Яңылыҡтар

19:03 - 19.08.2017

Ғәҙәттән тыш хәлдәр арҡаһында зыян күргән аграрийҙарға федераль ҡаҙнанан аҡса бүленә. Ил хөкүмәте 2016 йылда зыян күргән төбәктәргә 1 миллиард 300 миллион һумдан ашыу компенсация бүлеү тураһында документты хупланы. Был аҡса Башҡортостан, Ҡарасәй-Черкес, Чечня республикаларына, Приморье һәм Хабаровск крайҙарына, Волгоград, Вологда һәм Тула өлкәләренә тәғәйенләнә. Уҙған йылда беҙҙең республика сәсеүлектәренә ҡоролоҡ һәм ҡара сиңерткәләр зыян килтерҙе. Быйыл иһә ямғырҙар арҡаһында 37...

ҡаралған: 8
18:02 - 19.08.2017

Башҡортостанда төрмәлә ултырыусы һәр кеше йылына бюджетҡа 144 мең һумға барып баҫа. Лагерь-колонияларҙа әле 27 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Йәғни уларҙы һаҡ аҫтында тотоу, ашатыу, кейендереү өсөн дөйөм сығымдар 3 миллиард 900 миллион һум тирәһе. Төрмәлә булғандарҙың 2 мең ярымдан күберәге ниндәйҙер эш менән мәшғүл. Улар көнөнә уртаса 216 һум эш хаҡы ала.

ҡаралған: 10
17:05 - 19.08.2017

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Стәрлетамаҡ районында булды. Унда ул "Рощинский" совхозы баҫыуҙарын ҡараны. Рөстәм Хәмитов Ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов, Стәрлетамаҡ районы башлығы Рөстәм Баһауаетдинов, совхоз етәксеһе Илдар Тимерғалин менән осрашты. Республика башлығы шулай уҡ "Дружба" совхозында булды. Стәрлетамаҡ ҡалаһында иһә Рөстәм Хәмитов граждандарҙы авариялы торлаҡтан күсереү программаһына ярашлы төҙөлөш барған йортто ҡараны. Академик Королев урамындағы объект төҙөлөшө пландан артта ҡалған. Рөстәм Хәмитов...

ҡаралған: 12
17:00 - 19.08.2017

Рәсәйҙә һәр 9-сы автоавария ҡаршы юл һыҙатына сығыу менән бәйле. Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, быйыл илдә 85 меңдән ашыу автоһәләкәт теркәлгән. Аварияла ғәйепле водителдәрҙең 20 проценты иҫерек килеш рулгә ултырған, һәр 4-сеһенең водитель танытмаһы булмаған.

ҡаралған: 12
16:01 - 19.08.2017

Башҡортостанда бер таксист пассажирының банк картаһы менән үҙенә машина һатып алған. Тәфтиш мәғлүмәттәре буйынса, Мәләүездә такси яллаған пассажир иҫерек булған, юлда барғанда картаһының паролен төрлө варианттар әйтеп иҫенә төшөрөргә маташҡан. Водитель дә иҫендә ҡалдырған. Машинан сыҡҡанда пассажир картаһын төшөрөп ҡалдырған. Таксист иһә унан 80 мең һум сығарған, бер өлөшөнә кредитын түләгән, башҡа суммаға 6-сы маркалы ВАЗ машинаһын алған. Уны полиция тотҡан, ир енәйәт кодексы...

ҡаралған: 27
15:01 - 19.08.2017

Күмертау авиация предприятиеһы быйыл Ҡытайға алты вертолет һата. Ка-32 маркалы осоу аппараттарының тәүгеһе сентябрь айында оҙатылырға тейеш. Бынан тыш, Күмертау вретолеттарын Таиланд һәм Төркиә алырға теләк белдергән. Йәнә 8 аппарат төҙөләсәк. Ка-32 вертолеты янғын һүндереүҙә, эҙләү-ҡотҡарыу эштәрендә, йөк ташыуҙа, полицияның махсус операцияларында ҡулланыла ала.

ҡаралған: 14
14:32 - 19.08.2017

Ағиҙел һыуы сәләмәтлек өсөн хәүефле. Башҡортостан Гигиена һәм эпидемиология үҙәге Өфөлә "Ҡояшлы" ҡомлоғо янында һыу сифатын тикшерҙе. Унда марганец һәм тимер ҡатнашмаларының норманан артыҡ булыуы асыҡланды. Бындай һыуҙа ҡойоноу сәләмәтлек өсөн хәүефле, ти үҙәк белгестәре.

ҡаралған: 36
14:00 - 19.08.2017

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Күмертау авиация предприятиеһында булды. Ул "Вертолет" тигән авиация техникаһы паркын асыуҙа ҡатнашты. Быйыл Күмертау предприятиеһына нигеҙ һалыныуға 55 йыл тулды. Республика башлығы шулай уҡ ҡалалағы Йәштәр инновацион ижады үҙәген ҡараны. Ул быйыл 12 апрелдә асылды. Был технопаркта 3Д моделдәр эшләү һәм программалар төҙөү буйынса оҫтаханалар бар. Бер нисә ай эсендә унда 1 меңгә яҡын мәктәп уҡыусыһы, 60 студент һәм 33 йәш белгес белемен камиллаштырған. Рөстәм Хәмитов бөгөн Күмер сығарыусылар һарайында...

ҡаралған: 20
13:18 - 19.08.2017

Өфөлә Рәсәй флагы көнөн автоколонна йөрөшө менән билдәләйҙәр. Ул моторҙар төҙөүселәр мәҙәниәт һарайы алдынан ҡуҙғала һәм Октябрь проспекты, Цюрупа, Зәки Вәлиди урамдары аша үтеп Конгресс-холға тиклем килә. Унда иһә автоколоннаға Рәсәй флагтарын күтәргән йәйәүлеләр ҡушыла. Артабан, байрам "Ватан" этнопаркында дауам итә. Рәсәй флагы көнө 22 августа билдәләнә.

ҡаралған: 16
12:37 - 19.08.2017

Америка ҡушма штаттарында долларҙарҙы юҡ итәләр. Федераль резерв системаһында финанс балансты ҡыҫҡартыу операцияһына әҙерлек башланған. 2008 йылдың көрсөгөнән һуң долларҙы күпләп сығарғандар, был иһә донъя кимәлендә инфляцияның артыуына килтергән. Тәүге этапта ай һайын 10 миллиард доллар юҡ итеү планлаштырыла. Артабан, был һан ай һайын 50 миллиардҡа етә. Эксперттар әйтеүенсә, долларҙы юҡ итеү тәү сиратта үҫешеүсе илдәр, шул иҫәптән Рәсәй иҡтисадына йоғонто яһауы мөмкин....

ҡаралған: 9
12:00 - 19.08.2017

Башҡортостанда ике килограмдан ашыу наркотик табылған. Республика буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, тыйылған матдәләр Благовещен районында бер йортта һаҡланған. 46 йәшлек ир машинаһында һәм ихатала гашиш һәм марихуана йәшереп һаҡлаған. Хәҙер ул енәйәт кодексы буйынса яуап тотасаҡ.

ҡаралған: 9
11:20 - 19.08.2017

Республика баш ҡалаһында шәмбе-йәкшәмбенән һуң айырыусы һыу буйҙарында пластмасс һәм быяла һауыттар күпләп йыйыла. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тейешле плакаттар, иҫкәртеүҙәр, сүп һауыттары урынлаштырылһа ла хәл ыңғай яҡҡа үҙгәрмәй. Кешеләрҙең үҙҙәре артынан сүп ҡалдырмауҙары һорала. Әйткәндәй, бөгөн Өфөлә сүп таҙартыу буйынса ярыш үтә. Ул Зорге урамы янындағы урман биләмәһендә ойошторола.

ҡаралған: 19
10:40 - 19.08.2017

Бөгөн Өфөлә Рәсәйҙең 1812 йылғы Ватан һуғышында еңеүҙең 205 йыллығына арналған «Башҡорт полктары - 1812 йылғы Ватан һуғышында» республика күргәҙмә-фестивале үтә. Күргәҙмәлә билдәле рәссамдарҙың һүрәттәре, Башҡортостан Республикаһы Милли архивынан документтар, башҡорт полктарының хәрби-тарихи костюмдары, хәрби ҡоралланыу атрибуттары тәҡдим ителә.

ҡаралған: 9
10:01 - 19.08.2017

Бөгөндән "Росгвардия" хеҙмәткәрҙәре һунарсылыҡ биләмәләрендә рейдтар башланы. Республика хөкүмәте күрһәтмәһенә ярашлы, яңы һунар миҙгелендә, йәғни, киләһе йылдың авгусына тиклем 3 мең 200-ҙән ашыу ҡырағай кейек ауларға мөмкин. Башҡортостанда браконьерлыҡ осраҡтарын киҫәтеү буйынса рейдтарға авиация ла йәлеп ителә. Һунарсылыҡты күҙәтеү хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ҡырағай хайуанды рөхсәтһеҙ аулаған кешегә 500 һумдан 4 мең һумғаса штраф һалына. Бер йыл эсендә бындай хәл ҡабатланһа 5 мең һум түләргә тура килә. Һунар...

ҡаралған: 19
09:30 - 19.08.2017

Бөгөн Өфөнөң Аксаков паркында психологик ярҙам алырға мөмкин.Унда һаулыҡ һаҡлау министрлығының психотерапевт клинник үҙәге белгестәре бушлай ҡабул итеүҙәр ойоштора. Медицина үҙәге тәүге психологик ярҙам күрһәтеү алымдарына өйрәтә, төрлө белешмәләр әҙерләнгән. Акция Аксаков паркында көндөҙгө 12-лә башлана.

ҡаралған: 10
09:02 - 19.08.2017

"Бөрйән балы - башҡорт даны" тигән фестиваль бөгөн Иҫке Собханғол ауылында уҙғарыла. Фестивалгә килеүселәр райондың иҫтәлекле урындарында булды, эшҡыуарҙар өсөн семинар уҙғарыу планлаштырылған. Түңәрәк өҫтәлдә туристарҙы күберәк йәлеп итеү мөмкинлектәре барлана. Умартасылыҡ продукцияһы йәрминкәһе була, "Иң яҡшы умарта", "Иң тәмле бал", "Иң яҡшы солоҡсо", "Баллы ризыҡ" конкурстары уҙғарыла, спорт уйындары, төрлө ярыштар ойошторола.

ҡаралған: 10
08:31 - 19.08.2017

Владимир өлкәһендә бөтә Рәсәй йәштәр форумы дауам итә. Ул “Клязма асыштар биләмәһе” исеме аҫтында үтә. Фестивалдә Башҡортостандан ҙур делегация ҡатнаша. Йәштәр форумда үҙҙәре тәҡдим иткән ғилми проекттарҙы яҡлай. Еңеүселәр 100 мең һумдан 300 меңгәсә грантҡа дәғүә итә. Бөгөн “Транспорт өлкәһендә йәш белгестәр”тигән темаға сығыштар була. Сараны йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ ойоштора.

ҡаралған: 7
08:01 - 19.08.2017

Бөгөн ГКЧП – Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ойошторолған көн. 1991 йылдың 19 авгусында СССР-ҙың юғары власть ағзалары яңы Союз килешеүенә ҡул ҡуйыу процесын өҙөргә маташа. Һөҙөмтәлә ил президенты Михаил Горбачев Ҡырымдағы резиденцияһында ҡамауҙа ҡала. 26 йыл үткәндән һуң был ваҡиғаларға рәсәй халҡының ҡарашы ниндәй. Левада үҙәге үткәргән һуңғы фекер белешеүҙәргә ярашлы граждандарҙың 40 проценты 1991 йылдың авгусынан Рәсәй дөрөҫ юлдан китмәне, 33 процент респонденттар илебеҙ дөрөҫ йүнәлеш алды тип һанай, 28 процент яуап...

ҡаралған: 7
07:28 - 19.08.2017

Баш ҡалала бал йәрминкәләре башланды. Йыл да уҙғарылған байрам Өфөнөң Спорт һарайы һәм Орджоникидзе мәҙәниәт һарайы алдында үтә. Әле баҙар асылып тора. Унда республиканың төрлө төбәктәренән шифалы ризыҡ етештереүселәр быйыл һуғылған бал тәҡдим итә. Бында балдың төрлөһөн ауыҙ итеп ҡарарға мөмкин. Йәрминкә сәғәт дүрткә тиклем эшләйәсәк.

ҡаралған: 7
07:01 - 19.08.2017

Бөгөн Бөтә донья гуманитар ярҙам көнө билдәләнә. Ул 9 йыл элек Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы тарафынан булдырыла. 2003 йылдың 19 авгусында БМО-ның Бағдадтағы штаб-фатирына һөжүм яһала. Үлемдар-террорсы бомба шартлатыу арҡаһында 22 кеше һәләк була. Генераль Ассамблея резолюцияһында әйтелеүенсә, Бөтә донья Гуманитар ярҙам көнө планетала ярҙам күрһәтеү буйынса эшмәкәрлек тураһында йәмәғәтселектең мәғлүмәтлелеген күтәреүгә булышлыҡ итеүгә, был өлкәлә халыҡ-ара хеҙмәттәшлек мөһимлеген билдәләүгә йүнәлтелгән. Рәсәй...

ҡаралған: 8

Страницы

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 12..14°C
иртән 13..15°C
көндөҙ 22..24°C
кис 19..21°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.