Главные вкладки

Азат Фазлиәхмәтов

Башҡортостандың Дәүләкән районы данлыҡлы  Суйынсы ауылында 1967 йылдың 23 февралендә тыуған. Суйынсы мәктәбен, Благовещенск педагогия училищеһын тамамлай, әрме сафтарында хеҙмәт итә.  БДУ-ның тарих факультетында уҡып белемен камиллаштыра. 1997 йылда алып барыусылар конкурсын үтеп,  1998 йылдың 5 ғинуарынан алып  «Радио-2» каналында татар телендә тапшырыуҙар алып барыусы булып эш башлай. Әлеге көндә «Исемдәре лайыҡ маҡтауға», «Яҡты хәтер» тапшырыуҙарын әҙерләй, «Кеше һәм йәмғиәт» тапшырыуында яңы закондар, закондарҙағы үзгәрештәр, тормоштағы сетерекле мәсьәләләр, иректән мәхрүм ителгәндәрҙең язмыштары сағыла. Йыр-моң һөйөүселәр «Музыкаль мозаика» радиоуйынын һәм «Сүмес йондоҙ» хит-парадын яратып ҡабул итә. Юлда тыңлаусылар өсөн «Аҡ юлдар теләп» программаһы бар. Тәбиғәтте ярата, сит илдәрҙәге тормош-йәшәйеш менән ҡыҙыҡһына. Шиғырҙар һәм юмористик хикәйәләр яҙыу менән мауыға. "Күңел менән һөйләшеү" исемле китабы донъя күрҙе. Электрон адресы: azat2302@mail.ru

 

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә 4..6°C
иртән 5..7°C
көндөҙ 9..11°C
кис 13..15°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.