Беҙҙең проекттар

24.04.2017

  Талантлы шағир, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Рәйес Түләктең «Ирәндек таңдары» исемле  тәүге шиғри  китабы  1988 йылда сыға, әммә  киң ҡатлам  уҡыусы һәм алдынғы ҡарашлы, зыялы йәмәғәтселек уны өлгөрөп еткән шағир булараҡ күпкә алда таныны. Ашҡынып йәшәгән, янып ижад иткән  шағирҙың әҫәрҙәре артабан   “Ҡашмау, йәки йүгәнем бар — атым юҡ”, “Егет һүҙе”, “Буранбайҙың яҙған хатын уҡып”, “Мең дә бер кис”   йыйынтыҡтарында ту...

10.04.2017

Ғәлимов Сәләм  исемендәге премия лауреаты  шағир Хисмәтулла Юлдашев М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай, ижадҡа  уҙған быуаттың  80-се-90-сы  йылдарында  ныҡлап аяҡ баҫа. Әҫәрҙәре  төрлө телдәргә тәржемәләнгән.  Хисмәтулла Юлдашевтың  шиғри шәлкеме  автор уҡыуында  2004 йылда яҙылған.

03.04.2017

Кәбир Аҡбашев  - Ғәли  Ибраһимов һәм Жәлил Кейекбаев исемендәге премиялар  лауреаты.  Сатирик шиғырҙары автор уҡыуында 2012 йылда яҙылған. 

03.04.2017

Фәүзиә  Юлдашбаева башҡорт әҙәбиәтенә уҙған быуаттың 80-се йылдарында килә. Халыҡ ижадына таяныу, тормошҡа фәлсәфәүи ҡараш, нескә  лирика – шиғриәтенең төп  сифаттары. Әҙибә  сатира һәм юмор өлкәһендә, балалар әҙәбиәтендә лә эшләй. Фәүзиә Юлдашбаеваның шиғри шәлкемен Шәүрә Дилмөхәмәтова менән Хөрмәт Үтәшев уҡый. Радио өсөн 1989 йылда яҙылған. 

03.04.2017

Зәйни Рафиҡов - шағир, публицист, документаль фильмдар  өсөн сценарийҙар  авторы. Фронтовик әҙиптең шиғриәтендә  һуғыш һәм тыныслыҡ, илһөйрәлек темалары өҫтөнлөк итеүе тәбиғи. Зәйни Рафиҡовтың бер шәлкем шиғыры автор уҡыуында яңғырай. 2004  йылда яҙылған.

03.04.2017

Рафаэль Сафин әҙәбиәттә нескә лирик булараҡ танылыу яулай. Уның байтаҡ шиғыры, композиторҙар тарафынан көйгә һалынып, популяр йырҙар булып китте.  Эфирҙа -автор уҡыуында 1997 йылда яҙылған шәлкем. 

03.04.2017

Сафуан Әлибаев уҡыуында 1992 йылғы яҙма.

03.04.2017

  Һәҙиә Дәүләтшина 1905 йылдың 5 мартында Һамар губернаһы (хәҙерге Һамар өлкәһе) Хәсән ауылында тыуған. Әҙәбиәткә уҙған быуаттың  20-се йылдары уртаһында килә, матбуғатта шиғырҙары, сәсмә әҫәрҙәре донъя күрә.  “Ырғыҙ” романы өсөн әҙибә  үлгәндән һуң  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Һәҙиә Дәүләтшинаның бер шәлкем шиғырын Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова уҡый. 1996 йылғы яҙма.

12.02.2017

Шағир Рәми Ғариповтың тыуыуына  - 85 йыл. Радио фондында һаҡланған һирәк яҙмаларҙан шағир уҡыуында бер шәлкем.

05.02.2017

Шағир Салауат Әбүзәргә 50 йәш тулды. Тыңлаусылар иғтибарына - автор уҡыуында бер шәлкем шиғыр.

13.01.2017

Шағирә Фәүзиә Рәхимғолова  әҫәре буйынса әҙерләнгән  “Ҡарһылыу мөхәббәте” исемле композиция тәҡдим итәбеҙ. СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова уҡый.

13.01.2017

Композицияны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғәлимнур Бикбулатов менән менән Башҡортостандың халыҡ артисы Наилә Ғәләүетдинова уҡыған. Шиғырҙар  радио фонды өсөн 1984 йылда яҙылған.

13.01.2017

Композиция Сафуан Әлибай, Тимер Йосопов,  Рауил Шаммас, Гөлфиә Юнысова, Тәнзилә Дәүләтбирҙина уҡыуындағы шиғырҙарҙан төҙөлгән. Радио фонды өсөн 2004 йылда яҙылған. 

13.01.2017

«Изге теләк, өмөт менән Яңы йылым башлана» тип аталған композиция тәҡдим итәбеҙ. 

28.12.2016

Шағирә һәм яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлнур Яҡупованың бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Фирҙәт Ғәлиев уҡый.

20.12.2016

 Шағирә Фәүзиә Рәхимғолованың тыуыуына 15 декабрҙә 95 йыл тулды.  Ул Ишембай районының Йәнырыҫ ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт пединститутын тамамлағандан һуң, оҙаҡ йылдар «Пионер», аҙаҡ “Башҡортостан ҡыҙы” журналдарында эшләгән.  Ул беҙгә әҙәби мираҫ итеп ике тиҫтәнән ашыу китап  ҡалдырған.

Хәҙер иғтибарығыҙға Фәүзиә Рәхимғолованың шиғырҙарын тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡый. Радио фонды өсөн 1977 йылда яҙылған.   

09.12.2016

Шағир Рәмил Ҡолдәүләттең  бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡый.  Радио фонды өсөн 1989 йылда яҙылған. 

15.11.2016

Шағир Марис Нәзировтың бер шәлкем шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин уҡый. Радио фонды  өсөн 1989 йылда яҙылған.

15.11.2016

Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаевтың «Ғүмер тигәндәре аяулы» поэмаһынан өҙөк  тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин уҡый.

15.11.2016

Танылған шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның  «Донъя – даръя», «Күңелем доғалары», «Мәңгелек сәфәр» һ.б китаптары,  күңелдәрҙе ялмап алыр  шиғырҙары күп. Иғтибарығыҙға уның өр-яңы шиғри шәлкемен тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡый.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 5..7°C
иртән 5..7°C
көндөҙ 18..20°C
кис 14..16°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.