Главные вкладки

Тәбиғәт байлығы сикһеҙ түгел

- 12.07.18 -

Республика экологтары законһыҙ рәүештә файҙалы ҡаҙылмаларҙы үҙләштереү осраҡтарын асыҡлаған. Ике ваҡиға ла Ғафури районында теркәлгән, тип хәбәр итәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Рейд барышында Инйылға ауылы янында урындағы ауыл хужалығы ойошмаһы балсыҡты рөхсәтһеҙ ҡаҙыған. Березовка ауылы янында иһә кешеләр ҡом-таш ташыу менән шөғөлләнгән. Әммә бының өсөн уларҙың рөхсәте булмаған. Экологтар был ваҡиғалар буйынса тейешле күрһәтмәләр сығарған. Ғәйеплеләргә тәбиғәткә килтерелгән зыянды ҡаплау өсөн штраф һалынған.


ҡаралған: 62

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 9..11°C
кис 10..12°C
төндә 10..12°C
иртән 9..11°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.