Главные вкладки

Туған телдәрҙе һаҡлау маҡсатында

- 12.07.18 -

Башҡортостан башлығының Республика дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттарына заявкалар ҡабул ителә. Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың ошондай проекттарға ярҙам тураһындағы Указы бар. Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, гранттарға мәҙәниәт, мәғариф, мәғлүмәт саралары, йәштәр сәйәсәте һәм спорт өлкәләрендә дәүләт һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен, республиканан ситтә башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса эшмәкәрлек алып барған коммерция булмаған ойошмалар, дәүләт һәм муниципаль унитар предприятиелар дәғүә итә ала. Заявкалар  23 июлгә тиклем мәҙәниәт министрлығының этно-мәҙәни үҫеш һәм төбәк-ара хеҙмәттәшлек бүлегендә көндөҙгө 10-дан 17 сәғәткә тиклем ҡабул ителә. Конкурс иһә 1 августан 14 авгусҡа тиклем уҙғарыла.


ҡаралған: 135

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

көндөҙ 9..11°C
кис 10..12°C
төндә 10..12°C
иртән 9..11°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.