Главные вкладки

"Осҡон" башҡорт видео конкурсы

4-5 февралдә Силәбе ҡалаһында икенсе йыл рәттән "Осҡон"  башҡорт видео конкурсы үтте. Конкурсҡа  ҡыҫҡа метрлы фильм, ҡыҫҡа метрлы документаль фильм, анимациялы кино (йәнһүрәт), социаль ролик, микрокино номинациялары буйынса эштәр, шулай уҡ буласаҡ фильм сценарийҙары ҡабул ителде.

Жюри ҡарары буйынса, "ҡыҫҡа метрлы фильм" номинацияһында Фәрзәнә Үтәрбаеваның "Ҡырағай" фильмы еңеп сыҡты. Икенсе урында  Рөстәм Шәйхетдиновтың "Йәтим" картинаһы. Өсөнсө урын "Ҡәһүә һәм танышыу" фильмы өсөн Илназ Мостафинға бирелде.

"Социаль ролик" номинацияһында Башҡорт дәүләт университетының "Осҡон" халыҡ театры еңеүсе тип билдәләнде. 

“Документаль фильм” номинацияһында “Фәтхулла Юламанов” тип аталған эше менән  Рөстәм Имәнғолов беренселекте  яуланы

Буласаҡ фильм өсөн сценарийҙар бәйгеһендә өс авторҙы билдәләп үтергә була.Заһиҙә Мусинаның "Алтынҡайым", Наҙгөл Солтанованың "Бабайыма", Фәймә Аҡъюлованың "Дәүерҙәр һәм бәндәләр" сценарийҙары иң яҡшылары тип баһаланды. Әйткәндәй, “Юлдаш” радиоһының махсус бүләге тап Фәймәгә тапшырылды.

 "Анимациялы кино" номинацияһында Заһир Солтановтың пластилиндан эшләнгән "ТИ - 2" йәнһүрәте иң сифатлыһы тип табылды.  "Микрокино" номинацияһында Наҙгөл Солтанованың " Сәнғәт һәм ысынбарлыҡ " видеоһы еңеп сыҡты.

"Осҡон" фестивале башҡорт кино индустрияһын үҫтереүҙе маҡсаты итеп алған. Конкурс 2018 йылда ла үткәреләсәк, Ойоштороусыларға уңыштар теләйбеҙ.     

   

Комментарий ҡалдырырға

Filtered HTML

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <blockquote> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Plain text

  • HTML-теги не обрабатываются и показываются как обычный текст
  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

прямой ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудиопоток

сейчас в эфире


погода (Уфа)

ночью -8..-10°C
утром -9..-11°C
днём -6..-8°C
вечером -10..-12°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.