Главные вкладки

Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел! "Юлдаш йыры - 2015"

23 октябрҙә Өфөләге иң гүзәл тамаша майҙандарының береһе һаналған – “Башҡортостан” дәүләт концерт залында  һәүәҫкәр башҡарыусыларҙың  “Юлдаш йыры-2015”  республика асыҡ конкурсының йомғаҡлау концерты үтте.

Быйыл йыр бәйгеһендә 60-тан ашыу йырсы үҙ көсөн  һынап ҡараны.Уларҙың 23-сө финалға үтте, биш конкурсант айырым номинацияға  лайыҡ булды. “Тамашасы һөйөүе” дипломына эйә буласаҡ башҡарыусыны тамашасы һайланы.  

Конкурсанттарға “Юлдаш йыры-2014” еңеүсеһе Дилбәр Нурғәлиев фатиха бирҙе. Ул “Ҡыр ҡаҙҙары” йыры менән тамашаны башлап ебәрҙе. Шулай уҡ тамашасылар “Юлдаш йыры-2011” конкурсы еңеүсеһе Резедә Шәрәфетдинованың моңло тауышын ишетеп ҡыуанды.  

Башҡа йылдарҙан айырмалы рәүештә был юлы “Юлдаш йыры” конкурсында финалға сыҡҡан йырсылар башҡа йылдарҙың еңеүселәре йәки танылған йырсылар менән дуэт башҡарҙы. Мәҫәлән, Айгөл Ғәзиева һәм “Юлдаш йыры-2013” лауреаты Ленар Солтанов тыңлаусыларға мөхәббәт тураһында иҫ киткес гүзәл йыр тәҡдим итте. Зал уларҙы алҡышҡа күмде. Рәми Ғәрипов исемендәге республика  гимназияһының 11 класында уҡыған Рузилә Ишмөхәммәтова “Юлдаш йыры-2013” конкурсы лауреаты Рифат Шәрәфетдинов менән “Мәтрүшкәләр” йырын башҡарҙы. Ә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин һәм Светлана Сөләймәнова халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән “Айырыла күрмәгеҙ” йырын ишеттерҙе. Һөнәре буйынса прокурор Римма Исламова 2013 йылғы лауреатыбыҙ Рита Вәхитова “Хан ҡыҙы” тип аталған башҡорт халыҡ йырын бик оҫта итеп йырланы.

 

Баһалама комиссияһы:

 

Сәлимә Ғарифуллина – “Юлдаш йыры–2014” еңеүсеһе, Тамара Юлдашева – шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире, Ишморат Илбәков – виртуоз ҡурайсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Нәфисә Тулыбаева – Башҡортостан республикаһы халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары, Фәнүр Йәғәфәров - “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының  радиостудия директоры, жюри рәйесе.

 

Еңеүселәр:

 

Күгәрсен районы егете ЭЛЬВИР ИШКИЛДИН Гран-приға лайыҡ булды.

 

1-СЕ УРЫН

РИНАТ ТУЛЫБАЕВ, Сибай ҡалаһы

ФИЛҮС ВӘЛИЕВ, Бүздәк районы

 

2-СЕ УРЫН

РӘЗИДӘ ӘХМӘТОВА, Балтас районы  

РӘСИМӘ ДИНИСЛАМОВА, Хәйбулла районы

НӘҒИЛӘ ШӨҒӘЙЕПОВА, Нуриман районы

 

3-СӨ УРЫН

РУЗИЛӘ ИШМӨХӘМӘТОВА, Бөрйән районы  

РУСЛАН ФАЗЛЕТДИНОВ, Учалы районы  

ЗӨМӘРӘ ХЫЗЫРОВА, Әбйәлил районы  

РИММА ИСЛАМОВА, Өфө ҡалаһы

 

“ЙОНДОҘЛО МИҘГЕЛ” номинацияһы:

СВЕТЛАНА СӨЛӘЙМӘНОВА, Ғафури районы

САЛАУАТ ФӘТҠУЛЛИН, Стәрлебаш районы

 

"АСЫШ ҺӘМ ИХТИРАМ" номинацияһы:

ФӘРИҘӘ ӘХМӘТНУРОВА, Краснокама районы

РИМЗА БАЙСУРИНА, Бүздәк районы  

 

«ӨМӨТ” номинацияһы:

АЙГӨЛ ҒӘЗИЕВА, Дәүләкән  

РУСЛАН СОЛТАНБӘКОВ, Салауат ҡалаһы

ӘХМӘТ МӨХӘМӘТЙӘНОВ, Дәүләкән районы  

 

"ЙЫРҒА ТОҒРОЛОҠ" номинацияһы:

ФӘРҮӘЗ КАМАЛЕТДИНОВ, Архангел районы

РАУШАНИЯ СЫНБУЛАТОВА, Көйөргәҙе районы

 

"ТЫУҒАН ЯҠ ЙЫРСЫҺЫ" номинацияһы:

"АСЫ" төркөмө, Белорет районы Асы ауылы

 

"ИЛҺӨЙӘРЛЕК РУХЫ" номинацияһы:

ФӘРИТ ЙОСОПОВ, Баймаҡ районы

ГҮЗӘЛ СЫРЛЫБАЕВА, Бөрйән районы

 

"ТАМАШАСЫ ҺӨЙӨҮЕ" номинацияһы:

РАУШАНИЯ СЫНБУЛАТОВА, Көйәргәҙе районы

 

"ҠАТНАШЫУСЫ ДИПЛОМЫ"на Силәбенән Миңһылыу Тойғонова, Йылайыр районынан Фәрит Амантаев, Яңауыл ҡалаһынан Хәлисә Нәсибуллина, Миәкә районынан Марсель Йосопов Һәм Мәсетленән Илүзә Әхмәтйәнова лайыҡ булды.

 

Бағыусыларыбыҙ:

 

“Йоматау” шифаханаһы. Директоры - Илшат Сәлихов.

“Сәләмәт ғаилә”медицина үҙәге. Етәксеһе – Зилә Аксёнова.

“Урал батыр” тур-операторы. Етәксеһе – Кинйә Күскилдин

“Хазина-тур” агентлығы. Директоры - Камил Сиражетдинов

Нефтекама икмәк заводы. Директоры - Светлана Очаева.  

Элла Карамова етәкселегендәге Өфө визажистар клубы.

“Зили-арт” матурлыҡ салоны.

Посуда-центр магазины. 

“Ҡурай” телеканалы. Директоры - Рәмил Ғәниев.

Фоторәссам - Эдуард Дилмөхәмәтов /https://vk.com/eduard_dil/

 

Комментарий ҡалдырырға

Filtered HTML

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <blockquote> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Plain text

  • HTML-теги не обрабатываются и показываются как обычный текст
  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

прямой ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудиопоток

сейчас в эфире


погода (Уфа)

ночью -2..-4°C
утром -4..-6°C
днём 0..2°C
вечером -2..-4°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.