Беҙҙең проекттар

16.11.2017

Яҙыусы һәм  журналист Сәлимйән Бәҙретдиновтың  «Убырбаш»  хикәйәһен  тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин   уҡый. 2003 йылғы яҙма.

 

16.11.2017

 Яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла һәм Һәҙиә Дәүләтшина ис. премиялар лауреаты Факил Мырҙаҡаевтың  14 ноябрь - тыуған көнө. Уны матур ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Сәләмәтлек, ижад шишмәләре бөгөнгөләй мөлдөрәмә булыуын теләйбеҙ.

Хәҙер иғтибарығыҙға Факил Мырҙаҡаевтың  «Өҙөлгән сәфәр» хикәйәһенең аҙағын  тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡый.

 

 

16.11.2017

«Әҙип әҫәрен уҡый». Яҙыусы, журналист һәм тәржемәсе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Факил Мырҙаҡаев  Миәкә районының Ҡаран ауылында тыуып үҫкән. Уның хикәйә-повестарҙан торған  «Ҡамғаҡ», «Ҡайын һуты», «Яҙмыш фалы – йәшлектә» һ.б китаптары уҡыусы күңеленә хуш килде. Әҫәрҙәре татар, урыҫ телдәренә тәржемә ителгән. Әҙип үҙе лә Сыңғыҙ Айтматов, Василь Быков, Василий Шукшин һ.б әҫәрҙәрен башҡортсаға әүҙем ауҙара. 

       Иғтибарығыҙға  «Өҙөлгән сәфәр» хикәйәһенең башын  тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡый. 

10.11.2017

«Әҙип әҫәрен уҡый». Журналист һәм яҙыусы  Рәсүл Сәғитов Бөрйән районының Нәби ауылында тыуған. Ете китап авторы. Сирек быуаттан ашыу радиола  эшләй. Рухи донъябыҙҙағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн  Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең юғары исемдәренә лайыҡ.

  Иғтибарығыҙға әҙиптең  «Тылсымлы тупайсыҡ» һәм «Көләс һыуҙар» хикәйәләрен  тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡый.

10.11.2017

"Йыр" хикәйәһенең аҙағын тыңлағыҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Абушахманов уҡый.

10.11.2017

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың "Йыр" хикәйәһен танылған артист Әхтәм Абушахманов уҡый.

03.11.2017

Яҙыусы  Миләүшә Ҡаһарманованың «Атаҡай» әҫәренең аҙағын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина уҡый.

 

03.11.2017

Яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова сығышы менән  Бөрйән районынан . Тәүҙә ул халыҡҡа «Нағыш», «Нур усағы» тип аталған  шиғри йыйынтыҡтары аша танылды. Һуңғы осорҙа уның «Күңелем йылы теләй» һәм  «Бетерә шаршылары» исемле сәсмә әҫәрҙәр китабы донъя күрҙе. Үҙ мәлендә ул Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһын етәкләне, төрлө әҙәби конкурстарҙа еңеүсе булды. Әле ул «Киске Өфө» гәзитендә эшләй.

       Хәҙер иғтибарығыҙға   Миләүшә Ҡаһарманованың «Атаҡай» әҫәрен  тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзәлә Хәйруллина уҡый.

03.11.2017

              Дауыт Юлтый  XX быуат башында башҡорт әҙәбиәтенең тәүге нигеҙ таштарын һалышҡан, үлемһеҙ әҫәрҙәре менән милли тарихыбыҙҙа урын алған. Халҡыбыҙҙың рухи күтәрелеше өсөн йәнен аямай хеҙмәт итеп, репрессия ҡорбаны булған  әҙип хаҡында Сафуан Әлибаевтың «Ҡанлы юлдың сатында»  тип аталған иҫтәлектәрен тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин уҡый. 

30.10.2017

Яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың  «Тәңре өрөк ҡапҡанда" әҫәренән өҙөктөң аҙағын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артистары Илсөйәр Ғәзетдинова һәм Илдар Ғүмәров  уҡый.

 

26.10.2017

Яҙыусы Мөнир Ҡунафиндың  «Тәңре өрөк ҡапҡанда» тип аталған әҫәренән өҙөк тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артистары Илсөйәр Ғәзетдинова һәм Илдар Ғүмәров  уҡый.

 

 

 

26.10.2017

Исмәғил Ғимрановтың   «Ҡойма» хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин һәм Зилә Дибаева уҡый. Әҫәр радио фонды өсөн 2011 йылда яҙылған. 

26.10.2017

Нияз Алсынбаевтың "Ҡара ҡарға ҡиссаһы" әҫәрен тәҫдим итәбеҙ. Автор уҡый.

26.10.2017

Яҙыусы, С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалдың «Таня-Таңһылыу» романынан өҙөктөң аҙағын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы  Алһыу Бәхтиева уҡый.

 

26.10.2017

Яҙыусы, С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалдың «Таня-Таңһылыу» романынан өҙөктөң өсөнсө өлөшөн тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы  Алһыу Бәхтиева уҡый.

 

26.10.2017

Яҙыусы, С.Юлаев ис.дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалдың «Таня-Таңһылыу» романынан өҙөктөң икенсе өлөшөн тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы  Алһыу Бәхтиева уҡый.

 

26.10.2017

Яҙыусы, С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ринат Камалдың «Таня-Таңһылыу» романын тәҡдим итәбеҙ. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы  Алһыу Бәхтиева уҡый.

 

13.10.2017

Иғтибарығыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың «Хазина» поэмаһының аҙағын тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡый. Радио фонды өсөн 2010 йылда яҙылған.

 

13.10.2017

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың «Хазина» поэмаһын тәҡдим итәбеҙ. Автор уҡый. Радио фонды өсөн 2010 йылда яҙылған.

 

 

13.10.2017

Танылған яҙыусы Яныбай Хамматовтың «Төнъяҡ амурҙары» романынан  өҙөктөң аҙағын тәҡдим итәбеҙ. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илшат Йомағолов уҡый. Әҫәр радио фонды өсөн 1985 йылда яҙылған.

 

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -2..-4°C
иртән -4..-6°C
көндөҙ 0..2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.