Беҙҙең проекттар

30.06.2017

    Ни өсөн күп кенә косметология клиникалары һыу битте ҡорота тигән фекерҙә? Йәғни ғәҙәти крандан аҡҡан һыу менән йыуынғандан һуң, бит тиреһе тартылып, ниндәйҙер аҡһыл пленка менән ҡаплана. Бөгөн һүҙебеҙ ошо хаҡта. 

23.06.2017

    Ҡан баҫымына бәйле проблема барлығын кешенең үҙ-үҙен тотошона ҡарап та билдәләргә була. Бының менән нисек көрәшергә мөмкин?  

16.06.2017

    Аҡһыл, һоро йәиһә тире төҫөндәге ҡалҡып тороусы төйөрсәләр һәр кемгә яҡшы таныш. Уны дауалап буламы? Ошо хаҡта булыр һүҙебеҙ.

09.06.2017

    Ҡатмарлы һәм ауыр дауаланған социаль сирҙәрҙең береһе -  туберкулез.  Ни өсөн был сир ҡотолғоһоҙ? Ауырыуҙы киҫәтеүҙең төп шарты нимәлә?  Һүҙебеҙ ошо хаҡта.    

05.06.2017

Түҙемһеҙлек менән көтөп алған йәй миҙгеленә лә аяҡ баҫтыҡ. Балаларҙың оҙайлы каникулы булһа, күптәрҙең отпуск мәле. Йәйге ялды һәр кем онотолмаҫ, иҫтәлекле һәм мажаралы итеп үткәреү хаҡында уйлана. Сағыу көньяҡ ҡояш аҫтында, диңгеҙ буйында ял итеү өсөн әллә ни артыҡ мәшәҡәт юҡ. Был ысынлап та шулаймы? Матди хәлең етерлек булһа, башҡаһы мөһим түгелме? Кемдәргә сит илдә ял итергә ярамай? Ҡояшта нисек дөрөҫ ҡыҙынырға? Йәйен организмды сыныҡтырыу һәм хәүефһеҙ, сәләмәт ял хаҡында булыр – был  сығарылыш.

02.06.2017

      Ни өсөн кеше тәмәкенең зыянын белеп, күреп торһа ла, үҙенең ҡылығына, ғәҙәтенә аҡланыу таба? Һүҙебеҙ ошо хаҡта булыр.  

26.05.2017

   Ҡайһы саҡта мунса инергә ярамай? Ниндәй миндек отошло? Мунсаның сәләмәтлеккә әһәмиәте – ошо хаҡта булыр бөгөн һүҙебеҙ.

19.05.2017

    Ни өсөн йүгереүҙең файҙалы икәнен белеп тә, әүҙем йәшәү рәүешенә ылыға алмайбыҙ? Спорт тәртипкә өйрәтә, ихтияр көсө тәрбиәләй, - ти көн дә иртәнге 6 –ла тороп, 4 км йүгереүсе Наил Әминев.

05.05.2017

   Талпандың ике төрө билдәле: ағас һәм үлән талпаны. Үлән талпаны тиҙ үрсеүсән һәм кеше уға йышыраҡ юлыға. Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәргә ҡарағанда, талпан апрель уртаһынан июнь аҙағына тиклем әүҙемләшә. Бәләкәй генә бөжәккә ҡарата иғтибарҙың кәмемәүе юҡҡа түгел. Ул килтергән бәлә ҡурҡыныс. Йыл һайын беҙ халыҡҡа талпан энцефалитына бәйле хәл тураһында мәғлүмәт һәм табиптарҙың иҫкәртеүен еткерәбеҙ. Бөгөн дә һүҙебеҙ ошо хаҡта.

 

28.04.2017

     Һуңғы ваҡытта табиптарҙа "компьютер синдромы" термины барлыҡҡа килде. Күҙҙең сәләмәтлеген нисек һаҡларға? Бөгөнгө медицина күҙҙең күреү һәләтен ҡайтара аламы? Һүҙебеҙ ошо хаҡта. 

21.04.2017

    Сир бөйөрҙө ныҡ зарарлағанға күрә, табиптар уны бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк тип йөрөтә. Тәбиғи сығанаҡлы йоғошло сирҙән һаҡланыу хаҡында һүҙебеҙ.

 

  

14.04.2017

     Форумда Рәсәйҙең 17 төбәгенән һәм Ҡаҙағстан республикаһынан  килгән төрлө компаниялар ҡатнашты. Улар лаборатор ҡорамалдар, медтехника, табип практикаһы өсөн изделиелар, тергеҙеү медицинаһы, заманса технологиялар, шулай уҡ тәүге медицина ярҙамы буйынса эштәр тәҡдим итте. Һүҙебеҙ – күргәҙмәнең халыҡҡа әһәмиәте хаҡында булыр.

10.04.2017

  Дөрөҫ туҡланыу- сәләмәтлек билдәһе.  Көнөнә самалап өс тапҡыр ашамайһың, аҙыҡты төрлөләндермәйһең икән, организм хәлһеҙләнеп, ауырыуҙарға бирешә башлай. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙар зифа буй-һын һаҡлайым тип, төрлө диетаға ултыра, әҙ ашай, йә бөтөнләй айырып ашауға күсә. Нимә ул диета?  

      

31.03.2017

     Яҙын урамдарҙа имгәнеү, йәрәхәтләнеү осраҡтары арта. Һынған, ҡаймылҡтырған аяҡ-ҡулдарҙың сәбәбе – тайғаҡ юлдар, боҙлауыҡ. Ошо хәүефле миҙгелдә үҙебеҙҙе нисек һаҡлау, һөйәктәрҙең ныҡлығын контролдә тотоу хаҡында булыр һүҙебеҙ.

24.03.2017

    Яҙ миҙгеле, әммә кәйеф юҡ, йоҡо баҫа, хәл дә бик тиҙ бөтә. Йә теге урын ауыртҡан кеүек, йә быныһы. Ул ғына ла түгел, тырнаҡтар һына, сәс ҡойола. Аҙ йоҡлау, баш күтәрмәй эшләү быға сәбәпсе түгел. Төп бәлә-витаминдарға ҡытлыҡ кисереү, йәғни авитаминоз.  “Сәләмәт булайыҡ” сығарылышында һүҙебеҙ ошо хаҡта.

 

17.03.2017

    Сирҙәрҙең барыһы ла тиерлек тауыштың көсөнә, һығылмалылығына, яңғырауыҡлылығына үҙ билдәһен һала. Әйтәйек, төшөнкөлөк һәм шатлыҡ та иң элек тауышта сағыла. Табиптар әйтеүенсә, ауырыған осорҙа тауыш аппараты көсһөҙләнә. Ә нисек тауышты һаҡлап, көйлө тоторға? Ошо хаҡта булыр һүҙебеҙ. 

13.03.2017

    Сәс ҡойолоу–күптәрҙе борсоған мәсьәлә. Радиотыңлаусыларыбыҙҙан да ошо юҫыҡта һорауҙары күп. Сөнки халыҡ баш тиреһе, сәстәргә бәйле проблемалар менән йыш осраша. Ни өсөн сәс ҡойола? Ир-егеттәрҙәге пеләшлектең сәбәбе ниҙә, уны дауалап буламы?  Ошо турала "Сәләмәт булайыҡ" сығарылышында белгестәр менән һөйләшербеҙ.  

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 12..14°C
иртән 13..15°C
көндөҙ 22..24°C
кис 19..21°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.