Главные вкладки

"Юлдаш йыры - 2014"

Билдәле булыу өсөн бер ҡасан да һуң түгел

 

Һоҡландырғыс булды был мәл,

Уйға һалды, арбаны,

Бөгөн кис, һәләтлеләрҙән

Яҡты йондоҙ яһаны.

 

Ысынлап та, Өфөнөң Конгресс-холл бинаһында үткән “Юлдаш йыры–2014”конкурсының Гала-концерты һоҡландырғыс булды. “Юлдаш” радиоһы үҙешмәкәр башҡарыусыларҙы ҙур сәхнәгә сығарып, халыҡҡа танытты, яңы йондоҙҙар ҡабыҙҙы. Быйыл баһалама ағзалары Гран-при билдәләмәне. Еңеүселәр 35 йәшкә тиклемгеләр һәм унан өлкәнерәктәр араһынан һайланды.

 

Шулай итеп, еңеүселәр һәм номинанттар:

 

“Өмөт” номинацияһы Силәбе өлкәһенән Лиана Иҙрисоваға һәм Ишембай һылыуы Лилиә Дауытоваға тапшырылды.

 

“Асыш һәм ихтирам” номинацияһында Нефтекаманан Роза Хөснуллина, Ауырғазы районынан Розалия Аритҡолова һәм Өфөнән Эльза Юлдашбаева бүләкләнде.

 

Өфөнән Флүзә Ғилемханова һәм Фәниҙә Атанова “Йырға тоғролоҡ”номинацияһында билдәләнде.

 

“Тыуған яҡ йырсылары” – Өфө ҡыҙы Юлиә Килмөхәмәтова, Ҡариҙел районынан Ғәлиә Хәбирйәнова һәм Ҡырмыҫҡалынан Зилиә Рамазанова.

 

“Юлдаш” радиоһының махус призына Әбйәлилдән Резедә Юлдашева һәм Миәкә районынан Фидан Шафиҡов лайыҡ булды.

 

Тамашасыларыбыҙ “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында Балтас районынан Резедә Әхмәтованы һайланы.

 

35 йәшкә тиклем башҡарыусылар араһында 3 урынды Бүздәк районынанРезедә Бүләкова, Ҡазан ҡалаһынан Илнур Ҡоләхмәтов һәм Ҡырмыҫҡалы районынан Илнур Ишембаев яуланы.

 

Баһалама ағзалары Ҡазанда белем алыусы Стәрлебаш ҡыҙы Айһылыу Ғәбдиноваға һәм Ауырғазы районынан Фәнәғәт Юлмөхәмәтовҡа 2 урын тапшырҙы.

 

Бөрйән ҡыҙы, биш бала әсәһе Сәлимә Ғарифуллина 1 урынға лайыҡ булды. 

 

35 йәштән өлкән йырсылар араһында 3 урынға лайыҡ булыусылар:

 

Бишбүләк районынан күркәм ғаилә Зөлфиҙә һәм Ғаяз Муллағәлиевтар, Иркутск өлкәһенән ҡайтып, тыуған төйәгендә төпләнеүсе Ильяс Аллаяров һәм Мәскәү ҡалаһынан  Зифа  Хәкимова.  

 

Салауат ҡалаһынан Зөлфиә Бирҙеғолова һәм Силәбенән Азамат Усманов  икенсе урын яуланы.

 

Баҡалы районынан Дилбәр Нурғәлиев беренсе урынға лайыҡ булды.

 

Жюри ағзалары:

 

Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, билдәле шағирә һәм йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдыҡова, йырсы, композитор һәм шоумен Рөстәм Ғиззәтуллин, “Юлдаш йыры - 2013” конкурсы еңеүсеһе Мөхәмәт Садыҡов һәм жюри рәйесе – “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Фәнүр Йәғәфәровҡа рәхмәт белдерәбеҙ.

 

Шулай уҡ бағыусыларыбыҙ: “Йоматау” шифаханаһы (директоры Илшат Сәлихов), генераль партнерыбыҙ – “Крессида” күн һәм тире магазин селтәрҙәре салоны, “Медиа Лаб” клиник-диагностика лабораторияһы, Ғаиләне яҡлау, балалыҡты һәм әсәлекте һаҡлау “МИРАҪ” хәйриә фонды. (Совет рәйесе Сәлиә Мырҙабаева), “Гэлакси” (Galaxy) сәскәләр салоны селтәренә (директоры Вадим Гәрәев) ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ектерәбеҙ.

 

Бөтә конкурсанттарға яңы бейеклектәр, илһамлы ижад һәм уңыштар теләйбеҙ. Онотмағыҙ, ҙур сәхнәгә юл – “Юлдаш йыры”нан башлана.

 

                                                                                                                                   Эдуард Дилмөхәмәтов фотолары 

Комментарий ҡалдырырға

Filtered HTML

  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Разрешённые HTML-теги: <a> <em> <strong> <cite> <blockquote> <code> <ul> <ol> <li> <dl> <dt> <dd>
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

Plain text

  • HTML-теги не обрабатываются и показываются как обычный текст
  • Адреса страниц и электронной почты автоматически преобразуются в ссылки.
  • Строки и параграфы переносятся автоматически.

прямой ЭФИР

Online 128 КБитс/с

105.5 FM

Аудиопоток

сейчас в эфире


погода (Уфа)

ночью -8..-10°C
утром -9..-11°C
днём -6..-8°C
вечером -10..-12°C
www.gismeteo.ru
Текста орфографик хата:
Хата тураһында хәбәр итеү өсөн “Хата тураһында хәбәр итегеҙ” төймәһенә баҫығыҙ. Шулай уҡ һеҙ хәбәргә комметарий өҫтәй алаһығыҙ.