханалары, профилле лагерҙар, ял йорттары, мәктәп лагерҙары һәм ялдың ,,ауылда, олатай - өләсәй янында,, тигән үҙенсәлекле төрө. Һәр кем үҙенең мөмкинлектәренән сығып, ялдың төрлө ысулын һайлай. 

13.07.2017

Нуриман районы – Башҡортостандың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Ҡариҙел, Дыуан, Салауат, Иглин, Благовещен райондары һәм Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылдың 20 авгусында Иҫке Күл районы булараҡ ойошторола. Административ үҙәге – Ҡыҙылъяр ауылы. Өфөнән 100 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.

12.07.2017

 “Мәргән уҡсы”. Традицион уҡтан атыуҙы тергеҙеү һәм популярлаштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған хәрәкәт шулай тип атала. Республикабыҙҙа уның барлыҡҡа килеүенә бер йыл ғына. Әммә ошо арауыҡ эсендә бик күп эштәр эшләнде. Уҡтан атыу буйынса төрлө ярыштар үтте, байтаҡ оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. 13-16 июлдә иһә уҡсылар оло сараға – “Мәргән уҡсы” халыҡ-ара фестиваленә йыйыла. Берҙәмлек һәм мәргәнлек байрамы ҡайҙа үтәсәк? Ярыштарҙың үҙенсәлеге ниҙә? Ошо һәм башҡа һорауҙарҙы төшкө табын ҡунаҡтары, "Мәргән уҡсы" хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин менән Денис Өмөтбаевҡа бирҙек. 

11.07.2017

Төшкө табында иғтибар үҙәгендә татыу парҙар, 30, 40 йыл, ярты быуат, йәки унан да күберәк бергә йәшәгән күркәм ғаиләләр. Һәр бер ауылда, ҡалала бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, килешеп йәшәгән, уңған һәм тәртипле балалар тәрбиәләгән матур ғаиләләр бар. Төшкө табын ҡунаҡтарына улар тураһында һөйләргә тәҡдим иттек. Татыу парҙарҙың үҙҙәрен дә самауыр сәйенә саҡырҙыҡ. Тапшырыуҙа шулай популяр автор-башҡарыусы, журналист Гөлфиә Шәүәлиева ла ҡатнаша.

10.07.2017

Һыйлы көнөң һыйырҙа, ти халҡыбыҙ. Бөгөн ауылда йәшәүселәр күпләп һыйыр аҫрап, төрлө һөт ризығы эшләргә өйрәнеп алды. Күптәре баҙарға алып сығып, ярайһы уҡ табыш ала. Ағы барҙың туғы бар тигәндәй, егәрле хужабикәләр көн дә тиерлек һөттән беҙ онота барған төрлө ризыҡ әҙерләй.

30.06.2017

,,Минең өсөн ике генә йыл миҙгеле бар: береһе уның йәйҙе көтәм булһа, икенсеһе – йәмле йәйҙең үҙе", - тигән берәү шаяртып. Быйылғы йәйҙе көтөп-көтөп көтөк булдыҡ. Ямғыр муллыҡ-байлыҡҡа тип үҙебеҙҙе нисек кенә йыуатмайыҡ, ямғырҙарҙан биҙеп бөттөк инде. Ана шул ямғырлы көндәр сәйәхәттәргә ҡамасау булдымы икән? Быйыл тыңлаусыларыбыҙ ҡайҙарҙа булған? Ниҙәр күргән? Төрлө сәфәр тәьҫораттары менән урталашырға теләгәндәрҙе төшкө табынға йыйҙыҡ.

29.06.2017

Һуңғы йылдарҙа әүҙем йәштәр өсөн төрлө проекттар байтаҡ ойошторола. Улар йәштәрҙе туплау, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, халҡыбыҙҙың милли мәҙәниәтен һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, милләт-ара татыулыҡты нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя. "Самауыр янында" быйылғы проекттар тураһында һөйләшәбеҙ.

28.06.2017

Тимур Рамазанов күптән түгел генә Хакасияла үткән III "Ут йыры" Бөтөн Рәсәй этник эстрада фестиваль-конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһап, беренсе урынға лайыҡ булды. Тимурҙы ошо еңеү менән ҡотланыҡ һәм ижадына ҡағылышлы һорауҙар бирҙек.

27.06.2017

"Йәшлек – гел шулайҙыр: дыуамал аҙыраҡ,

Аҡылға – һайыраҡ, хистәргә байыраҡ",  

- тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов. "Юлдаш" радиоһын тыңлаған апайҙарға һәм ағайҙарға дыуамал, хистәргә бай йәшлек йылдарын иҫкә алырға тәҡдим иттек.

23.06.2017

    Халыҡты өмөтһөҙлөктән аралаған, сабыр булырға өйрәткән, тыуым-үлемгә бәйле эштәрҙе атҡарған, күңел паклығына, изге ғәмәлдәргә әйҙәгән Иман йорттарын кемдәр төҙөй, кемдәр төҙөлөшкә бәйле мәшәҡәттәрен, матди сығымдарын үҙ өҫтөнә алған, намаҙға йөрөүселәр бармы, имам-хатибтар нисек эшләй, ғөмүмән, яңы мәсет ауыл күркенә әйләндеме? Самауыр янында ошо хаҡта һөйләштек.

 

21.06.2017

Бөгөн беҙ радиотыңлаусыларыбыҙ менән бергә ынйы эҙләнек. Эште еңеләйтер өсөн студияға ҡунаҡ саҡырҙыҡ. Бөрйән егете, БДОБТ солисы Айгиз Ғиззәтуллин менән осрашыуҙы тыңлаусыларыбыҙ ниңә яңы йондоҙ асыуға тиңләне?  Ниндәй ынйы? Уны ҡайҙан эҙләргә? Яуаптар - яҙмала.

20.06.2017

Күк йөҙө, ер, яҡты донъя,

Беҙҙең көйлө өй бит ул.

Ғүмер үҙе – серле, моңло,

Тыңлап туймаҫ көй бит ул.. – тип ҡайтауаздай йәшлек йылдарына алып китер, йәки берәй үтә лә иҫтәлекле ваҡиға менән бәйләр йыр-көйҙәрҙе хәтерләп, фондыбыҙҙан табылғандарын тыңлап, төшкө мәлде бергәләп матур хис-тойғоларҙа үткәрҙек.

16.06.2017

Һандыҡтарҙа һаҡланған ҡәҙерле ҡомартҡылар, улар менән бәйле тарихтар. 

15.06.2017

Туймазы районы Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Ул Шаран, Бүздәк, Бәләбәй, Йәрмәкәй райондары, Татарстан республикаһы менән сиктәш. 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола. Майҙаны – 2 мең квадрат километрҙан ашыу. Административ үҙәге – Туймазы ҡалаһы. Өфөнән көнбайышҡа табан 170 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

14.06.2017

Блог. Инглиз теленән был һүҙҙе интернет көндәлек тип тәржемә итергә мөмкин. Бөгөн барыһы ла интернеттың әүҙем ҡулланыусылары. Төрлө темаларға яҙышҡан кешеләрҙе, үҙҙәренең махсус сайтын, йәки социаль селтәрҙәге битен матур итеп биҙәп, фоторәсемдәр, видеояҙмалар менән байытҡандарҙың ижадын күҙәтеп барыуы ҡыҙыҡ. Бөгөн ысынлап та,  интернетта блог алып барыуҙы ижад менән сағыштырыраға мөмкиндер. Кемдер уны үҙенең айырым эше тип тә һанай. Блог ярҙамында аҡса эшләүселәр ҙә күп. Берәүҙәр уны  күңел асыу сараһы итеп күрә. 

13.06.2017

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда милли сәнғәтте яңы кимәлгә күтәргән коллективтарҙың артыуын күҙәтәбеҙ. Арғымаҡ, Йатаған, Елмерҙәк, Сал Урал, Саптар, Тархан – был этнотөркөмдәрҙең үҙ йөҙө, үҙ моңо, үҙ тамашасыһы бар. Төркөмдәрҙең һәр береһе ҡабатланмаҫ, әммә йәштәрҙе берләштергән маҡсаттар уртаҡ. Төрлө коллективтарға берләшкән һәләтле ҡыҙҙар һәм егеттәр башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын танытырға ынтыла. Уңышлы эшләп килгән этнопроекттарҙың береһе Zainetdin  тип атала. Йырсы, музыкант Зәйнетдин - төшкө табындың ҡунағы.  

09.06.2017

          Программаның ҡунағы - "Киске Өфө" газетаһының баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева. 

  "Самауыр янында" тапшырыуында Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев тыңлаусыларыбыҙҙы "Киске Өфө" гәзитенә яҙылырға саҡырҙы. Эстафетаны Сәғиҙулла Байегеткә, Рәсүл Ҡарабулатовҡа һәм Фәнис Рәхмәтовҡа тапшырҙы. Улар эстафетаны ҡабул итерме? Кемгә тапшырыр? Артабан "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите асыҡ төркөмөн күҙәтеп барығыҙ.

 

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 12..14°C
иртән 13..15°C
көндөҙ 22..24°C
кис 19..21°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.