Беҙҙең проекттар

07.09.2018

Башҡортостандың халыҡ артисы, мәшһүр йырсы Мәүлетбай Ғәйнетдинов

05.09.2018

Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғәли Хәмзиндың исеме һикһәненсе йылдар уртаһынан халыҡ теленән төшмәне, тиерлек. Тиҙ арала танылыу алған Белорет егете “Йәдкәр” фольклор төркөмөн ойошторҙо һәм ғүмеренең аҙағына тиклем уның менән етәкселек итте. Илебеҙҙә генә түгел, донъяла танылыу яулаған төркөм булды ул.

04.07.2018

Театр - Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһе аритсы Рафиҡ Хәсәновтың   бәхетле яҙмышы.

07.06.2018

Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортотсандың халыҡ артисы Нәзифә Ҡадирова.

03.04.2018

Тамашасыһына йөрәген асып һалыу һәм күңел нуры менән бүлешеү юлында 

Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмзиә Хисамова.

15.03.2018

Йыр-моң сәнғәтебеҙ быуаттар аша килеп еткән. Шуға ла йәшәйәсәк

  Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Райхана һәм Миңлеғәле Хәсәновтар.

08.10.2017

Театрға тоғролоҡ

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Нурия Ирсаева

10.09.2017

Йырлы йөрәк

Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров

17.08.2017

Быуындар династияһы

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Таңсулпан Бабичева

05.05.2017

Һандуғас тауышлы йырсы

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зәйтүнә Ғәзизова

12.12.2016

Артист үҙенең уйыны менән тамашасыһы күңеленә үтеп инергә, уға тәьҫир итергә тейеш. һин уйнаған геройҙы ҡарағандан һуң,  ул аҙ ғына уйлана, аҙ ғына күңеле үҙгәрә икән, был уңыш. Фәнис Рәхмәтов тураһында ла беҙ, башҡарған ролдәре иҫтә ҡала, тип һоҡланып әйтә алабыҙ. 

11.11.2016

Башҡортостандың халыҡ артисы Фидан Ғафаровтың ижад башланғысы   күңелде тетрәндерер темалар менән асылды. Унда мөхәббәт тематикаһы айырым урын биләй, актер - һәр саҡ төп ролдәрҙә. Геройҙары -  ҡайнар хисле, ялҡынлы йәш егеттәр. “Ғәлиәбаныу”ҙа - Хәлил. “Тиле йәшлек”тә - Зөлҡәрнәй, «Зәңгәр шәл»дә –Булат. Ошо исемдәрҙе атау ғына  ла тотош бер дәүерҙе күҙ алдына килтерергә ярҙам итә. 

17.10.2016

Бәхетле яҙмыш

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Дәүләтбаева

14.10.2016

Башҡортостандың атҡаҙанған  артисы Альбина Кашанова. Сәхнәлә бер күреү менән иҫтә ҡала торған был актриса ярһыу хис-тойғоһо, дәртле уйыны менән дә  айырылып тора. Тәбиғәттән бирелгән һәләт һәм сәхнәгә мөхәббәте уны баш ҡалаға алып килә лә мәңгелеккә театр менән бәйләй. Ә ҡанат елпегән тәүге илһамлы мәлдәре  -    тыуған төбәгендә.

 

14.10.2016

Гөлли Мәбәрәкованы беҙ күп ҡырлы шәхес тип беләбеҙ. Башҡорт дәүләт академия драма театрының оҙайлы тарихын уның да хеҙмәт ҡаҙаныштары биҙәй. Ул режиссер ҙа, педагог та. Йәш быуын менән даими бәйләнештә. Оло тәжрибә туплаған сәхнә маһирының театр сәнғәте, уның киләсәге тураһындағы һүҙҙәре иғтибарға лайыҡ.

14.10.2016

 

Руслан Хайсаров театрҙың быйылғы миҙгеленең һөҙөмтәләре буйынса «Иң яҡшы ир-егет ролен башҡарыусы» тигән номинацияла еңеү яуланы. Ул «Йософ һәм Зөләйха» музыкаль риүәйәтендә Йософ роле өсөн бирелде. Быйылғы йылда тағы ла бер шатлыҡ: Екатеринбург ҡалаһында үткән «КОЛЯДА-PLAYS»  Халыҡ-ара театр фестиваленең йомғаҡтары буйынса «Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында  Руслан Хайсаров еңеүсе тип табылды. 

20.07.2016

ФӘРЗӘНӘ АҠБУЛАТОВА: Рух байлығын өләшеүҙә театр сәнғәте  айырым урын биләп тора: сәхнә әҫәрҙәре беҙҙе алыҫ үткәнгә алып китә, киләсәккә күҙ һалырға мәжбүр итә, бер үк ваҡытта заман  ҡуйған һорауҙарға яуап табырға булыша, үҙебеҙҙе нығыраҡ аңларға ярҙам итә.  Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры актрисаһы, ҡырҡ алты йыл ғүмерен сәхнәгә арнаған Вәкилә Ҡалмантаеваның да ижад юлы бик үҙенсәлекле. 

20.07.2016

СССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, танылған сәхнә йондоҙо Гөлли Мөбәрәковаға шулай тәҡдирләнгән,  ул артистар ғаиләһендә донъяға килә. Йәғни тыуғандан уҡ сәхнә һүҙен ишетә, ундағы хис-тойғоларҙы ата-әсәһе уйнаған ролдәр аша тойоп-аңлап үҫә. 

16.05.2016

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитовты  сәхнәлә уйнай...

05.04.2016

                Яҡты яҙ көнө донъяға килгән Башҡортостандың халыҡ артисы Мәғәфүр Усмановтың яҙмышына шулай яҙылғандыр, ул да кеше күңеленә мөрәжәғәт итә, уйнаған образдары аша кисерештәр бүләк итә:  ҡыуандыра, нәфрәтләндерә, йәғни битарафлыҡтан уята. Сирек быуаттан ашыу ғүмер театр донъяһына арнаған актер -  “Сәхнәгә арналған ғүмер” тапшырыуында. 

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 9..11°C
кис 10..12°C
төндә 10..12°C
иртән 9..11°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.