Беҙҙең проекттар

12.12.2018

Хәлим Әмири-Башҡорт милли хәрәкәте етәксеһе Зәки Валиди көрәштәштәренең береһе. Башҡортостан мөхтәриәтен булдырыуҙа фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткән шәхес.  30-сы йылдарҙа Сталин репрессияһы ҡорбаны исемлегендә булып, нисәмә тиҫтә йылдарға онотолоуға дусар ителгән ил улы.

14.11.2018

Атаҡлы ғалим Нияз Мәжитовтың тыуған яғы Ғафури районында хәтер кисәһе үтте.

17.10.2018

Фәрит Иҫәнғоловтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы Ҡырмыҫҡалы районы Бәпес ауылында хәтер кисәһе үтте.

19.09.2018

Яҡташтары Сәйфулла сәсән Сәғитовтың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштерҙе.

12.08.2018

Милли хәрәкәт ағзаларының береһе, сардар Әмир Ҡарамышевтың тыуыуына 125 йыл.

15.07.2018

Сәғит Ғөбәйҙулла улы Мерәҫов 

17.06.2018

Кәнзәфәр бей

20.05.2018

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Дәүләтйәр Тимербулатов Әлшәй районы Баязит ауылында тыуып үҫкән. Уның турала ғаиләһенә тик ҡара хәбәр генә килә. Кесе улы Әхнәф Тимербулатов  интернет селтәренән атаһы тураһында  бик күп мәғлүмәт таба. Дәүләтйәр яугир Сталинград өлкәһендә ерләнгән булған.Ҡыҙҙары менән Туғандаш ҡәберлегенә барып та ҡайталар. Йәнә Башҡортостандан 9 яугирҙең исем- шәрифен табалар. Әхнәф Тимербулат улы атаһы менән ерләнгән яҡташ яугирҙә...

13.05.2018

Фәрит Иҫәнғоловтың тыуыуына 90 йыл тулды. Ошо уңайҙан шәхестең улы менән һөйләшелде.

18.03.2018

 Бүздәк районы - Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе, күренекле дәүләт эшмәкәре, сәйәси золом ҡорбаны Муллайән Халиҡовтың тыуған яғы. Зәки Вәлидиҙән һуң автономия мәнфәғәттәре өсөн көрәшсе ролен Муллайән Халиҡов үҙ өҫтөнә ала, ти тарихсылар. Тапшырыуҙа шәхестең тормош юлы һәм эшмәкәрлеге, шәжәрәһе тураһында һүҙ бара.

11.02.2018

Арҙаҡлы шәхестәребеҙ боронғо башҡорт иленең һәр төбәгендә лә бар. Шул тарафтың береһе- хәҙерге Татарстан республикаһындағы Аҡтаныш районы. Тарихи Таҡталасыҡ ауылында халҡыбыҙҙың гәрәй ырыуынан таралған вариҫтары йәшәй. Улар- Мутиндар. Мөтә батырҙың бер аҫыл заты, сәхнә ҡаһарманы Мөхтәр Ибраһим улы хаҡында бер аҙ һүҙ ҡатырға йыйындыҡ. Бер аҙ тибеҙ, сөнки, уларҙың нәҫел сылбырындағы шәхестәрҙең исемдәре асылып бөтмәгән, асылғандарының да яҙмыш б...

21.01.2018

Башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе, филология фәндәре кандидаты,  СССР яҙыусылар союзы ағзаһы, тигәндә һүҙ кем тураһындалығын ҡапыл ғына әйтеп булмай. Сөнки, ауырлыҡтарҙы үҙенсә еңеп, белемгә ынтылған һуғыш йылы балалары байтаҡ. Улар яҙмышында үр башланғыстары бер төрлө кеүек, бәлки, бер кисерештә йәшәгәнгәлер. Шуға ла Юрматы уҙаманы, Ғүмәр ауылынан тигәндә, Вафа Әхмәҙеев тураһында һүҙ барыуы тәбиғи.  

17.12.2017

Тапшырыу арҙаҡлы ғалим Әхмәт Сөләймәновтың хәтер кисәһенән яҙылды.

20.10.2017

Атаҡлы дин әһеле, фәйләсүф, остаз Хәбибназар Үтәки Һатлыҡовтың тыуыуына 155 йыл тулыу уңайынан тыуған яғында хәтер кисәһе ойошторолдо. Тапшырыу табын ырыуы башҡортоноң тыуған ауылы Ғафури районына ҡараған Үтәк ауылында яҙылды.

11.09.2017

,,Был донъяла иң ҡиммәтлеһе- бәндә ғүмере. Ғүмер тигәнең үҙ баһаһын иҫбатлай, аҡҡан һыуҙай итә",- шулай ти тапшырыуҙың геройы-Лоғоманов Дәүләтша Мөхәмәтшәтшакир улы. Ул Архангел районы Муллаҡай ауылында ишле тыуа. 1926 йылғы олатай Пенза өлкәһендә йәшәй. Дәүләтша олатайҙың хәтирәләре тормошсан, йәш быуынға фәһемле.

03.09.2017

Илебеҙҙә үҙгәртеп ҡороу сәйәсәтенән һуң яҙмыштары онотолоуға дусар булған шәхестәребеҙҙең исем- шәрифтәре асыла башлауы һәр кемгә мәғлүм. Әммә, ҡайһы берҙәренең яҙмышы әле лә өйрәнелмәгән, эшмәкәрлектәре, вариҫтары хаҡында ишеткәнебеҙ ҙә юҡ. Тапшырыуҙың сираттағыһы Дәүләтшиндар нәҫеленең аҫыл бер заты хаҡында булыр.  Ул-Һамар башҡорто техник фәндәре докторы, профессор Хәмзә Ғәббәс улы.

06.08.2017

 ,,Бер ояның ете бөркөтө",- ти ил һаҡларға киткән яугир туғандары тураһында Салауат районы Малаяҙ ауылынан Көнһылыу Ғәлиева. Уларҙың береһе- Мәғзум атлы. 74 йыл үткәс кенә Орлов  өлкәһендә һәләк булғанлығы беленә. Көнһылыу ханым һәр батыры хаҡында хәтирәләр барлаған, мәғлүмәттәр йыйған, альбом төҙөгән. Был  юлы Орел өлкәһендә башын һалған бабаһының ҡәберенә тыуған ауылынан бер ус- тупраҡ- аманат тапшырҙы. Һүҙ бер ояла үҫкән 7 һаҡсы тураһында....

09.07.2017

Тыбын арауы башҡорто-Вәлиулла сәсән.

11.06.2016

,,Халҡыма хеҙмәт иттем,, шулай тигәйне Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ғалим, бик күп уҡытыусыларҙың остазы ӘМИР ХӘБИБУЛЛА УЛЫ ФӘТИХОВ. Ул да дәһшәтле яу юлдарын үтеп, дошманды еңеп ҡайтып беҙгә тыныс тормош бүләк итеүсе ҡаһармандарҙың береһе булды. ,,Яҙмыштарҙа- ил тарихы,, тапшыуырында яңыраҡ ҡына арабыҙҙан киткән яугирҙең хәтирәләре барлана.

10.06.2016

Яугир Хәлфетдин Ишморатов Бөрйән районынан. Фронттан иҫән ҡайтҡан яугирҙәрҙең береһе.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -8..-10°C
иртән -11..-13°C
көндөҙ -10..-12°C
кис -12..-14°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.