Главные вкладки

Мәҙәниәт йорттары яңы төҫ ала

- 12.02.19 -

Рәсәйҙә “Мәҙәниәт” милли проектын ғәмәлгә ашырыу башланды. Ил төбәктәренә федераль бюджеттан бүленәсәк аҡса күләме аныҡлана.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова һөйләй.

- Былтыр программа нигеҙендә республика 115 миллион һум алһа, быйыл финанслау шул уҡ кимәлдә һаҡлана. Сумманың 47 миллион һумы – ауыл мәҙәниәт йорттарына. Партия проектына ярашлы ауыл мәҙәниәт йорттарын ремонтлау, театрҙарҙың матди-техник хәлен нығытыу, техник һәм технологик йыһаз алыу, бәләкәй ҡалаларҙа йәш быуын өсөн эшләгән театрҙарҙың репертуарын яңыртыу ҡарала. Шулай уҡ райондарҙың автотранспорт, тамаша залы өсөн креслолар алыу мөмкинлеге бар.

Милли проект нигеҙендә, 2024 йылдың аҙағына тиклем 500-ҙән ашыу ауыл клубы һәм мәҙәниәт йорто төҙөкләндереләсәк. Ауылдарға 600 автоклуб алыу планлаштырыла.


ҡаралған: 291

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -7..-9°C
иртән -9..-11°C
көндөҙ -8..-10°C
кис -9..-11°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.