Главные вкладки

Күмәкләгән – Вики эшләгән

Рөстәм Нурыев, Рәсүл Сәғитов, Зәйтүнә Әйле
"Был - ирекмәндәр эше, камил граждандар йәмғиәтенең бер элементы"

      Рәсүл Сәғитов:

      – Википедия тураһында һөйләшергә астыҡ бөгөн студияны. Сөнки, беренсенән, тотош донъяла күҙгә салынып, ҡолаҡҡа ишетелеп барған ҙур күренеш был, салына, сөнки электрон ресурс, ә уға бәйлелек көслө, нимәгәлер аңлатма эҙләнгәндә лә күпселектең иғтибары хәҙер ҡағыҙ һүҙлектә түгел, тап шунда, икенсенән, һорау ҙа бар – ни дәрәжәлә ышаныслы ундағы раҫлау вә билдәләмәләр? Юғиһә, ғәфү ителһен, "Һаҡ бул, һин – Викила!" тигән киҫәтеүгә лә тап киленә, шулай мәғлүмәти хилафлыҡтарға ишаралана. Бының ихтималлығы – әлеге Интернет-энциклопедияның йәмәғәт башланғысында, йәғни түләүһеҙ, күмәк хеҙмәт ярҙамында башҡарылған ирекле һүҙлек булыуында. Ләкин бер нәмә дөрөҫ – уны ысын мәғәнәһендә энтузиастар яҙа, илем тигәндәр, телем тигәндәр тултыра. Ә Башҡорт Википедияһының хәле нисек? Ошо турала ана шул энтузиастарҙан һорашайыҡ та. Улар – Рөстәм Нурыев, Башҡорт Википедияһының администраторы, Зәйтүнә Әйле, ирекмән.

Комментарии

Comment: 
Беҙ бит әле әлһерәгән, ҡарт өләсәйҙәр түгел дә! Ныҡышмалы, эшлекле башҡорт оло ҡатындары. Рапорт бирәм бына: октябрь айында 62 мәҡәлә тәржемә иткәнмен. Ҡартайғы килмәй шул))) Ике-өс айҙан 65 тула икән, онотоп торам)) Википедия - ул беҙҙең тормошто йәмләндерә, үҙеңде йәмғиәттә кәрәкле кеше итеп тойорға мөмкинлек бирә. Был үҙе бит оло шатлыҡ!

Comment: 
Гөлшат Сөләймәнова

Comment: 
Миңһылыу Мин үҙемде йәш итеп тоям, ахыры. Бәлтерәү беҙҙең вики-өләсәйҙәргә бөтөнләй хас түгел... Ике йылдан өләсәйемдең, атайымдың инәһенең, яҡты доняны ҡалдырып киткән йәшенә лә етеп киләм икән. Аҡҡан һыу кеүек шул ғүмеркәйҙәр... Һәр мәлде йәмле, файҙалы итеп йәшәргә ынтылыр кәрәк. Һәм Википедия беҙҙе ҡанатландыра, көс бирә!

Comment: 
Банат Валеева-Яубасарова Әгәр бер ни эшләмәй 60-75 йәштә өй мөйөшөнә ҡарап әжәл көтөп ултырһаң, ысынлап та әлһерәп, башыңдағы белемеңде бөтөнләй юғалтырға мөмкиндер. Ә беҙ бит бына ошо хәл килеп сыҡмаһын ваҡытынан алда тип, йығылышып ятып мәҡәлә яҙабыҙ һәм хәҙерге заман донъяһында үҙ урыныбыҙҙы табып, шунан көс алып ултырабыҙ.

Comment: 
Гульсария Абилева ҡарт өләсәй булыуҙан ҡурмайыҡ, ана шул ҡартлыҡта ла йәш йөрәкле булып, тормошҡа ғашиҡ булыу бәхет. Йәш булып та һүнгән күҙҙәр, дәртһеҙ йөрәк бәхетһеҙлек. ики өләсәйҙәр ана шуға дәлил, йәштәргә үрнәк

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -7..-9°C
иртән -9..-11°C
көндөҙ -8..-10°C
кис -9..-11°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.