Главные вкладки

Йыраусы-сәсән Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев вафат булды

- 07.06.17 -

Мөхәмәтйән Абдулла улы декабрҙә 93 йәшен билдәләргә тейеш ине. Ул 1924 йылда Хәйбулла районы Һаҡмар-Нәҙерғол ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаевтың репертуарында бер йөҙҙән ашыу оҙон көй, башҡорт музыка фольклорының бик таралмаған өлгөләре бар, ул боронғо бәйеттәр һәм мөнәжәттәрҙе башҡарҙы. Яҡташтары аҡһаҡалдың исемен мәңгеләштереү маҡсатында төбәк-ара сәсәндәр бәйгеһе ойошторасаҡ. Райондың мәҙәниәт йортонан ошо турала хәбәр иттеләр. Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев бөгөн тыуған ауылы - Һаҡмар-Нәҙерғолда ерләнде.


ҡаралған: 349

Башҡа яңылыҡтар

Комментарий ҡалдырырға

тура ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудио ағым

әле эфирҙа


Һауа торошо (Өфө)

төндә -7..-9°C
иртән -9..-11°C
көндөҙ -8..-10°C
кис -9..-11°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.