Главные вкладки

Йылы көндәр көтөлмәй

- 21.04.17 -

Иртәгә, 22 апрелдә, республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, төндә яуым-төшөмһөҙ, көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан йүнәлешен көньяҡҡа һәм көньяҡ-көнсығышҡа үҙгәртеп талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһының республикала төндә -2,-7 градус һалҡын, көндөҙ +4, +9 градус йылы, Өфөлә төндә -2, -4 градус һалҡын, көндөҙ +6, +8 градус йылы булыуы күҙаллана. Алдағы 2 көн яуым-төшөмлө буласаҡ. Бөгөн иртәнге сәғәт 8-ҙә алынған мәғлүмәттәргә ярашлы: Ағиҙел йылғаһы кимәле Өфө янында 480 сантиметр ине, тәүлек эсендә 47 сантиметрға күтәрелгән, Өфө йылғаһы Шаҡша тәңгәлендә 421 сантиметр, 48 сантиметрға артҡан. Дим йылғаһы Бочкарев ауылы янында 454 сантиметр, 5 сантиметрға күтәрелгән.


ҡаралған: 53

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -2..-4°C
иртән -4..-6°C
көндөҙ 0..2°C
кис -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.