Беҙҙең проекттар

13.05.2016

-Созиктар менән осрашыу башлағансыға тиклем, Гөлдәр апай үҙе менән булған бер хәлде һөйләп өлгөрә. Ул ундайҙарҙы күптән күрә белә.
-Х кешеләр. Ысынлап та улар күп. Һәм уларҙы билдәләүе лә ауыр. Еҫе юҡ, хәрәкәттәрҙә һиҙелмәй, кәйефе яҡшы. Әммә был бер осорға тиклем генә…..Гөлдәр апайҙың улы-бер йыл элек дауаланып аяҡҡа баҫты. Бөгөн пенсия йәшендәге әсә ҡыуанып бөтә алмай…
-Үткәнендә созиктар, йәғни наркотикт һәм эскелеккә бәйлелеге булғандарға бәйлеләр проблемаһына туҡталғанда, балаға 18 йәш тулғас та уйындар туҡтатылырға тейеш.
-Һәм балаларҙы яратырға кәрәк. Наркотиктарға бәйлелеге булғандарҙың тос өлөшө ата-әсәһенең үҙенең яратмауына ныҡлы ышанған була. Клиник психолог Гөлнара Тимербулатова менән быны төплө тикшерәбеҙ.
-Ә ата-әсәләр йыш ҡына балаларының күңел кисерешт...

13.05.2016

-Илдар послелечебкаһын тамамлап торманы, үпкәләп ауылына ҡайтып китте. Сөнки башҡалар ул теләгәнсә, ул теләгәндә генә уның менән һөйләшмәне, уға кәрәк булғанда ғына уның менән аралашманы. Дауланып аяҡҡа баҫҡандар бер-береһенә ныҡлы терәк булһа ла, һәр кем үҙе өсөн, һәр кем үҙ яуаплылығында. Быны уларға үҙәктә лә һеңдереп сығаралар. Бер кем дә һинең менән идара итә алмай, һин бер кемгә лә бер нәмә лә тейеш түгелһең…Һәм улар ҙа һиңә….. -Үҙәктә беҙ танышҡан яңы герой. Илнур. -Ата-әсә йыш ҡына балаһының ниндәй ауыр хәлдә икәнен белеп тә етмәй. Ҡайҙа йөрөгәне лә билдәһеҙ. Улар быға күнегеп тә китә. Кемдер ҡул һелтәй, кемдер өгөт-нәсихәт уҡып ҡарай. Файҙаһыҙ. Яҙма. Ильнур резидент 2. Уларҙың бер өлөшө шартлыса ла хөкөм ителгән. Ҙур өлөшө тап иҫерек килеш, наркотик-араҡынан аңы юйылған килеш руль артына ултыр...

19.04.2016

-Үҙәктән дауаланып сыҡҡандар араһынан яңылыҡтар: послелечебкала йөрөүсе, социумда йәшәргә өйрәнеүсе Айраттың кисә төндә депрессия башланған, күңел төшөнкөлөгө биләп алған. Ул ул-был хәл килеп сыҡмаһын өсөн, тиҙ генә Үҙәккә шылтыратып, торошон аңлата ла, төнгө берҙә такси тотоп, Үҙәккә юл ала. Бер-ике көнгә. Психологик яҡтан рәтләнер. Уйҙарын тәртипкә һалыр өсөн. Дауланыусыларын киләсәктә лә ташламаған реабилитация үҙәке хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйтергә гена ҡала.
-Тамара. Уға 30 йәш. Эскелеккә бәйлелегендә ирекле никахтағы егетен ғәйепләй. Ә үҙе?
Ул-хәйләкәр. Асылып бармай. Беҙҙең наркотиктарға бәйлелеге булған геройҙар-асыҡ Вадим, йә эскелектән дауаланған ихлас Денис кеүек түгел. Бер туҡтауһыҙ ғәйеплеләрҙе эҙләй. Ҡатын-ҡыҙ алкоголизмы ҡурҡыныс, эскесе ҡатын-ҡыҙ-икеләтә. Ҡатын-ҡыҙға ир-егеткә ҡарағанда...

19.04.2016

-Эскелек ике төргә бүленә: физик һәм психологик. Тәүҙә психологик бәйлелек барлыҡҡа килә, уның менән, эксперттар әйтеүенсә, 90 процент яфалана, аҙаҡтан ул физик бәйлелеккә күсә. Кеше кәйефе яҡшы саҡта, йә стресс мәлендә ул «эх, ҡулланғанда шәп булыр ине»,-тип уйлай икән, ул-эскелеккә бәйлелелеге булған кеше. -Беренсенән, улар үҙҙәрен эскесегә һанамай, сөнки эшләп йөрөйөм, тип аҡлана һәм башҡаһы. Икенсенән, ул һәр саҡ икенселәрҙе ғәйепләй һәм һылтау таба…Өсөнсөнән, сәбәптәрен….. -Алһыуҙың улы һарай башына менеп ултырған була. Нисек үрмәләгәнең дә хәтерләмәй. Маймыл кеүек менеп китә лә, ултыра торғас, айнып китеп, мин бында нимә эшләп ултырам, тип һорай….Бөгөн ул дауаланып сыҡты… -Балаларығыҙҙың дуҫтарын яттан белегеҙ, ти белгестәр.

19.04.2016

-Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: наркотиктар, башлыса, интернет аша таратыла. Клиент аҡса күсерә. Һатыусы закладка урынының адресын яҙа. Ҡулланыусы барып ала. Уның ниндәйҙер ағас төбөндә, почта йәшнигендә, эскәмйә аҫтында һәм башҡа урындарҙа булыуы мөмкин. Уны эҙләү айырыуса үҫмерҙәрҙә ҡомар уяна. Ә аҙаҡтан өйҙә йәшереп ҡулланыу дауам итә.
-Бындай ваҡытта уларҙың ҡайһы-берҙәре махсус детоксҡа ята. Үлмәҫ өсөн генә. Беҙ йәнә медицина ярҙамы тураһында.
-Бар-ул барыһы ла уны ҡулланырға тейеш тигәнде аңлатмай. Реабилитация үҙәктәрендә шуға өйрәтәләр ҙә-һинең алдыңда наркотик, йә спиртлы исемлек, ә һин тыныс ҡына унан баш тартырға тейешһең…. Кеше уға-алкоголгә бәйлеме-юҡмы-нисек белергә?
Бушлай наркологик диспансерҙа дауалау иҫәпкә ҡуйыу менән бәйле. Әммә бала ғүмерен иҫәпкә алғанда, ул мөһимме ни? Ун...

23.03.2016

-Үҙәк. Бөгөн резиденттар, консультанттар тюбингтарҙа йөрөнө, тәбиғәттә ял итте. Дауланыусыларҙың бер өлөшөнә, айырыуса яңы килгәндәргә ундай мөмкинлек булдырылманы. Улар әле адаптация мәлендә. Нығынғас, ҡала буйлап та йөрөрҙәр, һуңынан ирекмәнлек менән дә шөғөлләнерҙәр. Әлегә эшләргә, тырышырға, көрәшергә. -Эскелеккә һәм наркоманияға ҡаршы нисек көрәшергә? Махсус үҙәктә һәр төрлө ҡорамалдар менән эшләргә өйрәтәләр. -Яҙырға һәм яҙырға. Һәм улар яҙа. Көнө буйы яҙа. Лекциялар, дәрестәр, бәләкәй төркөмдәрҙә шөғөлләнеү, йәнә яҙыу. Һәм был бик ауыр эш. Сағыштырыу өсөн ошондай күнекмәләрҙе уларҙың ата-әсәләренә, туғандарына биреп ҡарайҙар-юҡ, башҡара алмайҙар. Ә бында яҙалар һәм 6-7 ай яҙалар. -Быны белгес булыуы яҡшы. Ә һине аңлап, бергә ҡушылып эскән, йә наркотик тартҡан түгел. -Баҫтырылған хистәр. Был хаҡта ҡабат-...

11.03.2016

 

 #яныюл

-.....Тәүбә тиһә лә белгес, наркотиктар ҡурҡынысмы, араҡымы тип сағыштырыуы дөрөҫ түгел. Наркотиктарға тиҙерәк өйрәнәһең, араҡыға яйыраҡ-айырма шунда ғына. Ә бына эскелеккә бәйлелеге һауығып сыҡҡандарға йәмғиәттә йәшәүе ауырыраҡ. Наркотиктар өсөн статья ҡаралған. Араҡы менән бюджет ҡаҙнаҙы тулылана…..

-Ә был ваҡытта Үҙәктә йәш егеттәр илай, ирҙәр илай…..Араҡы тоҙағына эләгеп юғалҡан йылдарын әрәм иткәндәрен аңлап, тәүбәләргә килеп илай-һыҡтай -Илағандар йүнәлә. Ысын ҡимәттәрҙен нимә икәнен яңы төшөнә башлаған резиденттар бар тәндәре менән ҡалтыранып илап элекке тормоштарын яңынан үткәрә. Кисерә. Ан...

11.03.2016

 

 #яныюл

 

-Кеше ни өсөн эскелеккә бәйлелеге булғанға әйләнә? Гөлнара Фаат ҡыҙының ҡулында ҡыҙыл ҡәләм. 

Аңлатыу. Тапшырыуҙа бик ҡыҙыҡ аңлатма бирелә

-Кире элекке баһаларҙы ҡайтарыу менән йәшәгән Денистың-төп геройыбыҙҙың үҙәктән сығып послелечебкаға йөрөүенә өсөнсө ай. Оҙаҡламай выписка. Һәм уға артабанғы тормошон хәл итергә тура киләсәк. Ҡайҙа йәшәргә, ниндәй эшкә урынлашырға. Ҡалағамы-ауылғамы… -Бер яҡтан уны ауылда әсәһе генә түгел, бурысын ҡайтарырға теләгәндәр, элекке шешәләш дуҫтары көтә. Икенсе яҡтан, әсәй кеше түҙергә риза, тик улы сәләмәт тормош алып барһын, ә ғаилә…тарҡалған и...

11.03.2016

 #яныюл

 

-Үҙәк. Бөгөн психолог Гөлнара Фаат ҡыҙы наркотиктар һәм эскелеккә бәйлелеге булғандарға бәйлелеге булғандарҙы, йәғни созиктарҙы дауалау нисек мөһим икәнлеген, уларға ҡарата махсус тренингтар эшләүен һөйләне. -Сөнки нисек наркотиктар, шулай эскелек-ул ғаилә проблемаһы. Бында бер генә кеше сирләй түгел. Бында тотош ғаилә зыян күрә. Йыш ҡына ата-әсәләр илап һорай, һүҙ менән туҡтатып ҡарай. Яңы синтетик наркотиктарҙан айырмалы рәүештә эскелекте йәшереүе ауыр түгел. Ә бына аңлатыуы…. -Уларҙың күбеһенә хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары менән эш итергә тура килгән. Ниндәйҙер һабаҡ булғанмы? Кем төрмәгә эләккән-бәлки, эйе. Бында ни...

20.02.2016

 #яныюл

 

Төп геройыбыҙ Денис . Һуңғы йылдарҙа ул айнымай тиерлек эсә. Һәм юғалған йылдары өсөн үкенә... …Денис ҡәнәғәт рәүештә телефонын күрһәтә. Ватсапта хәбәр алыша. Бөхтә кейенгән, йылмая. Үҙәкте ҡалдырып сығып послелечебкала дауаланыуын дауам иткәндәрҙең барыһына ла ата-әсәһе яңы кейем, телефондар алып биргән. Уларҙың барыһы ла элекке симкаларын ташлаған, элекке эскесе дуҫтарынан баш тартҡан, яңы номерҙар, яңы тормош….. ….9-сы аҙым. Матди зыян килтергәндәрҙең барыһына ла зыянды ҡаплау. Элекке наркотиктарға бәйлелеге булғандар әсәләренә фатирҙар алып бирә. Эсеүҙәрен, наркотик ҡулланыуҙарын ташлағастар, донъя теүәлләнә...

17.02.2016

 #яныюл

 

-Ә таңдар бында тымыҡ…..2015-се йылғы яңы вариант….Киноны ҡараусылар араһында эшҡыуар Роман да, үҙәктә ятҡандан әсәһен ҡыйбатлы косметика менән яфалаған, үҙе кеүек үк резидентҡа ғашиҡ булған 40 йәшлек фән кандидаты Марина ла, 14 тапҡыр файҙаһыҙ кодировка үтеп, үҙәктән һуң аяҡҡа баҫҡан Белорет егете Денис та бар….Улар хәҙер самалап эсеү тигәнде бөтөнләй аңламай -Гендар бер нисә процент ҡына роль уйнай, ти Үҙәк психологы Гөлнара Тимербулатова. Атаһы эсә икән-улы ла эсәсәк тигән фараз төптән дөрөҫ түгел. Үткәнендә беҙ төп сәбәптәрҙең балалар янында хәмерле мәжлес ҡороу, һатыуҙа асыҡ булыуын, эсеп кенә, тәмләп...

08.02.2016

......Денис артҡа тәгәрәй, аҫҡа тәгәрәй. Притондар буйлап йөрөй. Урамда магазин яндарында хәмергә аҡса теләнселәй. Башта элиталы тигән булып 300 һумлыҡ араҡылар ала, унан айырма ҡалмай…..30 һумлыҡ фанфуриктарҙан аяҡтары йөрөмәҫ була, бауыры эшләүҙән туҡтай, йөрәк өйәнәге ала…..Ата-әсәһе, ҡатыны ҡурҡып көн аша ашығыс ярҙам саҡыралар. Ҡотола! Бөгөн ул үҙен үлемдән ҡотҡарған, яңы тормошҡа аяҡҡа баҫтырған реабилитация үҙәгенә ирекмәнлек итергә йөрөй. Ә 6-7 ай элек кенә унан ҡасыу тураһында хыяллана ине. Бөгөн ул һәр яңы көнгә ҡыуана, айыҡ тормоштан ләззәт ала…. 25 йәшлек Белорет егете.....Денис әйтеүенсә, төп бәлә иһә-яңғыҙ көрәшеп ҡарауыңда. Бер-береңә булған терәк-белгестәр ярҙамы, ошо юлды үткәндәр терәге-иң көслө дауа.

 

Фотола: "Сәләмәт тормош" реабилитация үҙәге директоры Рафаэль Фәрит...

Резиденттар арт терапия ваҡытында.
08.02.2016

Безумие. Аҡылһыҙлыҡ, алйотлоҡ. Үҙәктә был темаға лекциялар ҙа, тренингтар ҙа бар….Уны айырым тәрәндән тикшерәләр. Һәр осраҡты айырым төплө ҡарайҙар. Сөнки анализ, ул мәлде бар тәнең-йәнең менән яңынан үткәреү-кисереү генә һөҙөмтә бирә, ә ситтән, өҫтән- генә һөйләү түгел. Ә ул саҡ…Денисты ҡатыны ташлап китә, яҡшы дуҫтарын юғалта, үҙәккә тиклем….. -Денис эскелек менән яңғыҙ көрәшмәҫкә, үҙ көсөңә артыҡ ышанмаҫҡа, ярҙам һорап башҡаларға мөрәжәғәт итергә саҡыра. Йүнәлеүселәр иҫерек йәмғиәткә әйләнеп ҡайтмаҫ өсөн бар көсөн һала-аноним төркөмдәр булдыра, биналарҙы арендаға ала, унда йыйылып айыҡ ҡалыу саралары хаҡында һөйләшә, уй-фекерҙәре менән бүлешә. Аҙымдар яҙа. Әгәр шулай еңел генә эскелекте ташлап булһа, барыһы ла ташларҙар ине тигән фекерҙә улар-эскелеккә һәм наркотиктарға бәйлелеге булғандар....Белгестә...

Резиденттар ҡар бәрешеп уйнай)
27.01.2016

 

Ярҙам һәм һорауҙар өсөн-89273326888   #яныюл

Денис. 25 йәш. "Яңы юл" проектында төп геройҙарҙың береһе. Алкоголизмға бәйлелеге булған ир-егет. 7 ай үҙәктә дауаланғандан һуң бөгөн ул ирекмәнлек эшен алып бара, башҡа ошондай бәләгә тарыусыларға ярҙам итә. Проблема сәбәптәрен бәләгә тарығандарҙың үҙҙәре менән асыҡлайбыҙ. Ни өсөн тигән һорау йыш ҡуйыласаҡ. Ни өсөн эскелек ҡорбаны-ул?  

 

Денис:  Основная проблема: родители меня с детства не слышали. Когда обращался к ним по каким-то проблемам, говорили, что это в порядке вещей, проживешь-ты мужчина. Если начал что –то рассказывать, всегда оказался...

Ҡотҡарырға мөмкин
18.01.2016

”Яңы юл” проектының реалити өлөшө тамам. Наркотиктарға бәйлелеге булған Вадим бөгөн социумда айыҡ килеш йәшәргә өйрәнә. Аноним төркөмдәр, дәрестәргә йөрөй, 12 аҙым программаһы буйынса аҙымдар яҙа. 
”Яңы юл” проектының икенсе өлөшө эскелеккә бәйлелеге булғандарға арнала. Яңы геройҙар, яңы мәғлүмәттәр. 
Денис. 25 йәш. Белорет районынан. Төп геройыбыҙ. Үҙе әйтеүенсә, аңын юйып, йәшелсәгә әйләнә башланғансыға тиклем эскән. Нимә бар-шуны эскән. Бөгөн ул айыҡ тормошта. Үткән тормошо-хәтәр. Беҙгә ул бик күп серҙәр асасаҡ. Мәҫәлән, дуҫтары менән араҡы урлауҙары…т-с-ссс, был хаҡта тапшырыуҙарҙа….
Үҙәк. Унда 30-лаған резидент. Реабилитация үтеүселәргә юғары һөнәри ярҙам күрһәтелә. Препараттар, дарыуҙар, уколдар юҡ. Наркотиктарға һәм эскелеккә бәйлелеле булғандарҙы психологик дауалау бара. Һә...

30.12.2015

ЯҢЫ ЮЛ 26. Реалити-проект тамам.

Ярҙам һәм һорауҙар өсөн-89273326888. http://www.fundzj.ru

 

 

Вадим Үҙәктән сыға!!! Ура, Вадим йүнәлеп Үҙәктән сыға!!! 6 ай дауалау үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмаҫ!!!

-Ул был осорҙа ниндәй генә ауырлыҡтар аша үтмәне. Көслө тартылыштан иҙәндә тәгәрәп йөрөгән, ҡасырға пландар ҡорған ваҡыттары артта. Бөгөн ул етди егеткә, дөрөҫөрәге иргә әйләнгән. Сөнки наркотиктар менән көрәштә төп дауалау-психологик ярҙам. Баштан ҡыуа алаһың икән-барыһы ла яҡшы буласаҡ. Сыҡҡас, йәмғиәттә айыҡ йәшәй алһын өсөн, төр геройыбыҙ Вадимды ярты йыл әҙерләнеләр. Улар Үҙәктән сыҡҡанда барыһы ла ҡурҡа. Ни өсөн? 
-Ул элекке наркотиктар...

30.12.2015

25-се серия.

Ярҙам һәм һорауҙар өсөн-89273326888. http://www.fundzj.ru

 

-Вадим, а тебя в социуме ждут друзья?

Вадим: Скорее, соупотребы. Но и два друга есть. Не наркоманы. Которые помогли маме устроить меня в центр, находили меня, когда я валялся непонятно где и как, выручали, помогали.

-А если соупотребы попадутся?

 

Вадим: Мне нельзя с ними общаться, разговаривать. Но если вдруг встречу, буду просто убегать, скажу, что я в разработке, что за мной идут менты, им же лучше будет, если отойдут. Так как, они за 10 секунд могут меня развести на употребление. За 10 секунд он может достать пакет, показать мне и это б...

14.12.2015

 

http://www.fundzj.ru   Ярҙам һәм һорауҙар өсөн: 89273326888-Рафаэль Фәрит улы. 

 

-Йәнә яңылыҡ: Айнур  үткән аҙнала кәләшен Үҙәктән алып ҡайтты. Ҡатыны 5 ай ярым эскелектән дауаланды. Улар бөгөн бергә беренсе тапҡыр ата-әсәләр осрашыуында. Ҡатыны бер аҙ уңайһыҙлана. Йәш ирҙең ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан. Уларҙың икеһенә лә 30 йәш. 

 

-Үҙәктән дауаланып сыҡҡандар менән өйҙәгеләр араһында килешеү төҙөлә. Һәр кем үҙ талаптарын ҡуя. Мәҫәлән, резиденттар элекке кеүек уның өсөн бар мәсьәләләрҙе хәл итмәүҙәрен, аҡса бирмәүҙәрен, иркен сикләнмәүҙәрен һораһа, ата-әсәләр яғынан интернет менән ҡулланмаҫҡа, ...

07.12.2015

 

-Үҙәктә интригалар етәрлек. Үҙәк аноним булыу сәбәпле, ундағы бар хәлдәрҙе йәмғиәткә сығарыу мөмкинлеге генә юҡ….

-Үҙәктә выписка. Марина. 40 йәш. Биология фәндәре кандидаты.  Эскелектән яфаланыусы ҡатын-ҡыҙ. Хаҡлы ялдағы әсәһе ҡыҙын 7 ай дауаланы.  Икеһе лә интервью биреүҙән баш тартты. Уның ҡарауы, беҙҙе Вадим көтөп тора. Дуҫтары менән.

-Вадим тыныс. Откат артта ҡалды. Башҡаса ундай уйҙар уны..әлегә борсомаясаҡ. Психологтар быға ышандыра. Тулҡын-тулҡын ундай хәл торошо даими буласаҡ. Ғүмер буйы аҙым һайын.  Ымһындырыусы теләктәр. Үткәреп ебәрер кәрәк. Һәм унан ҡаса белергә….

-Әйткәндәй, Романдың иректә йөрөгәненә икенсе ай. Ул бизнесын яйға һалған. Яңылар килеп тора, йүнәлеп сығып тора. Берәүҙәр ҡоро вәғәҙәләргә ышанып йәшәгәнсе, икенселәр өсөн 4-5...

28.11.2015

Вадимды йәшерен телефонға яҙҙырыуҙы дауам итәбеҙ. 

-Ты пережил откат?
Вадим: Ну как.... все равно….хочу домой. 
-А там?
Вадим: А там по обстоятельствам.
-По каким?
Вадим: Торчать или не торчать. 
-А ты что не решил быть трезвым?
Вадим: Нет. Я хочу употреблять! !!!!!!!!!!!!!!

-Үҙәккә наркотиктар индерергә мөмкинме? Юҡ! Улар беренсенән, детоксикациянан һуң таҙарынып, мотивация үтеп килә, икенсенән, алдан иҫкәртәләр:тотолһалар, полицияға тапшырасаҡтар. Ә ул статья. 

-Бер шылтыратыу булды. Апай кешенең улы спайстарҙа ултыра. Илап һөйләне, ярҙам һораны. Ә бер аҙнанан шылтыратып, үҙ ҡарарын әйтте-ул хәлде Аллаһы тәғәлә ҡулына тапшырған. Ул ярҙам итәсәк! Әлбиттә, итәсәк. Үҙәкт...

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 12..14°C
иртән 13..15°C
көндөҙ 22..24°C
кис 19..21°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.