Главные вкладки

"Юлдаш" дуҫтарын йыйҙы - 3

25 апрелдә “Юлдаш” радиоһы Йәштәр мәҙәниәт һарайына йәнә дуҫтарын йыйҙы. Был миҙгелдәге өсөнсө концертыбыҙ ҙа уңышлы үтеп китте. Хөрмәтле тамашасыларыбыҙ, һеҙгә ҙур рәхмәт!

Был көндө сәхнәлә бары тик “Юлдаш”тар һәм ҡасандыр “Юлдаш”та эшләп киткәндәр сығыш яһаны. Программаны Марсель Байдәүләтов, Йәмил Ишмөхәмәтов һәм Филүс Ҡасимов алып барҙы. Резедә Әминева, Урал Ниғмәтуллин, Фәрүәз Урманшин, Рания Билалова тамашасыға популяр йырҙарын бүләк итте. Әхәт Мортазин “Егет сағым” йыры менән дуҫтарыбыҙҙы хайран ҡалдырһа, Светлана Насырова-Сөләймәнова ғаилә, балалар һәм мөхәббәт темаһына арналған йыры менән залға йыйылыусыларҙы илатып та алды. Бөрйән һылыуҙары – Зилә Усманова һәм Азалия Вәлиева тамашасыларыбыҙҙы дәртле йырҙарына бейетте. Рөстәм Ғиззәтуллин иһә бөтә залды йырлатты. Азат Фазлиәхмәтов мәҙәктәрен тәҡдим итте. Шәп продюсер булараҡ ул яңы йондоҙ асты. Ул Иглин районының Тәкәй ауылынан Флорида Ғатауллина. “Юлдаш йыры-2014” конкурсы лауреаты Резедә Бүләкова һәм Мишкә районы егете Илгиз Шәкүров  башҡарған йырҙар ҙа тамашасының күңеленә хуш килде.

Байрамға килеүселәргә приздар һәм сюрприздар ҙа әҙерләнгәйне. Мәҫәлән, 9 рәттең 5 урынында ултырған тамашасыбыҙға радионың сувенирҙары, ә күңелле уйындарҙа ҡатнашыусыларға приздар тапшырылды.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рәүис Заһитовтың сығышы тамашасы өсөн ысын мәғәнәһендә көтөлмәгән бүләк булды. 

                                                                            Мирас Иҙрисов фотолары   

Комментарий ҡалдырырға

Filtered HTML

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <blockquote> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Plain text

  • HTML-теги не обрабатываются и показываются как обычный текст
  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

прямой ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудиопоток

сейчас в эфире


погода (Уфа)

днём 17..19°C
вечером 16..18°C
ночью 10..12°C
утром 11..13°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.