Главные вкладки

Дәүләкәндә "Етегән йондоҙ" балҡыны

“Юлдаш” радиоһына - 15 йыл. 15 йыл дауамында каналда хит йырҙар парады бара. Проекттың авторы һәм алып барыусы Азат Фазлиәхмәтов. Хиттар парадының “Чүмеч йолдыз” исеме менән радиотыңлаусылар араһында танылыу яулауына 10 йыл. Ул “Музыкаль мозаика” исеме аҫтында башланғайны. Ике йылға бер тапҡыр нәтижә яһап, йомғаҡлау концерттарын үткәреү күркәм йолаға әйләнде. Йырсыларҙы бүләкләү тантанаһы беренсе тапҡыр 2008 йылда Ишембай ҡалаһында башланды. 2010 йылда ул Туймазыла, 2012-лә башҡалабыҙ Өфөлә үтте.

4 апрелдә йомғаҡлау концерты һәм хит-парадтың юбилейы Дәүләкән ҡалаһында уҙғарылды. Тамашала 14 башҡарыусы еңеүсе дипломы һәм кубоктар менән бүләкләнде. Быйыл беренсе тапҡыр “Йыл композиторы” һәм “Йыл асышы” номинациялары ла ҡаралғайны. Концертты Азат Фазлиәхмәтов менән Рания Билалова алып барҙы. 3 сәғәттән ашыу дауам иткән тамаша бер миҙгел булып гөрләп үтте. Дәүләкән тамашасылары һәр йырсыны йылы һәм ихлас ҡаршы алып, алҡыштарға һәм сәскә гөлләмәләренә күмде. Улар концерт тамамланғас та яратҡан йырсылары менән айырылышырға теләмәне. “Бындай тамашаның беҙҙә күптән булғаны юҡ ине. Һеҙҙе тағы ла ошондай шоу программа менән үҙебеҙҙә көтәбеҙ”, - тип оҙатып ҡалды артистарҙы Дәүләкән халҡы.

Ошо көндәрҙә генә хеҙмәттәшебеҙ Азат Фазлиәхмәтовтың икенсе китабы донъя күрҙе. Яҡташтары тәүгеләрҙән булып нәшриәттән сыҡҡан китапты күреү бәхетенә иреште. “Юлдаш” радиоһы концертында асыштар ҙа булды. “Ашҡаҙар” радиоһы журналисы Зөмәйрә Сафина беренсе тапҡыр үҙенең йырлау оҫталығын күрһәтте. “Саҡырма әле, кәкүк” йыры тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.

 

Йомғаҡлау концертында еңеүсе исеменә лайыҡ булған артистар исемлеге:

 

  1. Жәлил Ғәйбәҙуллин
  2. Руслан Ғүмәров
  3. Илнар Ғилманшин
  4. Резида Шәрәфетдинова
  5. Венер Нурғәлиев
  6. Ирек Ғәлимов
  7. Гөлназ һәм Илшат Мөхәмәтдиновтар
  8. Венер Ҡәйүмов
  9. Ратмир Вәлиев
  10. Гөлшат Арыҫланова
  11. Илнур Мусин
  12. Рания Билалова
  13. Ришат Ғәлиханов
  14. Фәүҙәт Ғиләжев
  15. Миләүшә Исламова – “Йыл асышы - 2015”
  16. Зарема Әйүпова – “Йыл композиторы - 2015”

 

                                                                    Диана Шакирова фотоһүрәттәре 

 

Комментарий ҡалдырырға

Filtered HTML

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <blockquote> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Plain text

  • HTML-теги не обрабатываются и показываются как обычный текст
  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

прямой ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудиопоток

сейчас в эфире


погода (Уфа)

ночью 10..12°C
утром 10..12°C
днём 13..15°C
вечером 11..13°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.