Главные вкладки

Милләттәштәр һынатмай

- 13.10.17 -

Ташкентта Зәки Вәлиди исемендәге Башҡорт мәҙәни үҙәгенең 25 йыллығы билдәләнде. Үҙәк Үзбәкстан башҡорттарын туплап тороусы абруйлы, ҡеүәтле ойошмаға әүерелде. Уның юллауы буйынса Ташкент урамдарының береһенә Әхмәтзәки Вәлиди исемен биргәндәр. Милләттәштәребеҙ күңелен туған моң менән һуғарыусы «Урал», «Ағиҙел» башҡорт фольклор коллективтары, «Дуҫлыҡ», «Йәшлек» башҡорт-татар ансамблдәре уңышлы эшләп килә. Үҙәктең юбилей тантанаһында Башҡортостан исеменән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғилми етәксеһе Фирҙәүес Хисаметдинова тәбрикләне. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Үзбәкстанда 30 меңдән ашыу башҡорт йәшәй.


ҡаралған: 75

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -2..-4°C
иртән -4..-6°C
көндөҙ 0..2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.