Беҙҙең проекттар

21.02.2018

«Минең атай фронтовик ине. Ғазаптар-михнәттәр аша яуланған Еңеү хаҡын беҙ, 9 балаһы, 23 февраль йә 9 май кеүек байрамдарҙа ғына түгел, һәр ваҡыт хәтерҙә тотабыҙ,  ти ул.  Ошо инаныуҙарыбыҙ  хәҙер  ир ҡорона ингән игеҙәк улдарыбыҙ – Иштуған менән Айтуғанға, кесе улыбыҙ Артурға ла  күсте, уларҙың балаларына  ла изге хәтер һеңер»,– тип йәшәй Әлфиә  һәм Таһир Ишбаевтар.  

 

13.02.2018

Әсә - бөйөк исем,
Нимә етә әсә булыуға;
Ҡатындарҙың бөтә матурлығы,
Бөтә күрке әсә булыуҙа.         

Шағир Һаҙый Таҡташтың әсә бөйөклөгөн данлаған ошо шиғри юлдары бала үҫтергән, уларға матур тәрбиә биргән бар әсәйҙәргә лә тура килә. Әсәй булыу – мөһим эш тибеҙ. Ошо эште лайыҡлы атҡарғандар араһында Белорет районы Йөйәк ауылы ағинәйе Хәсбиямал Сибәғәтуллина ла бар. 

02.02.2018

Ҡурай моңо… Халҡыбыҙҙың зары-һағышы ла, дәрте - дарманы ла күскән был  моңға… Тарихтың сал саҡрымдарын яҡтыртыр хәтер нуры бит ул.   60- ҡа артылырға торған Нурғәли Кейекбирҙин уны тап шулай ҡабул итә, уның Башҡорт иленә ҡурайсылар  тәрбиәләүенә быйыл– 40 йыл! Бала сағында Баймаҡ, Йылайыр сәхрәләрендә атаһының ҡурай моңон тыңлап, йөрәк аша кисереп үҫкән ул...(Әнисә Муллағолова)  

15.01.2018

Халыҡта, май сүлмәге тышынан билдәле, тиҙәр. Айҙар Мансур улы Сәйғәфәров - йәш ғаилә башлығы, хәләл ефете менән ике бала үҫтерәләр.   «Өфөлә Менделеев урамында  ”ТИРМӘКӘЙ” исемле башҡорт  балалар баҡсаһы астым. Хәләл баҡса!», – ти ул. Айҙарҙың тырыш, булдыҡлы  егет булыуын, мин оҙаҡ йылдар йәштәр менән эшләгән кеше,  тиҙ шәйләнем.  Етмәһә, баш ҡалала хәләл баҡса асҡан!.. 

02.12.2017

Ул һәр ваҡыт кеше араһында, йәнле, шаулы тормоштоң уртаһында. Мәләүез ҡалаһының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге беренсе китапханаһы хеҙмәткәре Рәзилә Ҡотлогилдина тынғыһыҙ, үҙ эшенә яуаплы ҡараған китапханасы. Төбәктә ул төрлө сараларҙың башында йөрөгән,  береһенән-береһе матурыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ байрам, осрашыуҙар үткәргән кеше булараҡ билдәле. Ул ағинәйҙәр хәрәкәтендә ҡатнаша, халыҡ театрында уйнай, йырлай, көйҙәр, шиғырҙар яҙа

20.11.2017

Борон-борондан ҡатын-ҡыҙға шундай яҙмыш яҙған: ғүмер йылдары күберәк сит ерҙәрҙә  үтә. Люциә апай Рәхимова 40 йылдан ашыу Ташкентта йәшәй. Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың, тиһәләр ҙә, был ханым ғаиләһендә, тирә-яғында башҡорт мөхите булдырған...

11.11.2017

Тарих фәндәре кандидаты, Стратегик тикшереүҙәр институтының Кеше потенциалын өйрәнеү үҙәге өлкән ғилми хеҙмәткәре Наилә Ғадим ҡыҙы фән кешеһе көндәлек асыштарға әҙер булырға тейеш, тип иҫәпләй. Тапшырыу эҙләнеүсән, тынғыһыҙ йәш ғалим хаҡында.

03.11.2017

           Борис ағай Хәйретдинов  тыуған төйәгенә булған һөйөүен йырҙарына,  әҫәрҙәренә һалған. Мәҫәлән, бер романы уның «Ете лә генә ырыу, береһе – Бөрйән» тип атала. Етмеште ҡыуған Борис Дилмөхәмәт улы әле  Баймаҡта «Атайсал»  аҡһаҡалдар ҡоро рәйесе вазифаһын башҡара. Ә  минең күҙ алдында уның  армиянан ҡайтып, беҙҙе, ауыл балаларын, йыр дәресенән уҡытҡан саҡтары һаҡлана.  Йылҡылдап торған йәшел баян менән килеп инер ине лә етеҙ бармаҡтары менән уның телдәренән йүгереп үтер ине. 

 

26.10.2017

         Уның күңел донъяһына, булмышына,  һөнәренә ғаилә мөхите, тыуған яктарының тәьҫире ҙур булған. Ә ул ханым ҡайһы яҡтарҙан, тиһегеҙме? 1958 йылда йәмле Әй, Йүрүҙән буйҙарында урынлашҡан Салауат районының Лағыр ауылында ишле ғаиләлә тыуған ул. Мәктәп йылдарында уҡ үҙе өсөн генә шиғырҙар яҙған:

Әй, башҡортом, ниңә оҙон көйлө,

Ник һағышлы һинең моңдарын,

Ишетәмен төҫлө шул моңдарҙа

Салауаттың бығау сыңдарын…

21.10.2017

"Мин-режиссер" тип бик күп йылдан һуң ғына әйтерлек булыр, бәлки. Әлегә мин булған фильмдарымдың ғына режиссеры". Бик күп документаль фильмдары менән танылыу алған яҡташыбыҙ Гөлназ Макиева-Ғәлимуллина үҙенең ижады тураһында тыйнаҡ ҡына шулай ти. Ул һәр ваҡыт эҙләнеү, камиллашыу юлында. Һуңғы осорҙа Гөлназ үҙен фото сәнғәтендә лә һынай. Тапшырыу һәләтле йәш замандашыбыҙ хаҡында.

09.09.2017

Ҡамсат бүрек, башҡорт еләне, ринг һәм боксер бирсәткәләре… Ошолай тигәндә,  спорт донъяһынан алыҫ торғандар ҙа, күҙ  алдына данлы милләттәшебеҙ Денис Шафиҡовты баҫтыра торғандыр. Үҙенсәлекле ҡиәфәте менән күптәрҙе ғәжәпләндергән, ватандаштарында иһә ғорурлыҡ тойғоһо уятҡан йәш замандашыбыҙ, бокс майҙанында ,,Сыңғыҙхан,, исеме менән билдәле. Фин промоутерҙары менән контракт төҙөгән саҡта, Азия халҡына хас йөҙ һыҙарттарына ҡарап, уға ошондай ҡушамат алырға тәҡдим итәләр. Егет ризалаша, әммә рингҡа башҡорт милли кейемендә сығасағын да белдерә. Ни өсөн тап Сыңғыҙхан һуң? ,,Сыңғыҙхан баҫып, яулап алыусы булараҡ танылған. Ә күптәр тәҡдим иткән Салауат Юлаев – азатлыҡ өсөн көрәшсе. Сыңғыҙхан кеүек миңә лә рингты ҡара тир менән яулап алырға тура килгәнлектән, тап ошо образ миңә ҡулайыраҡ тойолдо,, - ти Денис. Үҙе әйтмешләй...

19.08.2017

Ул 85 йәшен тултырған көндә Ирәмәлгә күтәрелгән. 87 йәшендә иһә йәштәр менән типә-тиң уҡтан атышып, сәмле ярыштарҙа ҡатнаша. Учалы районы Ҡолош ауылынан Зәйет Шакиров кеүектәр тураһында “ул йәштәргә алыштырғыһыҙ” тиҙәр. Тапшырыу теремеклеге, алсаҡлығы, һәр бер яңылыҡты ихлас, ҡыҙыҡһынып ҡабул итеүе менән айырылып торған уҙаман хаҡында.

12.08.2017

Башҡортостан халҡының дүрттән бер өлөшө йәштәр. Улар араһында булдыҡлы, тырыш, бар яҡлап та килгән ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең күп булыуы ҡыуандыра. “Йәшәү йәме” тапшырыуының бөгөнгө геройы Альбина Ғәлиева ла тап ошо быуын вәкиле. Учалы районынан рухлы замандашыбыҙ менән танышырға саҡырабыҙ. 

29.07.2017

"Атайым тәҙрә башына ҡыҫтырылған ҡурайын алды ла, оҙаҡ итеп боронғо көйҙәрҙе уйнаны. Аҙаҡ көйһөҙ-ниһеҙ бейергә төшөп китте. Ярһып бейене ул. Һуңынан йән әрнеүе менән "ут эсенә китәбеҙ бит, ут эсенә" тип көрһөндө". Атаһы фронтҡа киткәндә Сабира Әхмәтйәноваға өс йәш тә тулмаған була әле. Әммә ул был көндө бик яҡшы хәтерләй. "Йәшәү йәме" тапшырыуының сираттағы сығарылышында Белорет районы Ғәбдөк ауылы ағинәйен ғүмере буйына оҙатып йөрөгән иҫтәлектәр яңғырай.

01.07.2017

   “Компьютер һинең холҡоңа һәм ҡиәфәтеңә лә битараф. Шулай ҙа ул ҡыҙыҡһыныусан, тәүәккәл һәм ныҡыштарҙы үҙ итә”, - ти 6 йыл ситтән тороп эшләүсе  “Йәшәү йәме” геройы, веб-дизайнер Даян Ғәйетбаев. Интернет аша аҡса эшләү ысулдарын нисек табырға? Үҙ ваҡытыңды ҡәҙерләү, уңышлы булыу, үҙеңде үҫтереү – ошо йүнәлештә булыр әңгәмәбеҙ.

24.06.2017

Ул "Яуһын әйҙә ҡарҙары" тигән йыры менән танылыу ала. Йыр тамашасыға тәҡдим ителгән йылды Баймаҡ районында бик күп итеп ҡар яуа. Шуға ла Баймаҡ ҡалаһының Сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, баянсы, үҙешмәкәр композитор ХәлилБиктимеров тураһында яҡташтары "йыры менән ҡарҙар яуҙырған ижадсы" тип шаяртып ала. Әммә төбәктә ул тәү сиратта оҫта баянсы, ихлас, халыҡсан йырҙар авторы булараҡ танылған. Моңло замандашыбыҙ - “Йәшәү йәме” тапшырыуының геройы.

17.06.2017

Рәссам Сәлимә Усманованың эштәрен зәңгәр экрандарҙан йыш күрергә мөмкин. Ул биҙәгән тапшырыуҙар көн дә “Тамыр”  балалар телерадиоканалында күрһәтелә. “Борсаҡ”, “Тау-тау хәбәр”, “Бауырһаҡ”, “Шәп арба”,  “ӘЮЯ ҡаласығы” – был тапшырыуҙарҙы биҙәү эшендә ул ҙур ихласлыҡ менән ҡатнашҡан. Йәш замандашыбыҙ халҡыбыҙҙың этнографияһы менән дә ҡыҙыҡһына. Уның эҙләнеү өлкәһе - милли кейемдәр.

10.06.2017

      Сабыйын тәү тапҡыр күкрәгенә ҡыҫҡан әсәнән дә бәхетлерәк, бала һөйөүенә төрөнөп йәшәгән атайҙан да ғорурыраҡ кеше, шат ауаздарға күмелгән йорттан да яҡтыраҡ, йылыраҡ мөхит бармы икән?! Һәр яҡлап тырыш,  тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ғаиләһен бөтөн, бәхетле, мөхәббәтле ҡороу өсөн күңел ҡеүәтен һалып йәшәгән  ғаиләләрҙең береһе - Өфө ҡалаһынан биш бала тәрбиәләүсе Гөлсинә һәм Рөстәм Әхмәтшиндар булыр.

03.06.2017

Юлай Вәли улы Солтанбаев оҙаҡ йылдар Ейәнсура районы Үрген ауылында уҡыта. Мәктәп директоры була. "Атайым менән әсәйемдең һәм үҙемдең директорлыҡ стажы ярты быуат менән иҫәпләнә. Ә ғаиләбеҙҙең дөйөм педагогик стажы 250 йыл", - ти Юлай Вәли улы. Ул балаларға математика, алгебра, геометрия серҙәрен аса. Тарих менән дә ҡыҙыҡһына. 

20.05.2017

   Яңы тыуған сабый тауышынан да һөйөнөслө яңылыҡ бармы?! Ғаиләләге иң ҡыуаныслы, мөғжизәле минуттар – ул бәпес тыуыу. Бала табыу йорто - ғаиләне бәхетле итеүсе, яуаплы, ата-әсә бурысын йөкмәтеп, бөгөнгө менән киләсәкте тоташтырыусы бер күпер. Ә әсә булыу бәхетен тойорға ярҙам иткән,  аҡ халатлы шәфҡәт туташтары фәрештәләй күренә, ҡәҙерле, туғандай яҡын да кеүек. Сөнки көтөп алған сабыйыңды тәүге тапҡыр улар ала, имен-һау донъяға килеүен күреп ҡыуана, шатлығыңды уртаҡлаша. “Күпме сабыйҙы яҡты донъяға ҡабул иттем”, - ти бөгөнгө тапшырыу геройы, 30 йылдан ашыу акушер булып эшләгән  Мәүлиә Шәфиғуллина.

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -14..-16°C
иртән -19..-21°C
көндөҙ -11..-13°C
кис -13..-15°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.